...Күҙ алдына килтерегеҙ әле: аллы-гөллө шау сәскәләргә күмелгән, тирә-яҡҡа илаһи нурҙар таратҡан, хуш еҫтәр аңҡытҡан мөғжизәле бер утрауға килеп сыҡтығыҙ, ти. Тирә-яҡта гөл-сәскәнән башҡа бер ни юҡ! Ғәжәп матур, һоҡланғыс, төрлө-төрлө төҫтә улар... Ана, тупһанынан башлап ҡапҡаны сыҡҡансы яратҡан сәскәләре—петуниялары теҙелгән. Ағы ла, һарыһы ла, ҡыҙылы, зәңгәре һәм башҡа төрлөләре—һанап та сығырлыҡ түгел. Ҡәнәфер һәм бәрхәт сәскәләренең, годеция һәм вербенанең шау сәсәккә төрөлгән сағы. Ҡалғандары тураһында әйтеп тораһы ла түгел! Һеҙҙең шундай сәскәләр батшалығы хакимлыҡ иткән утрауҙа булғанығыҙ бармы? Ә минең бар. Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей ауылында йәшәүсе Нурзиә Үтәғолованың ихатаһында шундай матурлыҡ менән осрашырға тура килде.
Нурзиә Әшрәф ҡыҙы һөнәре буйынса уҡытыусы, оҙаҡ йылдар Күсей урта мәктәбендә балаларға физкультура дәресенән белем бирә. Ул эшләгән йылдарҙа уҡыусылар спорт буйынса район ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй, бигерәк тә саңғы ярышы, еңел атлетика, волейбол буйынса командалар һәр саҡ призлы урын ала. Уның уҡыусыһы Руслан Ыласынов бөгөн еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионы. Был үҙе генә лә күпте һөйләй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Нурзиә Үтәғолова гөлдәр үҫтереүгә тотона. Уның йортонда ниндәй генә гөлдәр урын алмаған: миләүшәләрҙән алып орхидеяларҙың төрлө төрҙәре сәскә атып ултыра. Яҙ еттеме, уңған хужабикә бар күңелен баҡса үҫтереүгә һала. Ҡышҡы февраль айында уҡ алдан хәстәрләп алып ҡалынған тупраҡҡа тәүҙә петуния орлоҡтары сәселә, артабан помидор, борос, ҡыярҙарға сират етә.
—Үҙем дә һиҙмәйем, ни өсөндөр һәр ваҡытта беренсе булып сәскә орлоҡтары һатып алам, уларҙы сәсәм, аҙаҡ ҡына йәшелсәләргә сират етә,—тип йылмая Нурзиә Әширәф ҡыҙы.—Матурлыҡты яратам, сәскәләргә ғашиҡмын, уның өҙөп, һатып алынғандары түгел, ә үҙ ҡулдарым менән үҫтерелгәндәре ҡәҙерле. Балалар ҡараған кеүек уларҙы бағам, улар менән һөйләшәм, улар сәскәгә бөрөләнһә, ниндәй төҫтә булыуын, ҡасан атыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Бүләккә гөл йәки ят булған сәскә орлоҡтарын алып килһәләр, минең өсөн иң ҙур шатлыҡ. Яҙҙан алып көҙгә тиклем баҡсамда сәскәләрҙең балҡып ултырыуы күңелемде ҡанатландыра, йәшәүгә көс һәм дәрт өҫтәй. Ҡышын инде өйҙәге гөлдәремә ҡыуанам, бына шулай сәскәләр араһында үҙемде сәскә кеүек балҡып йәшәйем. Бигерәк тә годеция, циния, ҡәнәферҙәр, бәрхәт, дельфиниум һәм петуниялар үҫтерергә яратам.
Ысынлап та геройымдың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Тормошта ла балҡып йәшәй ул, бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығыуҙа үҙендә көс таба. Тормош иптәше Рафаэль Ишбулды улы бик иртә вафат булғас, өс балаһы менән яңғыҙ тороп ҡала. Әммә бирешмәй: “ҡорос атын”да йүгәнләй, кәрәк икән тракторына ла ултыра, донъяһын да бынамын тип көтә. Бөгөн Нурзиә Үтәғолова ике ҡыҙын матур итеп кейәүгә биреп, улына килен алып, өс ейәнгә, бер ейәнсәргә бәхетле өләсәй, ҡәйнә һәм балаларының иң ҡәҙерле әсәһе.
Заман менән йәнәш атлаған, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән, мал көтөргә лә, ҡош-ҡорт ҡарарға ла ваҡыт тапҡан, һәр яңылыҡты ҡабул итергә тырышҡан егәрле һәм уңған ханымдың ҡайһы арала йортон да, баҡсаһын да гөл-сәскәгә төрөндөрөргә ваҡыт таба алыуына һоҡланыуымдың сиге булманы. Матурлыҡҡа ғашиҡ йәндәр генә матурлыҡ тыуҙыра алыуға һәләтле шул.