АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
1 Август , 12:40

Бәрәкәттең нигеҙе–хеҙмәттә

-Әсәйем ҡапыл ғына вафат булғас, беребеҙҙән беребеҙ бәләкәй бер итәк балалар етем ҡалдыҡ.Уларҙы ашатырға, бағырға кәрәк, ә атайым колхозда көнө-төнө эшләй. Шулай итеп, миңә кәләш эҙләй башланы. Алдан күҙ һалып йөрөгән ҡыҙҙар бар ине, улар ишле ғаиләгә килен булып төшөргә ҡурҡтылармы, тәҡдимемә ризалашманы. Байым ауылында йәшәгән Әсмәне димләп миңә алып бирҙеләр. Кеше һымаҡ күп осрашып йөрөмәнек, күрҙем дә кәләш итеп алдым. Аллаға шөкөр, 50 йылдан ашыу бергә йәшәйбеҙ. Әсмә килгәндән алып туғандарыма яҡты йөҙлө, мул ҡуллы булды. Ҡусты–һеңлеләрең быуа-быуырлыҡ тип тип күпһенмәне, барыһына күңел йылыһын өләште, туйҙарын үткәреп, һеңлеләремде кейәүгә оҙатты. Әле лә алты апһын бер-береһе менән татыу йәшәй, ҡатындары татыу булғас, ҡустылар ҙа үҙ-ара ҡатнашып мәж киләбеҙ. Бөтә эштәрҙе бергәләшеп башҡарабыҙ, өмәләргә йөрөшәбеҙ. Берең ҡыҙып киткәндә, икенсең өндәшмәһә, донъяң да алға бара, ғаиләң дә татыу була,–ти Зәкир Рәхимйән улы, хәләлен тик яҡшы яҡтан телгә алып.

Бәрәкәттең нигеҙе–хеҙмәттә
Бәрәкәттең нигеҙе–хеҙмәттә

2024- Ғаилә йылы

 

Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында йәшәгән Әсмә менән Зәкир Мостафиндар күптән түгел үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләгән.

Уларҙың икеһе лә ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Әсмә Өмөтҡужа ҡыҙы--игеҙәк ҡыҙҙарҙың береһе. Уның һыңары–Хәснә апай Сибай ҡалаһында йәшәй. Сираттағы геройҙарымдың да тормош ебен һүткәндә, уның еңелдән булмауы асыҡланды.

Зәкир Рәхимйән улының әсәһе бик йәшләй генә үлеп ҡала. Һигеҙ бала (алтыһы–малай) менән аталары яңғыҙ ҡалғас, өлкән улына йәһәтләп килен алырға ҡуша. Эйе, ысын мәғәнәһендә килен алырға мәжбүр итә.

–Атайым бик талапсан кеше булды, әйтер ине, һүҙен дә үтәр ине. Әсәйем ҡапыл ғына вафат булғас, беребеҙҙән беребеҙ бәләкәй бер итәк балалар етем ҡалдыҡ.Уларҙы ашатырға, бағырға кәрәк, ә атайым колхозда көнө-төнө эшләй. Шулай итеп, миңә кәләш эҙләй башланы. Алдан күҙ һалып йөрөгән ҡыҙҙар бар ине, улар ишле ғаиләгә килен булып төшөргә ҡурҡтылармы, тәҡдимемә ризалашманы. Байым ауылында йәшәгән Әсмәне димләп миңә алып бирҙеләр. Кеше һымаҡ күп осрашып йөрөмәнек, күрҙем дә кәләш итеп алдым. Аллаға шөкөр, 50 йылдан ашыу бергә йәшәйбеҙ. Әсмә килгәндән алып туғандарыма яҡты йөҙлө, мул ҡуллы булды. Ҡусты–һеңлеләрең быуа-быуырлыҡ тип тип күпһенмәне, барыһына күңел йылыһын өләште, туйҙарын үткәреп, һеңлеләремде кейәүгә оҙатты. Әле лә алты апһын бер-береһе менән татыу йәшәй, ҡатындары татыу булғас, ҡустылар ҙа үҙ-ара ҡатнашып мәж киләбеҙ. Бөтә эштәрҙе бергәләшеп башҡарабыҙ, өмәләргә йөрөшәбеҙ. Берең ҡыҙып киткәндә, икенсең өндәшмәһә, донъяң да алға бара, ғаиләң дә татыу була,–ти Зәкир Рәхимйән улы, хәләлен тик яҡшы яҡтан телгә алып.

Уның һүҙҙәренә Әсмә апай ҙа ҡушылды:“Хәҙер уйлап ҡуям да, ҡайһылай тәүәккәл булғанмын, тим. Береһенән-береһе ваҡ ете ҡәйнеш, ҡайнһеңле өҫтөнә килен булып кил инде?! Ҡайнымдың баштан үк балаларға терәк булһаң, уларҙы ҡыйырһытмаһаң ғына кейәүгә сығырға риза бул, тигән һүҙе әле лә ҡолағымда яңғырап киткәндәй. Ысынлап та, ҡаҙан тирәһенән йыраҡ китеп булманы, әммә үкенмәйем, ирем миңә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булды. Әгәр ул тартып тормаһа, белмәйем йәшәп булыр инеме икән? Ҡайнымдың талапсан һәм уҫал булыуына ла күндем, “аҡыллы уҫал” тиҙәр ундайҙар хаҡында. Малайҙарҙы дөрөҫ тәрбиәләргә, бәлки, шулай кәрәк тә булғандыр. Атай абруйы көслө булды, улдары әле лә уның тормош һабаҡтарын хәтерләп ала. Бер улы атаһы күрһәткән ҡыҙҙы кәләш итеп алмайым тип, ситкә эшкә китергә була. Әммә ҡайным, ишетеү менән, Өфөгә барып етеп, самолетҡа ултырған еренән уны төшөрөп алып ҡайта.

Мостафиндар дүрт балаға ғүмер биргән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улдары бик иртә яҡты донъянан баҡыйлыҡҡа күскән. Бала ҡайғыһын ауыр кисерә ата-әсә, әммә һәр саҡ бер-береһенә терәк булыуҙары ғына күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғыны еңергә көс бирә. Бөгөн улар-ике ейәнсәргә һәм ете ейәнгә бәхетле өләсәй һәм ҡартатай. Йәй көндәрендә уларҙың ихатаһы балаларҙың шат тауыштарына күмелә. Беҙ барғанда ла дүрт ейәне ҡартаталары янында мәж килә ине. Балыҡҡа бергәләшеп баралар, йорт алдында ла ярҙамлашырға ваҡыт табалар. Ә инде өләсәләре ейәндәре иртән тороуға тәмле ҡоймаҡ бешереп ҡуя.

Бына ошондай матур ғаилә йәшәй Ҡолсора ауылында. Үҙҙәренсә ихлас ғүмер итеп, йәштәрсә донъя көтөп, ауылдаштарына өлгө булып тора улар.

Кәримә Усманова

Автор фотоһы

Һүрәттә: Әсмә менән Зәкир Мостафиндар ейәндәре Заһир, Илнур, Айнур һәм Айсар менән.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: