Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
21 Март , 13:45

Йөрәгеңде тыңла

Бер егеттең һылыу ҡыҙға күҙе төшә һәм уға өйләнергә уйлай. Әммә күршеләре уны ҡайыра: йәнәһе лә, ҡыҙҙың ир-егеттәр менән сыуала торған алама холҡо бар. Был хәбәрҙән егеттең күңеле кителә. Ҡайғырып китеп барғанда уның ҡаршыһына бер бабай осрай. -Нимә булды, улым? Ниңә шул тиклем ҡайғыға һабышҡанһың? – тип һорай бабай. -Бер ҡыҙға ғашиҡ булғайным, уға өйләнермен тигәйнем. Әммә күршеләрем уны йөрөмтәл тип әйтте. Шуға ла үҙемә урын таба алмайым, миңә хәҙер нимә эшләргә? – ти.

Йөрәгеңде тыңла
Йөрәгеңде тыңла

-Бойоҡма, улым! Мин һиңә үҙемдең ҡыҙымды кейәүгә бирәм. Ул һин оҡшатҡан ҡыҙға ҡарағанда яҡшыраҡ. Әммә башта ул ҡыҙ тураһында ла күршеләрең ни әйтерен һораш.

Күрше-тирәһе бер тауыштан бабайҙың ҡыҙы еңел холоҡло, тип белдерә. Егет бабайға эргә-тирәләгеләр уның ҡыҙы хаҡында нимә һөйләүҙәрен еткергәс, бабай:

-Әйҙә беҙҙең өйгә инеп сыҡ! – тип саҡыра.

Егет бабайға эйәреп уларҙың йортона инә. Ишек төбөндә әбей генә ҡаршы ала, сөнки уларҙың балалары бөтөнләй булмай.

Шул ваҡытта бабай:

-Улым! Кеше һүҙенә бер ваҡытта ла ышанма! Һин барыһын да үҙ күҙҙәрең менән күрәһең. Беҙ, ҡыҙғанысҡа күрә, интеллектуаль һәм мәҙәни мөмкинлектәр сикләнгән ваҡытта йәшәйбеҙ. Күп осраҡта кешеләр көнсөл була. Үҙ аҡылың менән йәшә, йөрәгеңде тыңла, тирә-яҡтағыларҙың хәбәренә ҡолаҡ һалма.

(интернеттан)

Фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева