АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
22 Август , 15:05

Башҡорт ғаиләләре тәбрикләнде

22 августа Сибай ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡала башҡорттары ҡоролтайының сираттағы ултырышы үтте. Көн тәртибендә бер нисә һорау ҡаралды. Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова икенсе ҡалаға күсеү сәбәпле, Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһынан бушатылды. Ҡала ҡоролтайына рәйес итеп ҡаланың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина һайланды. Шулай уҡ Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллина ҡоролтайға ағза итеп алынды. Роза Хаммат ҡыҙы ҡаланың иң ҙур йәмәғәт ойошмаһын 3 йылдан ашыу етәкләне. Тел, милләт, рух тип янды, төрлө саралар үткәреп, милләтебеҙҙең абруйын, данын күтәрҙе. Сарала Ғаилә йылы сиктәрендә өлгөлө, күп балалы башҡорт ғаиләләренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм ҡалабыҙ ҡоролтайының Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Башҡорт ғаиләләре тәбрикләнде
Башҡорт ғаиләләре тәбрикләнде

Улар араһында табиптар ғаиләһе Наил һәм Альбина Ишемовтар булыуы ҡыуаныслы. Ишемовтар 4 балаға ғүмер бүләк иткән. Өлкән улдары Булат быйыл 1-се класҡа уҡырға бара. Өлгөлө ғаилә балаларын милли рухта тәрбиәләргә тырыша. Ғаилә башлығы Наил Фазылйән улы Сибайға ғына түгел, тотош Урал аръяғында билдәле табип-хирург.

Фәнилә һәм Мөнир Ағишевтар тураһында китап яҙырлыҡ ғаилә. Улар 5 баланы ҡанаты аҫтына һыйындырып, матур тәрбиә биреүҙәре менән күптәргә үрнәк. Балалары барыһы ла атай-әсәй тип өҙөлөп тора. Ағишевтар 5 баланан тыш, оло йәштәге әсәйҙәрен дә матур итеп баға.

-Ҡәйнәм, әсәйем бик татыуҙар. Икәүләшеп сәй эсәләр, балаларға күҙ-ҡолаҡ та. Өлкән ҡыҙыбыҙ Сибай медицина колледжын тамамлап, Өфөлә эшләп йөрөй. Унан һуңғы ҡыҙ, малай ҙа махсус урта белем биреү уҡыу йорттары студенттары. Бәләкәс ике малайыбыҙ мәктәптә уҡый, “Гөлдәр” өлгөлө бейеү ансаблендә шөғөлләнә. Ике ҡатлы йортта шау-гөр килеп йәшәйбеҙ,--тип һөйләй ғаиләләре хаҡында Фәнилә Ағишева. –Дәүләттән төрлө ярҙам булды. Күп балалалы ғаиләләргә ташламалар бар. Рәхмәт барыһы өсөн дә!

-Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары киңәйтелде. Тейешле Закон Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеү һәм күп балалы ғаиләләрҙең имиджын нығытыу "Демография" милли проектының төп идеяларының береһе булып тора, -- тине йәмәғәт фекере лидеры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Альбина Зөфәр ҡыҙы.-Рәсәй Президентының Указын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса төбәктең закондар сығарыу кимәлендә бер нисә мөһим инициатива индерелде. Ғаилә йылында ярҙам саралары комплексы ҡабул ителде, уға, мәҫәлән, быға тиклем ғәмәлдә булған алты йәшкә тиклемге балаларға бушлай дарыуҙар, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн бушлай туҡланыу ҙа, шулай уҡ Президент Указы менән тәҡдим ителгәндәре лә инде.

Төбәктең күп балалы ғаиләләре хәҙер республиканың дәүләт йәки муниципаль милке булып торған музейҙарға, мәҙәниәт һәм ял парктарына, күргәҙмәләргә бушлай йөрөй ала. 1 сентябрҙән республика ҡалаларында йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙең уҡыусылары транспортта бушлай йөрөй ала. Әлеге ваҡытта ошо ярҙам сараһын күрһәтеү механизмы әҙерләнә, сәфәрҙәр уҡыусының картаһы йәки “Алға” картаһы буйынса ғәмәлгә ашырылыр тип күҙаллана.

Бынан тыш, көндөҙгө бүлектә белем алған 18 йәштән өлкән (23 йәшкәсә) аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсация биреүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала. Компенсацияны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында, күп функциялы үҙәктә һәм уның филиалдарында, йәшәгән урын буйынса халыҡҡа социаль ярҙам учреждениеларында юлларға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты ҡарары буйынса илдә күп балалы ғаиләнең берҙәм статусы билдәләнгән һәм ул срокһыҙ билдәләнә. Рәсәй Федерацияһында өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә күп балалы тип иҫәпләнә. Ярҙам сараларына республиканың күп балалы ғаиләләре өлкән балаһына 18 йәш тулғансы (йәки көндөҙгө бүлектә белем алған 23 йәшкә тиклем) хоҡуҡлы.

Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 


Башҡорт ғаиләләре тәбрикләнде
Башҡорт ғаиләләре тәбрикләнде
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: