Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
22 Ноябрь 2019, 21:57

ҺӨНӘРЛЕ ЭШҺЕҘ БУЛМАҪ

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле. Ә ҡатын-ҡыҙ өсөн уның иҫәбе лә, һаны ла юҡтыр ул... Бигерәк тә ауылда йәшәүсе гүзәл зат көнөнә генә әллә күпме эш башҡара. Баймаҡ районының Ғүмәр ауылында донъя көтөүсе Флүрә Фәтих ҡыҙы Ноғоманова ла шундай бөтмөр, эшлекле ханымдарҙың береһе.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле. Ә ҡатын-ҡыҙ өсөн уның иҫәбе лә, һаны ла юҡтыр ул... Бигерәк тә ауылда йәшәүсе гүзәл зат көнөнә генә әллә күпме эш башҡара. Баймаҡ районының Ғүмәр ауылында донъя көтөүсе Флүрә Фәтих ҡыҙы Ноғоманова ла шундай бөтмөр, эшлекле ханымдарҙың береһе.
Урта белемде Баймаҡ ҡалаһында ала ул. Тегеү эшенә һәләтен күреүсе хеҙмәт уҡытыусыһы артабан уҡырға өндәһә лә, тегенсе танытмаһы алған йәш ҡыҙ тыуған яғына ашҡына. Үҙ ауылында баҫалҡы, аҙ һүҙле Шәрифйән исемле егеткә кейәүгә сығып, һәүетемсә генә йәшәй башлайҙар.
“Сәй эсереп кенә ҡаратты инде”,—тип шаярырға ярата ире. Ысынлап та, бер туйҙа сәй яһау эшен Флүрә апайға йөкмәтәләр. Шунан башлана инде ғаиләгә нигеҙ һалыр мөхәббәт тарихы. Кәләшенән уңа Шәрифйән ағай. Флүрәһе йорт мәшәҡәте менән бергә яратҡан тегеү, бәйләү, сигеү эшен дә алып бара. Һәләтен артабан үҫтереү өсөн почта аша журналдар яҙҙырып алып, шуларға таяна.
Шәрифйәне менән ике ҡыҙ—Флүзә менән Ләләне үҫтереп, лайыҡлы һөнәр алырға ярҙам итәләр. Әлеге көндә кесе ҡыҙҙарын кейәүгә биреп, улар ҡайны менән ҡәйнә лә булған.
Атанан күргән—уҡ юнған, әсәнән күргән—тун бескән, тигәндәй ҡыҙҙарын Флүрә апай бәләкәйҙән ҡул эштәренә өйрәтә. Уларҙың тик ултырыуҙарын, ваҡыттарын юҡҡа сарыф итеүҙәрен теләмәй. Хәҙерге көндә ҡайһы бер ауылдарҙа бушты-бушҡа ауҙарып йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреп эсе бошоуы хаҡында ла белдерҙе.
—Иң ҙур, иң ауыр эшем тип ҡорама юрғанымды атап әйтер инем. Биҙәкте, бер-береһенә төҫтәре тап килгән туҡыманы еткереүе ауыр булды. Ойоҡ, кофта бәйләтеүгә, ҡорама юрғандарға заказдар булып тора. Йәй көнө өлгөрөүе ауыр,
шулай ҙа яратҡан эш бер ҡасан да ялҡытмай,—ти үҙ һөнәренә ғашиҡ ҡатын.
Буш торған иҫке өйөндә тегеү цехы асыу теләге барлығын да йәшермәне ул: “Бер нисә кеше менән бергәләп эшләгән осраҡта күңеллерәк тә булыр ине”,—ти.
Йомаш ауылында асылған “Колибри” йәмғиәте цехына ла йөрөп эшләгән сағы ла була. Тик цехтың эшмәкәрлеге оҙаҡҡа бармаған. Бынан тыш, уға һауынсы ла, типографияла йыйыусы ла, ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы ла булып та эшләргә тура килә.
Ауылда мәктәп ябылған, клуб юҡ. Әммә дәртле халыҡ бошоноп ҡалмаған. Быйыл, Театр йылы булғанға күрә, Флүрә Һәм Шәрифйән Ноғомановтарҙың өйҙәре ваҡытлыса клубҡа ла әйләнеп ала. Унда спектакль әҙерләйҙәр һәм Ярат ауылы халҡына тәҡдим итәләр.
Салт, көләс йөҙлө, ихлас Флүрә Ноғоманованан өлгө алырға була. Тилбер ҡулдары арыу-талыу белмәүен, күңеле һөйгән һөнәренең үҙенә лә, башҡаларға ла шатлыҡ ҡына өҫтәп тороуын теләге килә.