Һәр бер ҡатын-ҡыҙға ғаилә усағын һаҡлау өсөн эске балҡышын юғалтмау мөһим. Уның күңел һалып башҡарған эше, яратҡан шөғөлө булырға тейеш. Юғиһә, ул йәшәү йәмен юғалта. Өй, бала мәшәҡәттәренә генә күмелеп ултырыу күптәрҙең күңеленә хуш килмәй. Сөнки һәр беребеҙ үҙенә күрә шәхес. Һәр кемгә туҡтауһыҙ үҫешеү, яратҡан шөғөлө тулҡынында йөҙөү мөһим.
Һөнәре буйынса менеджер булған Әлфиәнең, декрет ялына сыҡҡас, күңелендә ниндәйҙер бушлыҡ барлыҡҡа килгәнен тоя. Гел генә кеше араһында булыуға, аралашыуға өйрәнгән йәш ҡатынға өйҙөң стеналары тар һымаҡ тойола. “Декрет ялына сығып, эштән киткәс, күңелем һәр ваҡыт ниҙер көҫәгән һымаҡ булды. Парктар, магазиндар буйлап йөрөп, урам ҡыҙырыу йәнем теләгән рәхәтлекте бирмәй ине. Етмәһә, тыуған Баймағымдан алыҫта—Себер тарафтарындамын. Яҡындарым янда юҡ. Йөрәгемдең бер ере китек һымаҡ булып тик торҙо. Йөклөлөк—үҙенә күрә ҡатын-ҡыҙ өсөн ауыр осор бит инде. Ул мәлдә тотош организм да, психологик хәлең дә үҙгәрештәр кисерә. Күптәр бала тапҡандан һуң депрессияға бирелеүсән. Миндә лә ундай осор булып алды. Әммә был минең тормошомда яңы донъяға асыш ине,”—тип уйҙары менән бүлешә йәш әсә.
Ғөмүмән, улы тыуғас, Әлфиә бәләкәсенә ыуаҡ-төйәк кейемдәр тегеү өсөн теген машинаһы һатып алырға була. Бәхетенә күрә, осраҡлы ғына рәүештә ҡулына бик яҡшы сифатлыһы килеп эләгә. Махсус белеме булмаһа ла, интернеттан эскиздар алып, Арсен улына кейемдәр тегергә тотона. “Бәләкәй саҡтан тегеү эшенә ул тиклем ынтылышым һиҙелмәһә лә, ҡурсаҡтарға кейемдәр тегеп кейҙерергә ярата инем. Әммә бер ҡасан да мөкиббән китеп был эш менән шөғөлләнермен тип уйламаным. Улыма кейемдәр тегеп ҡарау өсөн машинка артына ултырғас, ниндәйҙер күңел күтәренкелеге тойҙом. Был эште башҡарыу аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә ине миңә,”—тип ихлас хәтирәләргә бирелә Әлфиә.
Бер аҙҙан йәш әсә үҙенә шапка һәм снуд тегеп ҡарарға була. Бында ла интернеттағы оҫталарҙың эскизы ярҙамға килә уға. Беренсе эштәре нисектер килешһеҙ кеүек тойола уға. Шулай ҙа яҡындары менән бүлешер өсөн уларҙы даими рәүештә социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалып бара. Тегеү эшенә күңел өсөн тип кенә ҡараһа ла, яйлап әйберҙәре менән ҡыҙыҡһыныусылар барлыҡҡа килә. “Хәҙер миңә ул ваҡыттағы шапка һәм снудтарым бер төрлө килбәтһеҙ, килешһеҙ генә һымаҡ тойола. Шуға ҡарамаҫтан, сәхифәмә һалғас та, хаҡын һораша башлаусылар булды. Эшемде тәүге тапҡыр һатып ебәргәс, клиентым ризаһыҙ ҡалыр инде тип ҡурҡҡайным. Быға тиклем тегенгәнем дә юҡ ине бит. Әммә ҡурҡыуым бушҡа булып сыҡты,”—ти көлөп Әлфиә һылыу.
Ҡурҡҡан эш хәйерле була, тиҙәр. Ысынлап та, үҙенә бик матур тойолмаған шапка һәм снудтарын ҡапыл барлыҡҡа килгән клиенттары бик яратып ҡабул итә. Күңел һалып башҡарған эш шулай хәйерле, бәрәкәтле булалыр ул. Әлфиә лә бит тегеү эшенә аҡса эшләү сараһы тип тотонмай, күңеле көҫәгәнде генә башҡара. Ул мәлдә бер ни тиклем ваҡыттан һуң был шөғөл килемле эшкә әйләнер тип күҙ алдына ла килтермәй. Был донъяла бер нәмә лә осраҡлы ғына түгел. Улым өсөн әҙ-мәҙ тегенәйем тип тотонған нәмәһе уның өсөн күңел талабына яуап биргән яратҡан шөғөлөнә әйләнеп китә.
“Осраҡлы ғына заказдар ҡабул итеп, клиенттарым барлыҡҡа килгәс, был эш менән нығыраҡ шөғөлләнергә булып киттем. Эштәремдән риза ҡалғастар, күңелем дә күтәрелде. Шунан Сорғот ҡалаһының иғландар төркөмөндә реклама яһай башланым. Шулай һатып алыусыларым тағы ла күбәйҙе. Хәҙер инде ярҙамға күбеһенсә “сарафанлы радио ”килә,”—ти шапка тегеү оҫтаһы Әлфиә.
Әлфиә Ғаяз ҡыҙы Мансурованың хәҙер бер нисә социаль селтәрҙә интернет-магазины бар. Шапка һәм снудтар һатыуға йүнәлтелгән тар өлкә булһа ла, бынан уға ярайһы уҡ килем килә. Сөнки Сорғотта һалҡын климат өҫтөнлөк итә. Йәйгеһен килем ике тапҡырға кәмей икән. Быға юл ҡуймаҫ өсөн Әлфиә өҫтәлмә рәүештә еңел күлдәктәр ҙә тегеп һата. Әммә күңеленә йылы шапка, снуд, хомут һәм тюрбандар тегеү яҡыныраҡ.
Күңел бушлығын тулыландырыу өсөн генә тотонған шөғөлөмдөң яратҡан эшемә әйләнеп китеүенә бик шатмын. Мин бынан ысынлап та йән рәхәте алам. Күңелеңә ятҡан кәсептән килем дә алыу үҙе бер бәхеттер ул,”—тип ҡыуана Әлфиә.
Шапка һатыуҙан ярайһы уҡ килем алыуының серен Әлфиә тап Себер тарафтарында йәшәүендә күрә. Ғөмүмән, унда үҙ эшең менән шөғөлләнеү еңелерәк тип иҫәпләй ул. Уның әйтеүенсә, сорғоттар иң тәүҙә ниндәй-ҙер әйбергә ғашиҡ була, һатып алырға ҡарар итә һәм шунан ғына хаҡы менән ҡыҙыҡһына. Ә тыуған Баймағында һатыу эше менән шөғөлләнеү ауырға төшә икән. Сөнки унда ниҙер тәҡдим итһәң, башта хаҡы менән ҡыҙыҡһыналар. Уны ҡиммәт тип тапһалар, ҡарап та тормайҙар. Әлбиттә, тегендә һәм бында ғүмер итеүселәрҙең йәшәү кимәлен сағыштырырлыҡ түгел. Шуғалырмы, беҙ аҡсаны ҡыҫып, әйберҙе хаҡына ҡарап, арзанлыһын алып өйрәнгәнбеҙ.
Әлфиә һылыуға инде эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ. Теккән әйберҙәре тән йылыһы ғына түгел, күңел йылыһы ла өләшһен.