АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
16 Сентябрь , 18:10

Бәхет серҙәре

Хәҙерге заманда ғаиләләге низағтар, талаш-тартыш, йәмәғәт урынында иреш, йәберләү, алдаҡ, хыянат, берәүҙе ишетергә теләмәү, эгоизм берәүҙе лә хафаға һалмай.  Ғүмеребеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерҙәрен көн һайын белеп кенә йәшәһәксе. Һәр ваҡыттағыса ауыр ҡайғы елдәре ишектәрҙе шартылдатып япҡан мәлдә генә аңыбыҙға килмәһәксе.

Бәхет серҙәре
Бәхет серҙәре

Бәхет серҙәре

Эшем кешеләр менән аралашыуға бәйле булғас, әңгәмә барышында әҙәмдең ҡылыҡтары менән эске донъяһының бәйләнешен тойорға тырышам. Тик яҡшы, дөрөҫ ғәмәл ҡылғандарҙың йөҙҙәре яҡты, ундайҙар үҙҙәрен бәхетле,иркен тоя. Яңылыш юлда йөрөгәндәр, уйҙарында тик яуызлыҡ йөрөткәндәр көнләшеүсән, үпкәсел була, уларҙың күңелдәре лә китек. Үҙем дә фәрештә түгелмен.Донъя булғас төрлө хәлдәр булып китә. Әммә шуға айырым иғтибар итәм: берәй балаға кәнфит тоттороп, уның йылмайыуын күрһәм, йә иһә шуның ише берәй бәләкәй генә изгелек ҡылһам, кәйеф күтәрелә, юл уңа, эштәр көйлө бара. Дауаханала йәки магазинда сиратта торғандамы, икенсе урындамы һүҙгә килешһәм, көнө буйына күңелһеҙ йөрөлә, ҡулға ла эш бармай. Яп-ябай логика: яҡшылыҡтар ҡыл –күңелең көр, кәйефең булыр. Тик ниңә һуң әйләнә тирәбеҙҙә бәхетһеҙҙәр бик күп? Нимә улар ябай хаҡиҡәтте аңламаймы? Нимә яҡшы, нимә дөрөҫ икәнен белмәйҙәрме? Ысынлап та, нимә дөрөҫ, нимә насар һуң?

Ҡылығыңдың яҡшы, яман булыуы уны эшләгәндән һуң ғына беленә. Эшләнең һәм унан һуң рәхәтлек тойғоһо кисерәһең икән, тимәк был дөрөҫ. Әгәр юҡ икән юҡтың аты ла юҡ. Был хаҡиҡәткә математика ҡағиҙәһе кеүек ятлап алып таянып булмай. Уны күңел аша үткәреп, тойоп ҡына була. Конфуцийҙың :«Һинең менән нисек мөғәмәлә итеүҙәрен теләйһең, кешеләргә лә шундай мөнәсәбәт ҡыл»,-- тигән хаҡ һүҙҙәренә таянып эш итһәк, бөтә нәмә үҙ урындарына тора кеүек. Кешене йәберләргәме иҫәбең? үҙеңә әшәке һүҙҙәр әйтһәләр, оҡшармы? Берәйһен алдарға теләйһеңме?Һине алдаһалар яҡшы буламы? Йәки, киреһенсә, берәйһе яҡшы һүҙ ҡушһа, бүләк бирһә, көтмәгәндә сюрприз эшләһә, ҡыуанаһыңмы? Кемдеңдер хәстәрен, иғтибарын тойоу рәхәт, әлбиттә. Ә нишләп һуң кешелек тап киреһенсә юл ала? Үрҙә әйтеүемсә, эшем буйынса бик күптәр менән аралашам. Ҡайһы берәүҙәр күмәк кеше араһында йөрөһә лә, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә меңәр дуҫы торһа ла был тормошта япа-яңғыҙҙар. Кешеләргә мөхәббәт, хәстәр, иғтибар, уларҙы тыңлау һәм ҡабул итеү етешмәй бөгөн. Күптәр үҙҙәренә етмәгәнде ситтән көтә, әммә өмөттәре аҡланмай һәм улар үҙ-үҙҙәренә тағы ла нығыраҡ йомола.

Хәҙерге заманда ғаиләләге низағтар, талаш-тартыш, йәмәғәт урынында иреш, йәберләү, алдаҡ, хыянат, берәүҙе ишетергә теләмәү, эгоизм берәүҙе лә хафаға һалмай.  Ғүмеребеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерҙәрен көн һайын белеп кенә йәшәһәксе. Һәр ваҡыттағыса ауыр ҡайғы елдәре ишектәрҙе шартылдатып япҡан мәлдә генә аңыбыҙға килмәһәксе.

Ҡыҙғанысҡа күрә, ХХI быуатта мөхәббәтһеҙлек модала шул. Интернет селтәрен асһаң, енси яҡынлыҡтың әллә нисәмә йөҙ төрөн өйрәтәләр, әммә уларҙың береһендә лә мөхәббәт иҫәпкә лә алынмай. Бер-береңде нисек яратырға ла өйрәтелмәй, бары енси ҡәнәғәтлек кенә беренсе урынға ҡуйыла.Йәмәғәт бәләкәстән беҙҙе тик үҙеңде ҡайғыртырға ғына, берәүгә ышамаҫҡа өйрәтә. Ата-әсәләрҙең өгөт-нәсихәтен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле: «Таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмә», «Мәктәптә береһенә лә асылып хәбәр һәйләмә, ғәйбәт таралыр», «Шул шул шылтыратһа, мине өйҙә юҡ тип әйт». Һеҙгә шулайтып өйрәтмәнеләрме? Беҙҙе өйрәттеләр. Туҡһанынсы йылдарҙа кешеләр шулай бер-береһенә ышанысты юғалтты. Хәҙер, әлбиттә, криминал һәм үҙгәртеп ҡороу осоро үтте. Әммә ҡараштар шул уҡ ҡалды.

Үҙгәреүсән ҡулланыу мәҙәниәте лә кешелекте төп асылыбыҙҙан айырып яңынан-яңы әйберҙәргә ылыҡтырта: айфон, ҡыйбатлы Mercedes, Ferrari автомобилдәре, баш ҡала үҙәктәренән элиталы торлаҡ,Dolce&Gabbana коллекцияһының яңы ғына сыҡҡан сумочкалары…Һәм кешеләр иҫтәре китеп шуларҙы алғыһы килә, күп осраҡта уларҙың ни өсөн, нимәгә кәрәклеген дә аңламай. Ысынлап та, мәңге автомобиль тығыны торған, экологик яҡтан бысраҡ ерҙәге хаҡы яҡын барырлыҡ булмаған үҙәктәге фатирҙы нишләп һатып алаларҙыр? Һораһаң,быға үҙҙәре лә яуап бирә алмай,телевизорҙан бер туҡтауһыҙ шулай шәп, шулай яҡшы тип ҡабатлайҙар бит. 45мең һумлыҡ туфли нимәгә ул? Ул бит модалы бренд…Ә анау кешенең аяҡ кейеме 100 мең һумлыҡ әле! Ошо ҡыйбатлы әйберҙәр артынан ҡыуа-ҡыуа бәғзеләр карьера яһай, бер-береһенең башы аша атлай, бер-береһен ошаҡлай, һата, интрига ҡора…Ә һуңынан ғүмер ахырында үҙеңдән һуң моданан сыҡҡан ҡый-һайҙан башҡа бер ни ҡалмауын ҡарап был донъяла дөрөҫ йәшәмәүен аңлай...Яңынан йәшәү мөмкинлеге бирелһә, хаталарын бик төҙәтерҙәр ине лә бит әжәле боғаҙынан алған булып сыға.

Теге донъяға ҡылған изгелектәреңдән тыш сүпте лә алып китеп булмағанды кешеләр имен-һау саҡтарында ла яҡшы аңлай ул. Шулай ҙа улар ҡулдарынан килгәндә тип һаман карьераны беренсе урынға ҡуя, ғаиләһенә, дуҫтарына, яҡындарына, күңеленә ятҡан нәмәләргә ваҡыт тапмай. Хәлле йәшәгән кешеләр байлығын арттырыуҙы ғына ҡайғырта. Байыу тигәс, бер хәл иҫкә килеп төштө. Бер ҡатын ире менән ирешеп ярашҡан һайын алтын алдыра. Хәҙер бармаҡтарында икешәр балдаҡ, муйыны ҡат-ҡат эленгән сылбырҙан алға элмәйеп киткән. Нимәгә һиңә был тиклем алтын тиһәм, кешеләр мине бай тип уйлаһын өсөн ти. Нишләп кешелә ундай уй тыуҙырғыһы килә икән? Күңелең ярлы булһа, алтындан күлдәк кейһәң дә,байлығың ҡойолоп торһа ла, тормошоң яҡшыға үҙгәрмәй бит. Эйе, алтыны күп ул ҡатындың, әммә балаһы зәғиф. Күңеленең китек урынын алтын менән ямап маташа, минеңсә ул бисараҡай. Тағы бер ханымды беләм. Кеше араһында бай күренер өсөн затлы тундар кейә, матур кейенә, ҡиммәтле биҙәүестәр ала, ә үҙенең фатиры юҡ, торлағы ҡуртымға алынған. Был нимә үҙ-үҙеңде алдаумы, әллә йәмғиәттә үҙ урыныңды табырға тырышыумы?

Байлыҡ тураһында һүҙ киткәс, үҙебеҙ ҙә бай уҡ булмаһаҡ та, һәүетемсә, ҡулыбыҙҙан килгәнсә, тырышып донъя көтәбеҙ. Бынан 15 йыл элек ҡала янындағы ҡасабанан ер участкаһы алып, бәләкәй генә аласыҡ төҙөп сыҡтыҡ. үҙ ҡыйығыбыҙ булыуға нисек ҡыуанғанды белһәгеҙ! Эйе, ҡыйығыбыҙ булды, әммә йәшәү шарттары бөтөнләй юҡ ине. Һыуҙы ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше ауылдан ташыйбыҙ.Электр уты юҡ, сөнки бағана һуҙылмаған. Мейескә ут яғып өкәләгебеҙҙе йылытабыҙ.Техникабыҙ юҡ, юл юҡ, телефон юҡ. Бер нәмә лә юҡ. Оло юлға сығып автобусҡа ултырып ҡалаға китеү өсөн туҡталышҡа ярты сәғәтләп арба юлынан атлап барырға кәрәк. Эргә тирәбеҙҙә үҙебеҙ кеүек йәш балалы йәш ғаиләләр бер нисәү ине. Шуларҙың береһендә генә мунса булды. Ял көнөбөҙ шул «дөйөм» мунсаға һыу ташып йыуыныу, кер йыуыу менән үтә ине. Бөтәбеҙ ҙә бәләкәй генә усаҡлыҡтарҙа көн итәбеҙ, ҡойма, ҡапҡалар юҡ, бер-беребеҙҙе үтә күреп торабыҙ. Күңел һыйһа, башҡа ергә урын табыла икән, йәшәү шарттарыбыҙ насар тип торманыҡ, шул тиклем ҡатыштыҡ, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрәштөк, өмәләр яһап күмәк эш эшләнек, бик күңелле йәшәнек. Тора бара беҙҙең яҡҡа ла цивилизация килде. Яйлап бөтә ғаиләләр ҙә ҙур йорт һалды, бейек ҡоймалар, хан һарайҙарыныҡы кеүек ҡапҡалар менән бер-береҙҙән көпләндек. өйҙәргә газ, һыу үтте, автомат кер йыуыу машинкалары кер йыуа, мультиварка ашарға бешерә, һәр йортта хатта икешәр машина, балалар үҫеп бөттө... Ә беҙ ҡатышмайбыҙ, күрешмәйбеҙ. Күршенең хәлен белешергә лә ваҡыт юҡ. Ваҡыт беҙҙе үҙгәрттеме, әллә үҙебеҙ эреләндекме? Тормош артынан ҡыуып, аҡса, аҡса тип сабып күңелдәребеҙ ҡатып, йөрәктәребеҙ ҡапланып бөттө, шикелле. Донъяларыбыҙ бөтәйҙе бөтәйеүен. Ә ул ҡәһәрле аҡса тигән нәмә һаман етмәй. Модалы кейенеү түгел, ашарға ҡалмай ҡай саҡ. Шунан башлана өҙгөләнеүҙәр—кредит алыу, икенсе эшкә урынлашыу, комплекстар, стрестар, талаш-тартыш, үҙ тормошоңдан ҡәнәғәт булмау. Бындай хәлдә ниндәй мөхәббәт? Башың имен булһа бик шәп.

Кешеләр талаша-һуғыша, бер-береһенең ҡалъяһын тартып ала, үҙенә еллеһен һәм тәмлерәген эләктерергә тырыша. Башҡалар менән уларҙан нимәлер кәрәк булһа ғына аралаша. Был һис юғында арттырыу йәки һүҙ булмағанда һүҙ булһын ғына түгел, ә ысынбарлыҡ. Сөнки урамда ла, интернет аша ла берәйһе менән таныша башлаһаң күҙеңә тура ҡарап: «Һиңә нимә кәрәк?»—тип һорай.

Һуңынан ни өсөн тормошта шул тиклем хәсрәт һәм өмөтһөҙлөк тип аптырайбыҙ. Ә бөтәһе лә ябай: донъяға нимә алып килһәң, ул да һиңә шуны ҡайтарып бирә. Берәүгә лә ышанмайһың икән һиңә лә ышаныс юҡ. Берәүҙе лә яратмайһың икән һине кем һөйһөн. Берәүгә бүләк эшлмәйһең икән, үҙең дә буш ҡаласаҡһың. Ресторанда ғына ул башта ашайһың, шунан ғына иҫәп алып киләләр. Ә тормошта бөтә нәмә икенсе төрлө ҡоролған. Берәй нәмәгә өмөт итәһең икән,башта үҙең ҡыбырла.

Һине берәй сибәркәй яратһын тиһәң, үҙең башта уны ярат. Иғтибар күрһәт, ҡыуандыр, хәстәрлә, тәмлекәстәр менән һыйла. Комплименттар эшлә, уны нисек бар шулай ҡабул ит.Йылы ҡосағыңдан, йылы ҡарашыңдан айырмаһаң, ул да һинең хистәреңә ыңғай яуап бирер. Һиңә гел дөрөҫтө һөйләүҙәрен теләйһеңме? Үҙең ғәҙел бул, алдашма.

Бәхет серҙәре ошоларҙыр. Һиңә йылмауҙарын теләйһең икән, башта үҙең көл. Иғтибар кәрәкме, башҡаларға иғтибар ит. Яратылғың килһә, үҙең яратырға өйрән. Ихлас, ысын яратырға, ә байыр өсөн кемделер ҡулланып, алдап түгел. Юғиһә, ул мөхәббәт түгел, ә ҡулланыу мәҙәниәте һәм эгоизмдың сираттағы сағылышы ғына. Тот та әйләнә тирәңдә күрергә теләгән нәмәне үҙең эшләй башла. Мөхәббәт -- кем өсөндөр йәшәү, кемделер хәстәрләү, ауыр ваҡыттарҙа ярҙам ҡулы һуҙыу, тормошон бәхетле итеү, киләсәккә ҡулға-ҡул тотоношоп киләсәккә бергә атлау. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙерге заманда мөхәббәт, ярата белеү төшөнсәләре юғалып бара. Һәм уны бер кеше генә төҙәтә ала—ул һин. Ошо мәҡәләне уҡып бөт тә кешеләргә бәхет өләшә башла. Үҙең дә һиҙмәй ҡалырһың, әйләнә тирәң үҙгәреп китер, күңелең шатлыҡ менән тулыр, ҡәнәғәтлек кисерерһең. Уңыштар һиңә һәм иң яҡшы теләктәр.

Гөлдәр Ҡадаева әҙерләне.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: