Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
5 Сентябрь , 09:50

Малайҙар үҫтереү еңел түгел

"Малайҙарға ярай ул" тип үҫтергем килмәй улдарымды. Донъяға нимә таратаһың, шул әйләнеп ҡайта. Бошмаҫлыҡ менән ҡул һелтәп ҡараған тәрбиә шундай уҡ һөҙөмтә бирә. "Малайҙар шулай инде" тигән ҡараш та - яуапһыҙлыҡ, тырыштырырға ялҡауың килеп, үҙеңдән себен осороу. Беҙҙән сыҡҡан ана шул яуапһыҙлыҡ балала ла яуапһыҙлыҡ уята.

Малайҙар үҫтереү еңел түгел
Малайҙар үҫтереү еңел түгел

Ә малайҙарҙы икеләтә, бишләтә тырыштырырға кәрәк. Улар тәбиғәттән ғәмһеҙ. Ҡыҙҙар, киреһенсә, тыумыштан үҙ аллы. Уҡырға ла, төрлө түңәрәктәргә йөрөргә лә үҙҙәре ынтылып тора. Әлбиттә, төрлөһө бар, ләкин дөйөм күпселек шундай.

Тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булһа еткән, тип үҫтергән малайҙар, аҙаҡ ни һөнәр һайлауҙа маҡсатһыҙ, ни ғаилә ҡороуҙа яуапһыҙ була. Сүп үләне кеүек үҫтергән малайҙарҙан этлекте күп күрҙе йәмғиәт. Ҡотолор өсөн улдар өйләндергем килмәй. Әсәнән бисәгә тапшырылған ирҙәр менән донъя тулы. Кемдер беҙ үҫтергән малайҙарҙы ҡотҡарып, ғүмер буйы һөйрәп йәшәргә тейеш түгел. Ир балаларҙың үҙҙәренең стержены булһын. Арҡа терәп, таянып йәшәрлек үҙ аҡылдары, үҙ маҡсаттары булһын. Улдарыма ҡарап ғорурланып, эштәренә һоҡланып, ғаиләләренә ышанып йәшәгем килә. Килендәремдең бәхете өсөн һөйөнөп, киң яуырындарҙа ышыҡланып йәшәгәндәренә шатланып ҡарағым килә.

Аҙаҡ иламаҫ өсөн илай-илай бөгөн тырышырға кәрәк. Малайҙар үҫтереү еңел түгел. Ә тормош еңел бөгөн. Еңел тормош ауыр балалар үҫтерә. Ир балаларҙы сыныҡтырып, бешектереп, ҡырыҫ шарттарҙа нығытып тәрбиәләргә кәрәк. Хоҙайым зирәк аҡыл, рухи көс, сабырлыҡ бирһен ошо малайҙарҙы кеше итергә!?

Светлана Насырова.

фото интернеттан

Малайҙар үҫтереү еңел түгел
Малайҙар үҫтереү еңел түгел
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: