Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
10 Февраль 2020, 18:05

Шыжлап китер самауырҙар...

Бала саҡтың иң матур хәтирәһе булып урындыҡ түренә менеп ҡунаҡлаған, һәр саҡ боҫрап ҡайнап ултырған өләсәйемдең самауыры янында күрше инәйҙәрҙең бергә йыйылышып, көңгөрләшеп сәй эсеүе күңелемдә һаҡлана. Шуға күрә ҡайҙа ғына барһам да, самауырлы табын булһынмы, самауырҙар күргәҙмәһеме, Самауыр байрамы үтһенме—һәр ерҙән ана шул бала саҡтың бер йылыһын эҙләп, нур алып ҡайтырға тырышам.Самауыр йүнәтеүсе Мансур Сәйетҡолов менән дә Баймаҡ ҡалаһында үткән бер сарала таныштыҡ. Дөрөҫөрәге, боронғо еҙ самауырҙар күргәҙмәһе янынан тыныс ҡына үтә алманым: уларҙың шул тиклем күплелеге һәм төрлөлөгө хайран итте, һоҡландырҙы. Мансур Шәфҡәт улының самауыр йүнәтеүе хаҡында белгәс, уның менән осрашырға теләк тыуҙы...

Бала саҡтың иң матур хәтирәһе булып урындыҡ түренә менеп ҡунаҡлаған, һәр саҡ боҫрап ҡайнап ултырған өләсәйемдең самауыры янында күрше инәйҙәрҙең бергә йыйылышып, көңгөрләшеп сәй эсеүе күңелемдә һаҡлана. Шуға күрә ҡайҙа ғына барһам да, самауырлы табын булһынмы, самауырҙар күргәҙмәһеме, Самауыр байрамы үтһенме—һәр ерҙән ана шул бала саҡтың бер йылыһын эҙләп, нур алып ҡайтырға тырышам.
Самауыр йүнәтеүсе Мансур Сәйетҡолов менән дә Баймаҡ ҡалаһында үткән бер сарала таныштыҡ. Дөрөҫөрәге, боронғо еҙ самауырҙар күргәҙмәһе янынан тыныс ҡына үтә алманым: уларҙың шул тиклем күплелеге һәм төрлөлөгө хайран итте, һоҡландырҙы. Мансур Шәфҡәт улының самауыр йүнәтеүе хаҡында белгәс, уның менән осрашырға теләк тыуҙы.
Халҡыбыҙҙың онотола барған боронғо шөғөлөн үҙ иткән ағай Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Тәүҙәрәк бары тик ҡыҙыҡһыныуҙан ғына башлаған эше бөгөн уның күңел талабын ҡәнәғәтләндергән, буш ваҡытын үткәрергә ярҙам иткән кәсепкә әйлән-гән тиһәк тә була. Иртәнән алып кискә тиклем үҙенең аласығында самауыр йүнәтә ул. Үҙенә күрә кескәй оҫтахананы хәтерләткән эш урынында ниндәй генә тимер–томор юҡ: станогы ла, кәрәкле ҡорамалдары ла урын алған, тимер мейестә ут яна, түрҙә самауырҙар ултыра. Улар араһында яртылаш ҡыйшайып, һемәгенән һыу ағып ултырғандары ла, утлыҡтары эшкинмәй, ҡайнатырға яраҡлы булмағандарын да осратырға мөмкин. Шулай уҡ кемдер йүнәтергә алып килгән, икенселәре йылдар буйына йыйылған юшҡынды таҙартыуын һораған. Барыһы ла оҫтаның ҡулы тейеү менән ҡайтанан “терелеп” китә, ҡуҙ һалыу менән йырларға тотона. Тәү ҡарашҡа ғына еңел күренгән шөғөл, ысынында иғтибарлы булыуҙы талап итә, хатта ҡайһы урынында ювелир ҡулының булыуы ла мотлаҡ.
Районда машина радиаторҙарын ремонтлаусы булараҡ танылған Мансур Шәфҡәт улына ауылда йәшәүсе бер дуҫы ҡәйнәһенең еҙ самауырын йүнәтеп биреүен үтенә. Дуҫының һүҙен ҡыймай ғына ризалаша, әммә ремонтланған самауырҙың өр-яңылай ялтырап, тиҙ генә ҡайнап китеүе оҫтаның дәртен күтәрә, ҡыҙыҡһыныуын арттыра. Аҡрынлап ошо шөғөлгә килеүен үҙе лә һиҙмәй ҡала. Бер-береһенән ишетеп, күрепме, боҙоҡ самауырҙарын йүнәттерергә теләүселәр табыла. Итексе итекһеҙ булырға тейешме ни тигән уйҙан сығып, геройым үҙе лә самауыр йыйырға тотона. Кемдәндер һатып ала, тимер-томор йыйыусыларҙан бөртөкләп сүпләгәндәй, барып таба, хаҡын түләп алып ҡайта. Үҙҙәре ишетеп тә, алып килеп ҡалдырыусылар ишәйә.
—Еҙ самауырҙарҙы күберәк төрлө ҡалаларҙан йыйҙым, дөрөҫөрә-ге, металл тапшырыусыларҙы эҙләп, уларҙан һатып алдым. Күбеһенең формаһы ла юҡ ине. шулай ҙа алып ҡайттым, яңынан ҡоршап, йүнәтеп ҡуйҙым. Ҡайһы мәлдә үҙемдең шөғөлөмдө табип һөнәренә лә оҡшатып ҡуям, бигерәк тә хирургҡа. Улар сирлеләрҙе дауалап, операция эшләп, һауыҡтырһа, мин самауырҙарҙы “һауыҡтырым”, уларҙы дауалайым,—тип йылмая геройым.—Ҡыҙыҡ өсөн ҡайһы бер самауырҙың ауырлығын үлсәп, яҙып ҡуям. Аҙаҡ ултырған ҡомағын таҙартып ҡуйғандан, яңынан үлсәйем. Берәр килограмға тиклем кәмей. Эшемдең аҙағын күреү күңелемә ҡыуаныс өҫтәй. Үҙемдең һәр йүнәткән самауырға һыу ҡойоп, ҡайнатып ҡарайым. Һемәге аҡмаймы, тиҙ ҡайнаймы икәнлегенә ныҡлап ышанғас, хужаларына шылтыратам.
Мансур Сәйетҡоловтың шәхси коллекцияһында 20-нән ашыу самауыр иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе—боронғо еҙ самауырҙар. Иң боронғо самауыр 1890 йылғы. Әйткәндәй, һәр самауырҙың үҙенең эмблемаһы бар, ҡайһыларының миҙалы ла һуғылған. Төрлө илдәрҙә күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, урын алған самауырға миҙал бирелгән һәм уны сығарған завод артабан миҙалды үҙ әйберенә һуҡҡан. Беҙҙең илдә самауырҙарҙы Тула ҡалаһындағы завод сығарған, шуға күрә улар Тула самауырҙары тип аталған. Тәүҙәрәк күмер менән ҡайнатылғандары сыҡһа, һуңыраҡ электр менән эшләгәне һатыуға сығарылған.
Самауыр йүнәтеүсе Мансур Сәйетҡоловтың эш мәлен бер аҙ күҙәтергә тура килде. Самауыр төбөндәге ҡуҙ ятҡан ерен—утлыҡты алып көргәүес менән көргөргә тотондо. Унда йыйылған юшҡын саңланып та, кескәй таш формаһында ла ергә ҡойола. Аҙаҡ уны таҙартып, кире урынына ултырта. Хәҙер оҫта заманға яраҡлаштырылған электр ҡорамалдары менән эш итә. “Һәр нәмәне үҙемдең эшемә яраҡлаштырып алдым. Бик нескә урындарын ғына көргәүес менән эшләйем. Еҙ самауырҙы ҡайҙан күп таптығыҙ, тип аптырайҙар. Ә бит һәр сама-уырҙы еҙ итеп эшләп алырға мөмкин. Сөнки уларҙың барыһы ла еҙҙән эшләнә, аҙаҡ ҡайнатҡанда нығыраҡ булһын, янмаһын һәм ялтыр булһын өсөн өҫтөнә никель ялатыла. Тимер щеткалар ярҙамында уларҙы ныҡ итеп таҙартҡанда, уның тәүге формаһына, йәғни еҙ самауырға ҡай-тарырға мөмкин. Тик саңы бик ауыр һәм тын юлдары өсөн зарарлы. Шуға күрә махсус битлектәр кейеп эшләү талап ителә. Ауыр, көндәр буйы ышҡып торорға кәрәк. Аҙаҡ уны ҡат-ҡат тигеҙләп сығаһың. Ҡайһы бер еҙ самауырҙарҙы ошондай юл менән эшләп алдым, күбеһен һатып алырға тура килде”.
Шәхси коллекционер булараҡ, Мансур Сәйетҡоловтың бер самауыры икенсеһен ҡабатламай. Ҙурлығы һәм күләме, эшләнеше һәм формаһы яғынан һәр береһе үҙенсә айырылып тора. Иң мөһиме—уларҙың барыһын да ҡайнатырға мөмкин, йәғни ҡулланыуға яраҡлы. Туйҙар үтһенме, төрлө байрамдар булһынмы, таныштары Мансур Һиҙиәт улынан самауырҙарын һорап, ҡунаҡтарын йылы һәм тәмле самауыр сәйе менән һыйлай. “Аҙна һайын самауыр ҡайнатып алабыҙ, самауыр сәйе тәмле”,—ти йорт хужабикәһе Нәзифә Вәдүт ҡыҙы ла.
Иренең был шөғөлөнә уның үҙ ҡарашы. “Яратҡан эш ялҡытмай, тигәндәре хаҡтыр. Көндәр буйы аласыҡта тимер-томор менән булыша ала. Тәүҙәрәк аҡса юғыраҡ ваҡытта барған еренән самауыр һатып алып ҡайтыуына йән көйә ине, артабан күнегеп киттем. Элегерәк самауырға иғтибар булманы, хәҙер халыҡтың самауырға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы арта, уны һатып алырға теләүселәр күбәйҙе, бигерәк тә боронғо еҙ самауыр һораусылар бихисап. Тик беҙ уларҙы һатмайбыҙ, әле үҙебеҙ еҙ ҡомған менән батмус эҙләп табып алдыҡ. Аяттарҙа шуларҙы ҡулланабыҙ, еҙ самауыр ҡайнатабыҙ”,—ти ҡатыны.
Әйткәндәй, элегерәк кейәүгә әҙерләгән ҡыҙҙарының бирнәһе иҫәбендә самауырҙың булыуы мотлаҡ һаналған. Самауырлы табын—ғаиләнең бөтөнлөгөн һәм татыулығын сағылдырған. Замандар үҙгәреү менән ҡыҙҙарҙы самауыр менән оҙатыу ҙа юғала бара. Дүрт ҡыҙ тәрбиәләгән әсәйем беҙ мәктәптә уҡып йөрөгән сағыбыҙҙа уҡ һәр беребеҙгә электр самауырын инселәп һатып алып, түргә ултыртып та ҡуйғайны. Бөгөн һәр беребеҙҙең өйөндә бирнә менән килгәненән башҡа, әсәйҙең яҡты иҫтәлеге булып, уның ҡулы тейгән күмер самауырының булыуы менән бәхетлебеҙ.
Күптәр мәҡәләне уҡып, оҫтаның самауыр һата-һатмауы тураһында ла ҡыҙыҡһыныр. Мансур Сәйетҡолов самауыр һатмай, ә уларҙы тик йүнәтә. Әгәр самауырығыҙ иреп йәки һемәгенән һыуы аға, йә булмаһа ҡайнамай ыҙалата икән, Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе оҫтаға алып килергә мөмкин. Шулай уҡ төрлө байрамдарҙың, һабантуйҙарҙың йәме булған самауырҙар күргәҙмәһен осратырға тура килһә, янына бармайынса, Баймаҡ коллекционеры Мансур Сәйетҡоловтың еҙ самауырҙарын күрмәйенсә, самауыр сәйен тәмләмәйенсә китмәгеҙ!
Ҡасандыр самауырлы булыр өсөн өләсәйҙәребеҙ бер һыйыр биреп, һатып алып ҡалған. Бөгөн магазин кәштәләрендә Тула самауырҙарының төрлөһөн осратырға була, әммә беҙҙең күңелдәрҙә барыбер бала саҡтан сәй эскән,бөгөн ҡомартҡыңа тиң күмер самауыры һаҡлана. Ә инде халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөн үҙ итеп, оҫта ҡулдары менән нисәмә быуын ҡулланған иҫтәлекле самауырҙарға ҡайтанан йәм һәм йән өрөүсе Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Мансур Сәйетҡоловтың эшен дауам итеүселәр булмауы ғына бер аҙ кәйефте ҡыра. “Минән килеп өйрәнеп ҡалығыҙ тип әйтһәм дә, теләүселәр юҡ”,—ти оҫта.
Хәнифә Игебаева.
Баймаҡ ҡалаһы.