АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
20 Июнь , 11:20

ҠАШ ЙОЛҠОРҒА ЯРАЙМЫ?

Бөгөн кеше нимә генә ҡыланмай. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар… Ҡаш та, ирен дә, керпек тә эшләтә. Ә дини тәғлимәттәр нимә ти?

Бөгөн кеше нимә генә ҡыланмай. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар… Ҡаш та, ирен дә, керпек тә эшләтә. Ә дини тәғлимәттәр ҡаш йолҡорға ла тыя бит.

Ҡаш йолҡорға яраймы? Был һорауға мөғәлимә Әминә Ноғоманова яуап бирә.

--Ислам шәриғәтендә ҡаш йолҡоу тыйылған, был ҙур гонаһ һәм был турала пәйғәмбәр хәҙисендә: “Аллаһ ҡашын йолҡоусыны ләғнәт ҡылды...”,--тиелгән (Бүхари; Мүслим; Нәсәи; Әбү Дәүд). Ике ҡаш араһындағы (переносица) төктәрҙе йолҡорға мөмкин.

Пәйғәмбәр хәҙистәрендә әйткән: “Кем йөҙөн (битен) майларға (еҫле май, крем һөртөү) теләһә, ҡашынан башлаһын, был баш ауырыуын булдырмай, сөнки ҡаш--кеше тәнендәге (әсә ҡарынындағы баланың) иң тәүге сыҡҡан төктөр (сәс)” (Хәким; Дәйләми)“.

Ҡаш йолҡоуҙың һаулыҡ өсөн бик зыянлы икәнен медицина ғалимдарының 20 быуаттағы асыштарында ла күрәбеҙ. Ғалимдар: “Ҡаштың төгө (төбө) нервы бөтөмдәре баш мейеһе менән бәйләнгән һәм кеше ҡашын йолҡоп мейеһенең күҙәнәктәрен үлтерә, шулай уҡ ҡаш йолҡоу ваҡытынан алда ҡартайыуға килтерә”,-- ти.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: