Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
5 Июль 2020, 22:00

АЙГӨЛ ИЛЕН КҮРҘЕМ ӘЛЕ...

«Айгөлсә» биҙәлгән шәхси йорт, гараж ҡапҡаларын да, магазин алтаҡталарын да осратырға мөмкин. Йәш кәләштәр унан биҙрәләрен, һандыҡтарын да биҙәтеп ала. Ғөмүмән, заказдар күп, эшләп кенә өлгөр. Хатта өлгөрә алмай төндәрен дә һүрәт төшөргән, плакаттар эшләгән сағы була икән уның.

Айгөл илен күрҙем әле,
Ул ҡояшлы баласаҡ.
Кескәй күңел һүрәттәрҙән
Ҡояш нуры аласаҡ.
***
Ат яратҡан гүзәл затты
Һирәк кенә күрәһең.
Айгөл һеңленең йөрәге
Батырҙыҡы күрәһең.
Тимер Ниәтшин.
Башҡортостанда тыуған, буй еткергән һәр кемдең күңеле матурлыҡҡа тартылалыр ул...Бындай хозур тәбиғәтле ерҙә үҫеп тә гүзәллеккә ғашиҡ булмай ҡара! Шуға ла беҙҙең яҡташтар араһында талантлылар күп. Йә йыр яҙа, йә шиғыр... Йыр-моңға әүәҫе лә, дер һелкетеп бейеүсеһе лә бар... Бар күргәндәрен төҫлө буяуҙар менән аҡ ҡағыҙға төшөрөүселәр ҙә осрай. Бөгөн шуларҙың береһе менән таныштырырға теләйем.
Шундай замана килде: интернет таныштыра, интернет дуҫлаштыра. Рәссам Айгөл Нәжип ҡыҙы Бөркөтбаева менән дә социаль селтәрҙә танышып киттем. Үҙенән алда «Бәйләнештә» селтәрендә осраҡлы ғына балалар баҡсаһы стеналарына, ҡапҡаларға эшләгән матур, сағыу һүрәттәр күрҙем. Шул саҡ оҫтаның үҙе менән тынышыу теләге уянды.
Айгөл Нәжип ҡыҙы сығышы менән хозур тәбиғәтле, тау-урмандарға бай Әбйәлил районынан. Ул бәләкәй саҡта әсәһе менән Баймаҡ районына күсеп килгән. Әсәһе Лариса Ғибат ҡыҙы ғүмере буйына колхозда эшләй, ә атаһы Ғибадулла Фазулла улы (Айгөлдө үҙ ҡыҙылай матур ҡарап үҫтерә) мәктәптә хәрби әҙерлек һабаҡтары бирә. Айгөл Беренсе Этҡол ауыл мәктәбендә 5 йыл уҡығандан һуң, уҡыуын республика һынлы сәнғәт мәктәп-интернатында (хәҙерге Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге гимназия) дауам итергә ҡарар итә. Һүрәт төшөрөүгә маһирлығы булған ҡыҙҙарының теләгенә ҡаршы төшмәй ата-әсә. Шулай итеп, бәләкәй Айгөл баш ҡалаға юллана.
—Көн һайын 8 дәрес уҡый торғайныҡ. Төрлө түңәрәктәргә йөрөнөм. Скульптура, балсыҡ менән эшләү, һырлап биҙәкләү, география түңәрәктәрен бигерәк ныҡ яраттым. Өфөлә уҡыған саҡтарым хаҡында йылы тәьҫораттар һаҡлайым. Унда тапҡан дуҫтарым менән әле булһа ла аралашабыҙ,—ти Айгөл Нәжип ҡыҙы.
Тормошта һәр кемгә ял кәрәк. Кемдер ятып серем итеп алыуҙы, кемдер китап уҡыуҙы, бәғзеләр кинәнеп һыу инеүҙе иң шәп ялға тиңләй. Ә бына Айгөл Нәжип ҡыҙына һүрәт төшөрөү оҡшай. Буяуҙар менән булышҡанда ул бар мәшәҡәтен онота, ләззәт кисерә.
—Беҙ, рәссамдар, башҡалар күрмәгән матурлыҡты күрә, хатта тоя беләбеҙ. Ошо һәләтте Хоҙай миңә биргәне өсөн рәхмәтлемен. Үҙебеҙ күргәнде башҡаларға еткереү бурысы бирелгән,—ти әңгәмәсем.—Мин тәбиғәтте күҙәтеүҙән күңелемә рәхәтлек алам, тау-ҡаяларға көндәр буйы ҡарап тора алам. Аттарҙы ныҡ яратам. Өфөлә уҡығанда «Аҡбуҙат» ипподромына йөрөнөм.
Айгөл Нәжип ҡыҙы Бөркөтбаева һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡыған йылдарынан алып һүрәт төшөрә. Әле күп милләттәштәребеҙ кеүек үк алыҫ себер яҡтарында йөрөргә мәжбүр. Ялға тыуған яҡтарына ҡайтҡан саҡта яратҡан эшенә ихлас тотона. Беренсе Этҡол, Ҡаратал ауылдарының балалар баҡсаһына, мәҙәниәт йорттарына милли зауыҡ менән һүрәт төшөргән. Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылындағы «Миләш», «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы, балалар дауаханаһы стеналарына ла Айгөлдөң күңел йылыһы һалынған. Белорет балалар йортонда ла уны оҫта рәссам итеп беләләр. «Айгөлсә» биҙәлгән шәхси йорт, гараж ҡапҡаларын да, магазин алтаҡталарын да осратырға мөмкин. Йәш кәләштәр унан биҙрәләрен, һандыҡтарын да биҙәтеп ала. Ғөмүмән, заказдар күп, эшләп кенә өлгөр. Хатта өлгөрә алмай төндәрен дә һүрәт төшөргән, плакаттар эшләгән сағы була икән уның. Алыҫ Екатеринбург ҡалаһынан саҡыртып алып, сәйханананы биҙәтеп тә алғандар бер мәл.
Ошондай һәләтле яҡташыбыҙҙың үҙ еренән ситтә йөрөүе генә күңелде әрнетә. Ниңә беҙҙә талантлыларға баһа ҡуйылмай? Ниңә лайыҡлы эш хаҡы түләнмәй? Уйлаһаң уйылып китмәле...
—Себер тарафтарында йөрөүемә 4 йыл инде. Бында яҡташтарыбыҙ шул тиклем күп. Кем менән генә танышмайым, күпселеге Сибай, Баймаҡ яҡтарынан. Башлыса юғары белемлеләр. Тәрбиәселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар. Улар бында ашханала эшләргә мәжбүр. Һүҙ юҡ, эш ауыр. Әммә түҙәләр, ғаиләне ҡарарға, бөтмәҫ кредиттарҙы, ипотеканы ябырға кәрәк. Бәләкәй балаларыңды ҡалдырып, ҙур сумка һөйрәп сығып китеүе бер кемгә лә рәхәт түгел. Ошоларҙы белеп, күреп йән әсей. Үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләһәләр ҙә улай уҡ ҡыйын булмаҫ ине. Изге һөнәр эйәләренең тыуған яҡта кәрәк булмауы башҡа һыймай,—тип әсенә Айгөл.
Талантлы рәссам тәбиғәт хозурлығына ғына түгел, кешеләрҙең күңел матурлығына ғашиҡ. Эскерһеҙ, ихлас, асыҡ, саф күңелле кешеләрҙе үҙ итә ул, ике йөҙлөләрҙе яратмайым, ти.
—Был донъяның матурлығын күреп, рәхәтлеген тойоп, ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк. Ҡолап киткәнсе, аяҡтан йығылғансы эш тип сабырға ярамай. Айырыуса был ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Үҙегеҙҙе яратығыҙ,—ти Айгөл.
Ҡар өҫтөндө усаҡ яғыр ҡатын... Нәҡ шулай тиҙәр эшкә әрһеҙ, сос, булдыҡлы гүзәл заттарға ҡарап. Айгөл Нәжип ҡыҙы ла һәр яҡлап бөтмөр. Заманында ҡолас ташлап бесән сапҡан, атҡа атланып күбәһен дә тарттырған, утын да яра белә икән.
—Ысынлап ауыл ҡыҙымын. Бер эштән дә ҡурҡмайым. Ауылдағы өйөмдө яратам. Уны үҙемсә биҙәп, тәҙрәләрен семәрләп алдым. Башҡаларҙан айырылып торорға яратам. Ауылда күптәр ҡапҡаларын йәшел, йә күк төҫкә буяй, ә мин ҡарағусҡыл ҡыҙыл (рубин) төҫөнә өҫтөнлөк бирҙем. Йәнә ҡыҙыл, һары, аҡ төҫтәрҙе яратам,—ти Айгөл Бөркөтбаева.
Һәр кем үҙ тормошоноң рәссамы тиҙәр. Айгөл Нәжип ҡыҙының һүрәттәре генә түгел, тормошо ла сағыу төҫтәргә мансылһын, күҙҙең яуын алып, һоҡландырып торһон!