АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
12 Август , 14:35

Тигеҙ ғүмер итеүгә ни етә!

Ғаилә – ул һәр кемдең оло таянысы, ышаныслы һыйыныр усағы. Был бәләкәй дәүләттә бер-береһен яратҡан, хәстәрлек күргән кешеләр йәшәй. Һәр кеше шул ғаилә ҡосағында ял итә, үҙенә рухи көс, дәрт-дарман ала, күңелен бушата, йән йәрәхәттәрен дауалай. Ғаилә ни тиклем ныҡ булһа, унан килгән йылылыҡ та шул тиклем көслө.Татыу ғүмер иткән ғаилә парҙары араһында көмөш, алтын туйҙар йыш булһа ла, 60 йылдан ашыу бергә йәшәүселәр бик һирәк.Шуларҙың береһе - Баймаҡ районының Темәс ауылында 64 йыл бергә ғүмер иткән матур ғаилә Яңылбикә һәм Мөрит Буранғоловтар.

Тигеҙ ғүмер итеүгә ни етә!
Тигеҙ ғүмер итеүгә ни етә!


✅Быйыл бергә йәшәүҙәренә май айында 64йыл да тулды. Нисек танышыуҙары, өйләнешеүҙәре тураһында һорағас, икәүһе лә һәр биргән һорауҙарға ихлас күңел менән яуап бирергә тырыштылар.
🔻Нисәнсе йыл өйләнештегеҙ?
➖1960 йылдың 3 майында өйләнештек.
🔻Ғаиләгеҙгә нисә йәш? 64 йыл.
🔻Ғаиләгеҙҙең барлыҡҡа килеү тарихы (нисек һәм ҡасан таныштығыҙ?)
➖ Беҙҙең танышыуыбыҙ бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. 1960 йылдың апрель аҙағында таныштыҡ. Миңә 17 йәш, Мөриткә 20 йәш ине. Икебеҙҙә йәшбеҙ, матурбыҙ. Бер күреүҙән ғашиҡ булдыҡ. Бер-беребеҙҙе бер генә тапҡыр күрҙек тә ҡауыштыҡ инде (үҙҙәре көләләр). Килгән көндө үк әйттереп тә ҡуйҙылар. Туғандарыбыҙ Сәриә еңгәй һәм Мөхәмәтшәриф Санъяров (аҙаҡ кейәү үңере) таныштырҙылар. Бер нисә көндән 3 май көнө загсҡа торорға тип барһаҡ, миңә 18 йәшең тулмаған тип никахты теркәмәйҙәр. Мөрит алай итеп былай итеп һөйләшеп тәки засҡа беҙҙе теркәнеләр. Туйыбыҙ алты көн дауам итте, туйҙа ҡатнашҡан һәр пар алмаш-тилмәш ҡунаҡҡа саҡырып һыйланылар.
Тормош көткәндә иң уйылып ҡалған хәтирә (иң иҫтәлекле) 64 йыл эсендә беҙҙең менән ниндәй генә хәлдәр булманы. Ауыр ваҡыттар ҙа, күңелле мәлдәре лә бик күп булды. Шулай ҙа ниңәлер Урта Азияла (Үзбәкистан) йәшәгән ун йыл ваҡытыбыҙ иң күңелле бер осор булып ныҡ иҫтә ҡалған. Икебеҙҙә дәртәлнеп йөрөп эшләнек, мин тимер юлында, Мөрит профессиональ водитель, крановщик булып эшләне. Һәүетемсә генә, ябай ғына итеп донъя ҡорҙоҡ, балалар тыуҙы. Үзбәкстан үҙенә күрә сит ер, шул мәлдәрҙә ауыл яғынан йәки үҙебеҙҙең райондан килгән кешегә шул тиклем ҡыуана инек, хөрмәт йөҙөнән матур итеп ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә инек. Шул мәлдәр күңелдәрҙе йылытып торорлоҡ бер күңелле мәл булып йөрәктең түрен йылытып тора.
🔻Ғаиләгеҙҙә үҙегеҙгә генә хас ниндәй йола йәки байрамығыҙ бар?
➖Һәр бер байрамды яҡындарыбыҙ менән бергә үткәрәбеҙ. Йәй көндәре иҫтәлекле урындарға сәйәхәткә сығабыҙ. Бигерәк тә алыҫ тип тормайҙар тыуған көнөбеҙгә балалар ҡайтып етәләр. Тағы ла матур бер традициябыҙ бар, Мөрит баҡса үҫтерергә ярата. Уның төп шөғөлдәренең береһе-сәскә үҫтереү. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ерҙә ҡаҙына, йәшелсә үҫтерә. Мәҫәлән, йыл һайын 13 июнь минең тыуған көнөмдә ул үҫтергән ҡыярҙы тәмләйбеҙ. Тағы ла уның шул тиклем бер традицияһы бар, баҡсала иң беренсе атҡан сәскәләрҙән букет яһап миңә бүләк итә.
🔻Ғаиләгеҙҙә иҫтә ҡалған, иң ҡыҙыҡлы мажара, мәҙәк ваҡиға.
➖Алдан әйтеп үткәнебеҙсә, 64 йыл ғүмерҙең 10 йыл осорон Үзбәкстан да йәшәнек. Ундағы менән Башҡортостандағы тормош күпкә айырыла ине. Мәҫәлән, мал-тыуарҙы ғына алайыҡ. Бында һыйырҙарҙы яланға ҡыуабыҙ, йәшел үләнде рәхәтләнеп уртлайҙар. Ә Урта Азияла ундай мөмкинлек юҡ, һыйырҙарҙы бикләп кенә тоталар. Унда күпселек урам буйында ишәктәр йөрөйҙәр ине. Эльвира ҡыҙыбыҙға Темәска күсеп ҡайтҡанда туғыҙ-ун йәштәр тирәһе булғандыр, өсөнсө класҡа уҡырға Темәс урта мәктәбенә барҙы. Күсенеп ҡайтҡас, бына бит был бала беҙҙән ишәк һөтө таптыра. Дайте мне, ишачье молоко ти ҙә ҡуя. Аптырайбыҙ, баҡтиһәң ул ишәкте һауып һөтөн эсәбеҙ тип уйлап йөрөгән. Балаға ишәкте түгел, һыйырҙы һауып һөтөн эсәбеҙ тип аңлатырға тура килде. Донъяла шундай хәлдәр ҙә була.
🔻Балаларығыҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт.
➖Аллаһҡа шөкөр, дүрт бала тәрбиәләп оло тормош юлына баҫтырҙыҡ. Бөгөнгө көндә барыһы ла эйәле-башлы булып, һәр береһе үҙ алдарына донъя көтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң оло улыбыҙ ғына ауырып был яҡты донъяларҙы ташлап китте, әгәр ҙә тере булһа, бишәү булырҙар ине.
Оло ҡыҙыбыҙ Гөлсәсәк Красноярск өлкәһе Тагара ҡалаһында йәшәй. Һөнәре буйынса-төҙөүсе (штукатур-маляр). Тормош юлдашы Темәс ауылы егете, кейәүебеҙ Ильдар менән ике бала-Ильшат һәм Лилиәне тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Хәҙерге көндә үҙҙәре өләсәй һәм олатай, өс ейәнсәрҙәре бар.
Өсөнсө балабыҙ Рәшит киленебеҙ Көнһылыу менән күрше Күнзавод ауылында йәшәйҙәр. Өс балаға-Ильгиз,Әлиә һәм Айгөлгә ғүмер бүләк иителәр. Улыбыҙ шәхси эшҡыуар Герман Солтангилдиндың пилорамаһында ағас быса, Көнһылыу киленебеҙ Темәс психоневрология интернатында санитарка булып эшләй.
Уртансы ҡыҙыбыҙ Эльвира Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә йәшәй. Кейәүебеҙ Ринат менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Бөгөнгө көндә ҡыҙыбыҙ «Әсәлек»даны миҙалын лайыҡлы йөрөтә. Иң өлкән улдары Рөстәмгә 31 йәш, артабан Эльвира, Ильшат ейәнебеҙ, Лилия һәм иң кеселәре Айҙар исемле. Айҙар бала саҡтан бейеүгә әүәҫ, бейеү түңәрәгенә йөрөй.
Иң кесе ҡыҙыбыҙ Розалия Зильфир кейәүебеҙ менән Борай районында ике улға-Самир һәм Саматҡа ғүмер биреп, матур донъя көтәләр. Розалия социаль хеҙмәткәр булып, ә кейәүебеҙ профессиональ водитель булып эшләп йөрөй.
🔻Быйылғы Ғаилә йылында йәш ғаиләләргә, ғөмүмән киләсәк быуынға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
➖Ил-йортҡа тыныслыҡ бирһен Хоҙай! Һуғыш тамамланып, егеттәр ғаиләләре янына теүәл генә ҡайтһындар! Йәштәр бер-береһен ҡәҙерләһендәр, ауыр һүҙҙәр әйтеп күңелдәрен ҡалдырмаһындар ине! Беҙҙең кеүек парлы ғаилә булып оҙон-оҙаҡ татыулыҡта ғүмер итһендәр!
#БРМузҽйҙары#Тҽмәсмузҽйы

Фото һәм мәғлүмәт Темәс музейы төркөмөнән

Тигеҙ ғүмер итеүгә ни етә!
Тигеҙ ғүмер итеүгә ни етә!
Автор:
Читайте нас: