Эш сәфәре менән Баймаҡ районына юлланырға теләүебеҙҙе әйткәс, бер коллегабыҙ:
—Йомаш ауылында ҡәләмдәрҙән иҫ киткес матур әйберҙәр яһаған бер оҫта йәшәй, тиҙәр. Шул кешене табырға тырышығыҙ, йәме,—тине.
Быны ишеткәс: «Ҡәләмдән ниндәй һоҡланғыс әйбер яһап була икән? Рәссамдыр күп булмаһа»,—тип уйлап ҡуйҙым да һүҙҙе ҡуйыртып торманым.
Иртәгәһен, юлда барышлай, коллегам Альбина тағы шул турала һүҙ ҡуҙғатҡас:
—Кем ул? Рәссаммы?—тип һорамай булдыра алманым.
—Ю-у-у-ҡ! Дөрөҫөн әйткәндә, үҙем дә белмәйем. Ҡәләмдәрҙән вазамы, әллә нәмә эшләй, тиҙәр. Йомаш мәктәбенә инеп һорашып сығырбыҙ әле?
...Йомаш мәктәбендә, һаулыҡ бирешеп, беренсе осраған уҡытыусынан һорағас, тыйнаҡ ҡына йылмайҙы ла:
—Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, һеҙ эҙләгән кеше мин шикелле,—тип мәктәп оҫтаханаһына алып инеп китте.
Оҫтаханала бер төркөм ҡыҙҙар һаҡалға мәрйен теҙеп ултыра. Береһе махсус ҡулайламаға һалып шаҡ та шоҡ тәңкәләр көмбәҙләп тора. Танышабыҙ. Баймаҡ Йәш техниктар станцияһының өҫтәлмә белем биреү уҡытыусыһы Байегетов Нәип Әхмәтдин улы икән. Магнитогорск педагогия институтын тамамлағандан һуң, 6 йыл Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында хеҙмәт дәресенән белем биргән, шунан тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, Йәш техниктар станцияһына педагог булып урынлашҡан. 1993 йылдан төп эшенән тыш тыуған ауылы Йомаш мәктәбе уҡыусыларын да технология фәненән уҡыта икән.
—Бына 7-се класс ҡыҙҙары һаҡал эшләп ултыра. Был эш-кә беҙ, ололар һаҡал кейә башлағас, ҡурҡа-ҡурҡа ғына тотонғайныҡ. Күлдәк өҫтөнән кейеп ебәрһәң һоҡланырлыҡ матур бит. Өйрәтке килә, нисек эшләргә бер кем дә белмәй. Ололарҙан һораштырам. Шунда бер ҡыҙ, ағай, мин әҙерәк беләм, ти. Тырышһаң, бөтә нәмәгә лә өйрәнеп була икән. Ҡурҡмай башлап ебәрергә генә кәрәк. Хәҙер бына ошо ҡыҙҙар үҙҙәре әбейҙәрҙән, интернеттан өйрәнеп, ағай, әйҙә былай эшләйек, әйҙә тегеләй эшләйек тип, мине лә өйрәтә.
—Ҡыҙҙар өсөн шәп—ғүмерлек һөнәр ҙә бит. Егеттәр өсөн барыңҡырамай бит әле. Элегерәк, беҙ уҡыған осорҙа, Йылайыр районының Юлдыбай мәктәбендә өлкән класс уҡыусыларын трактор, машинала эшләргә өйрәтеп, танытма биреп сығаралар ине. Шул мәктәпте тамамлаған тиҫтерҙәремдең күбеһе бөтә ғүмерен техникаға арнаны...
—Бар, малайҙар өсөн хәҙер ҙә бына тигән һөнәрҙәр бар. Мәҫәлән, һәр мәктәп оҫтаханаһында тип әйтерлек ағас ҡырыу станоктары ултыра. Ләкин улар файҙаланылмай. Ни өсөн? Иң ҙур бәлә—мәктәптәрҙә хәҙер хеҙмәт дәрестәрен ҡатын-ҡыҙҙар алып бара, ир уҡытыусылар бик аҙ. Икенсенән, ул уҡытыусылар ҡырыу эшен белеп етмәй. Өсөнсөнән, ҡырыу станогында эшләү ҙур ғына хәүефһеҙлек сараларын үтәүҙе талап итә, ә ҡайһы бер уҡытыусылар үҙ өҫтөнә ундай яуаплылыҡты алырға теләмәй. Берәй бала бармағын йәки икенсе ерен яралап ҡуйһа ...уҡытыусы яуап бирә бит!
Беҙҙең оҫтахананың буш торғаны юҡ: малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа, хатта мәктәпте тамамлап киткән егеттәр ҙә йөрөй. Тәүҙә туҡмас таяҡтары, картуф иҙгес ҡырырға өйрәтәбеҙ, шунан тоҙ һауыттары, бәләкәй генә вазалар эшләйҙәр. Өйҙәренә алып ҡайтып әсәләренә бүләк итәләр. Бәләкәй генә балаларҙың беренсе эш һөҙөмтәләренә шатланыуын күреү үҙе бер бәхет икән.
Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем дә тәүҙә, был станоктарҙа шул туҡмас таяғы менән тоҙ һауыттарынан башҡа бер нәмә лә эшләп булмайҙыр, тип уйлай торғайным. Соҡона, компьютерҙан өйрәнә төшкәс, уның мөмкинлектәре киң икәнен аңланым. Ҡатмарлыраҡ эштәргә тотонғас, беҙҙең станоктарҙың ҡеүәте етеңкерәмәгәненә тө-шөндөм. Ике станокты бергә ҡушып, яңы деталдәр өҫтәп, үҙгәртеп ҡорорға тура килде. Хәҙер беҙ ярайһы ғына ҡатмарлы әйберҙәрҙе лә ҡыра алабыҙ. Сибайға, төбәк-ара күргәҙмәләргә йөрөйбөҙ, алдынғы урындар яулайбыҙ. Йыш ҡына беҙҙең алып килгән экспонаттарҙы күргәс: «Үҙегеҙ эшләмәгәнһегеҙ. Мәктәп станоктарында бындай вазаларҙы эшләп булмай»,—тиҙәр. Аңлатырға тура килә.
Минең ошо эште бөтә ауыл мәктәптәрендә лә тергеҙгем килә. Ике йыл элек Йомашта район мәктәптәре директорҙарын йыйып кәңәшмә үткәрҙек. Мин ике сәғәтлек дәрес бирҙем. Булған өс станок та эшләп тора. Бер егетебеҙ вазаны 20 минут эсендә яһап ултыртты ла ҡуйҙы. Бөтәһе аптырай. Бөтәһе лә Нәип үҙе эшләй ҙә күргәҙмәгә алып бара, тип уйлаған икән. Шунан һуң ғына беҙгә ышана башланылар.
—Ә хәҙер, Нәип Әхмәтдин улы, мөмкин булһа, беҙ юллап килгән әйберҙе күрһәтегеҙ инде.
—Ә-ә-ә...Ҡәләмдәрҙән эшләнгән ваза бит ул. Үҙебеҙ уйлап тапҡан әйбер. Әйҙә, күрһәтәм. Күрше бүлмәлә генә ултыра ул.—Өҫтәлгә теҙеп ултыртылған тиҫтәләгән ваза араһынан береһен алып беҙгә һуҙҙы.—Бына ул. Беҙҙең фантазия. Тик ҡояшҡа сығарып ҡарағыҙ.
—Иҫ киткес матурлыҡ бит был. Ни яғы менәндер сибайҙарҙың йәшмәнән эшләгән панноларын хәтерләтеп ҡуя.
—Шул уҡ мозаика инде. Тик улар таштарҙы ҡырҡып, йәбештереп эшләй, беҙ ағастарҙан. Ҡәләмдәрҙең бөтә алты ҡырын да эпоксид клей менән һылайһың да, бер-береһенә йәбештереп, түмгәк кеүек нәмә яһайһың. Ҡатҡас, шуны станокта ҡырып, ваза яһайһың. Тәүҙә ябай ҡара ҡәләмдәрҙән генә яһағайныҡ, шунан төҫлө ҡәләмдәргә күстек. Яҡшыраҡ ҡарағыҙ әле: йәйғорҙоң бөтә төҫө менән янып тора. Шәп бит!..
Юл буйына: «Нәип Байегетовтан белем алған балалар эшем юҡ тип бер ваҡытта ла ҡайғырып ултырмаҫ»,—тип ҡыуанып ҡайттым.