АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
15 Август , 08:45

Зат-ырыуыбыҙҙы барланыҡ

Йәмле йәйҙә Баймаҡ, Әбйәлил райондарында йәшәгән Манаповтар, Тәхәүетдиновтар, Билаловтар нәҫелдәре Шәжәрә байрамы ойошторҙо. Ырыуҙаштар байрамды ата-бабалар төйәге Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында үтте. Сарала урындағы хакимиәт етәкселәре, ауыл халҡы, төрлө тарафтарҙан йыйылған туғандар ҡатнашты. Был йыйын тарихи тамырҙарҙы барлау, йәштәргә, киләһе быуынға нәҫел-нәсәп тарихын бәйән итеү, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, туған тел, мәҙәниәтте, йәшәйеш тәжрибәһен, туғанлыҡ ептәрен аңлатыу, барлау менән әһәмиәтле булды.

Зат-ырыуыбыҙҙы барланыҡ
Зат-ырыуыбыҙҙы барланыҡ

Нәҫелебеҙҙең аҫыл улы, оҙаҡ йылдар мәғәриф өлкәһендә хеҙмәт иткән, тарих, шәжәрә менән етди ҡыҙыҡһынған Ғәле Ғилмитдин улы Манапов бер тамырҙан сыҡҡан Манапов, Тәхәүетдинов, Билаловтарҙы Шәжәрә байрамға йыйырға ныҡ хыялланды. Үкенескә күрә, ул был көндө күрә алманы. Ғәле Ғилмитдин улының теләген тормошҡа ашырыу өсөн Рәүеф ағай Манапов, Рәфҡәт ағай Билалов, Руслан Манапов, Луиза Ғүмәрова (Манапова) бик күп көс һалды һәм Ғаилә йылында осрашыуҙы ойошҡанлы, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрҙе.

Ырыуыбыҙ-Түңгәүер, арабыҙ-тарамыштар, тамғабыҙ-ярым ай, ораныбыҙ-ҡуңғырат, ағасыбыҙ-ерек, ҡошобоҙ һайыҫҡан тигән саҡырыу менән башланып китте оло йыйын. Байрамдың төп өлөшө ата-бабаларыбыҙҙы ҡәҙерләп иҫкә алыуҙан, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарҙың исемлеге яҙылған таҡтаташҡа сәскәләр һалыуҙан башланды. Яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң олораҡ туғандар улар тураһында йылы хәтирәләр менән бүлеште.

Артабан сарала ҡатнашыусылар халыҡты иманға саҡырып, ауылды аҙан тауыштары менән имләп торған Аллаһ йортона—мәсеткә юлландыҡ. Унда әрүәхтар рухына доға ҡылдыҡ. Ҡырҙас ауылының имам-хатибы Морат хажи Сәфиуллин аят бағышлап, изге йыйынға фәтихаларын бирҙе.

Шәжәрә байрамының икенсе өлөшө урындағы кафела дауам итте. Туғандар Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн салынған ҡорбан итенән ауыҙ итеп, мул табын артында ихлас аралашты, ғаиләләре менән таныштырҙы, үткәндәрҙе барлап, тарихты, зат-ырыуҙы иҫкә төшөрҙө. Шәжәрә башына күҙ һалһаҡ, ул ХVI быуаттан Татарстандың Үр ауылынан башлана.

Әлеге көндә был нәҫелгә ҡараусылар Башҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ райондарында гөрләтеп йәшәй һәм төбәгебеҙ үҫешенә тос өлөш индереү өсөн төрлө тармаҡтарҙа лайыҡлы хеҙмәт итә.

Земфира Аҫылбаева-Манапова.

Сибай ҡалаһы.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: