Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
11 Март , 11:10

УРАҘА ТУРАҺЫНДА ХӘҘИСТӘР

«Ураҙа ҡалҡан булып тора. Ураҙа тотоусы әҙәпһеҙлектән ары торһон һәм наҙан кешеләй булмаһын. Кемдер уның менән бәхәсләшеп маташһа йәки битәрләй башлаһа, ике тапҡыр: “Мин ураҙаламын!” - тип әйтһен» (әл-Бохари)«Йәнем Уның ҡулында булыусы менән ант итәм, ураҙа тотоусының ауыҙынан килгән еҫ Аллаһ Тәғәлә өсөн хуш еҫле майға ҡарағанда ла яҡшыраҡ. Һәм Аллаһ: “Ул Минең өсөн аҙыҡтан, эсемлектән һәм теләктәренән баш тарта. Уның был ураҙаһы - Минең өсөн. Һәм Мин бының өсөн әжерен бирәсәкмен. Изге эш өсөн әжер ун тапҡырға күберәк,” - тип әйтә» (әл-Бохари, Мөслим, Әбү Дауд, ибн Мәджә)

УРАҘА ТУРАҺЫНДА ХӘҘИСТӘР
УРАҘА ТУРАҺЫНДА ХӘҘИСТӘР


🔸«Әгәр ҙә кеше алдауын һәм ялғанланыуын туҡтатмаһа, ашауҙан һәм эсеүҙән баш тартыуы Аллаһҡа кәрәкмәй» (әл-Бохари)

🔸«Өс кешенең доғаһы кире ҡағылмай:
1)Ауыҙ асҡансы ураҙа тотоусының
2)Ғәҙел хакимдың
3)Ҡыйырһытылған кешенең» (Әхмәд, әт-Тирмиҙи)

🔸«Әгәр ҙә кемдер (ураҙа ваҡытында) онотолоп китеп ашап йә эсеп ташлаһа, ураҙаһын артабан дауам итһен. Сөнки, дөрөҫлөктә, Аллаһ уны ашатты һәм эсерҙе» (әл-Бохари, Мөслим)

🔸«Рамаҙан айы еткәс, күк ҡаплары асыла, Тамуҡ ҡапҡалары ябыла һәм шайтандар бығаулана» (Әл-Бохари)

🔸«Кем Рамаҙан айында әжергә ышанып һәм өмөтләнеп ураҙа тотҡан, шуның быға тиклем булған гонаһтары ғәфү ителер» (әл-Бохари, Мөслим)

🔸«Рамаҙан айында Аллаһҡа зикер итеүселәр ғәфү ителер. Һәм Аллаһтан һораусыларҙың доға кире ҡағылмаҫ» (Мөслим)

🔸«Таң алдынан ашағыҙ, сөнки сәхәрҙә бәрәкәт бар» (әл-Бохари)

🔸«Кемегеҙҙер ауыҙ асһа, финик менән ауыҙ асһын. Сөнки бында бәрәкәт бар. Финик булмаһа, һыу менән ауыҙ асығыҙ. Сөнки был да таҙартыусы нәмәләрҙән» (әт-Тирмиҙи)

🔸«(Ауыҙ асыр ваҡытта) тиҙерәк ураҙаларын туҡтатырға ашығыусылар изгелектә булыр» (Мөслим)

🔸«Дөрөҫлөктә, Ожмахта әр-Раййан тигән ҡапҡалар бар. Ҡиәмәт көнөндә уның аша ураҙа тотоусылар инәсәк. Был ҡапҡалар аша, уларҙан башҡа, бер кем үтмәйәсәк» (әл-Бохари)

🔸«Ҡөҙрәтле һәм Бөйөк Аллаһ былай тигән: “Ураҙанан башҡа, Әҙәм балаһының бөтә ғәмәлдәре лә үҙе өсөн эшләнелә. Сөнки, дөрөҫлөктә, ул (ураҙа) - Минең өсөн. Һәм Мин уның өсөн әжерен бирәсәкмен» (әл-Бохари)

🔸«Ҡиәмәт көнөндә ураҙа менән Ҡөрьән Аллаһтың ҡоло өсөн шәфәғәтлек итәсәк. Ураҙа әйтер: “Раббым! Яҡты ваҡытта мин уны ашауҙан һәм эсеүҙән айырҙым. Уның өсөн шәфәғәтлек итергә рөхсәт итсе миңә!” Ә Ҡөрьән былай тиер: “Раббым! Мин уны төндәрен йоҡоһонан айырҙым. Уның өсөн шәфәғәтлек итергә рөхсәт итһәңсе!” Һәм уларҙың шәфәғәте ҡәнәғәтләндерелер» (Әхмәд)

Нәркәс Алсынбаева әҙерләне.

Автор: