Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
13 Июнь 2020, 13:00

Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек

Август айында уның ихатаһында үҫеп ултырған ағасҡа күс килеп ҡуна. Ысынында хәлдең булыуы мөмкин түгел, сөнки бал ҡорттары июнь-июль айҙарында ғына күс айыра. Был ғәжәп күренеште Ислам Ҡәйүм улы Хоҙайҙың ҡушыуы тип ҡабул итә, уға ла умартасылыҡ менән шөғөлләнергә ваҡыт еткәнлеген аңлай. Тәүәкәлләп, күсте ҡышҡылыҡҡа әҙерләп, умарта ултырта...

Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән тәжрибәле умартасыларҙың береһе Хәйбулла районында йәшәй. Ата-бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға күсә килгән шөғөлөнә тоғролоҡ һаҡлап, уларҙың юлын лайыҡлы дауам итеп, бөгөн был кәсепте үҙенең улдарына һәм ейәндәренә өйрәткән Ислам Илбәҡов хаҡында булыр һүҙебеҙ.
...Ислам бала саҡтан атаһы Ҡәйүмдең умартасылыҡ менән
шөғөлләнеүен күреп үҫә. Уның сәғәттәр буйы һөйләгән хикәйәттәре күңелендә әле лә һаҡлана. Атаһы уларҙың нәҫеленең элек-электән солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүен, үҙенең дә был кәсепте риза булып дауам итеүен, артабан да уның юҡҡа сыҡмауына ышаныс белдереүен малайҙарына йыш әйтер булған.
Балалары араһында берәү ҙә “мин умартасы булам” тип әйтергә баҙнатсылыҡ итмәй. Ҡәйүм ҡарт Илбәҡовтарҙың солоҡ тамғаһын күрһәтә, был тамға артабан юғалып ҡалмаҫҡа тейешлеген иҫкәртә. Әллә күпме ваҡыт үтеп тә китә. Ислам Илбәҡов та күңеленә оҡшаған һөнәрҙәрҙең береһе—шоферлыҡҡа уҡый. Туған колхозында водитель булып эшләй, ауылда фельдшер булып эшләүсе Вәзимәне кәләшлеккә ала. Атай нигеҙе янында шығырҙап торған ҡарағастан күркәм йорт һала, бер-бер артлы Ғәҙел, Йәзилә һәм Буранбай исемле балалары тыуа. Тик урамдың бер яҡ ситендә ата-һынан ҡалған умарталар ғына етемһерәп ултырғандай тойола.
Хоҙай ҡушыуымы, әллә ысын-барлыҡтың тап килеүеме, әммә бер мөғжизәле ваҡиға Ислам Илбәҡовтың тормошон үҙгәртә.
1990 йылдың авгусында уның ихатаһында үҫеп ултырған ағасҡа күс ки-леп ҡуна. Ысынында хәлдең булыуы мөмкин түгел, сөнки бал ҡорттары июнь-июль айҙарында ғына күс айыра. Был ғәжәп күренеште Ислам Ҡәйүм улы Хоҙайҙың ҡушыуы тип ҡабул итә, уға ла умартасылыҡ менән шөғөлләнергә ваҡыт еткәнлеген аңлай. Тәүәкәлләп, күсте ҡышҡылыҡҡа әҙерләп, умарта ултырта. Ҡышты ҡорттар имен сыға-сығыуға, ләкин балалары оса алмай, ҡанаттары булмағанлыҡтан, ҡырмыҫҡа кеүек атлай ҙа китәләр. Аптырап ҡала Ислам Илбәҡов: төрлө китаптар уҡый, ҡортсолоҡ буйынса журналдар алдыра. Бал ҡорттарының сирләгәне асыҡлана, Ҡаҙан ҡалаһынан яҙҙырып дарыуҙар ҡайтара. Ике йыл тигәндә был ауырыуҙы ла еңә умартасы. Артабанғы уның төп эше күстәр һанын арттырыуға ҡайтып ҡала. Күп кенә умартасылар кеүек, балды нисек күберәк алырға тип баш ватмай ул, ә киреһенсә, тәүҙә һау-сәләмәт бал ҡорттарын күбәйтеү тураһында хыяллана. Ә хыялдарҙың ҡасан да булһа тормошҡа ашасағын һәр кем
белә. Бөгөн тәжриәбле умартасының 100-ҙән ашыу умартаһы бар. Тәүге йылда умарталарын ишек алдында тота, хәҙер ауылдан алыҫ түгел Мансур тауы итәген ҡуртымға алып, йәмле тәбиғәт ҡосағында ҡортсолоҡтоң үҙ “дәүләт”ен төҙөгән. Яҡында ғына йүкәлектең булыуы ла умартасы өсөн отошло. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Хәйбулла районының ҡырыҫ тәбиғәтенә ҡарамай, тик был ерҙәрҙә генә хуш еҫле төрлө-төрлө сәскәләр үҫә.
Йүкә сәскә атҡан ваҡытта бер күс көнөнә ун-ун биш килограмм һут ташығанын иҫәпкә алғанда, умартасы балдан мул табыш алыуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Ә инде төрлө-төрлө сәскә һуттарынан йыйылған балдың ифрат шифалы һәм ҡиммәтле икәнен аңлатаһы кәрәкмәй. Тик шифалы һәм татлы балды өҫтәлгә ултыртыу өсөн күпме хеҙмәт түгелгәнлеген уны үҙ елкәһендә татығандар ғына аңлайҙыр...
—Күптәр умартасы шөғөлөнә еңел кәсеп тип ҡарай,—ти умартасы Ислам Илбәҡов.—Балды ашауы ғына еңел, ә уны еткереүе ай-һай... Иртән таңдан тороп, кискә тиклем ялҡауланмаҫҡа кәрәк. Хаҡлы ялға сыҡҡас, бар көнөм умартасылыҡта үтә, ҡатыным Вәзимә лә ярҙамлаша. Буранбай улым бәләкәйҙән эргәмдә йөрөй, ҡорт айырыуҙа һәм бал һығыуҙа иң ҙур ярҙамсым. Ҡорттарға ҡарап, быйыл йыл яҡшы килер, бал күп булыр тигән өмөттәмен. Сөнки бал ҡорттары ҡабаланмай, бал йыя, ашыҡмай. Тимәк, кәрәҙҙәрен тултырыуҙарына ышаныстары бар. Бал ҡорттары—шундай һиҙгер һәм нәзәкәтле бөжәк, улар алдай белмәй. Таҙа йөрөгән, изге уй уйлағандарҙы ғына ярата үҙҙәре лә.
Бал ҡорттарының эшсәнлеге аталы-уллы Ислам һәм Буран-бай Илбәҡовтарға ла күскән. Ысынлап та, бал ҡорттары кеүек тырыш һәм эшсән булғанда ғына ҡалағың балға тулыр. Сөнки ҡортсолоҡ табышлы кәсеп булһа ла, мәшәҡәте лә, эше лә етәрлек.