Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
6 Март , 19:45

Тотҡа һынмаһын, көҙгө ватылмаһын

Ғаиләне яҡлау, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында Рәсәй Президенты 2024 йылды Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан итте. Нимә ул ғаилә? Был һорауға Сибай перинаталь үҙәге ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының репродуктив функцияны тергеҙеү һәм һаҡлау кабинеты акушеры Ләйлә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡәйепҡолова яуап бирҙе. Белгес шулай уҡ ғаиләне планлаштырыу, ата-әсә яуаплылығы һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тураһында ла һөйләне.

Тотҡа һынмаһын, көҙгө ватылмаһын
Тотҡа һынмаһын, көҙгө ватылмаһын

-Был ҡыҫҡа ғына һүҙгә тәрән мәғәнә һалынған. Ғаилә ул-ике кеше, йәғни, ир һәм ҡатын бергәләп барлыҡҡа килтергән, бәләкәй генә дәүләт. Уны һәр егет һәм ҡыҙ киләсәккә өмөт бағлап, бер-береһенә булған ысын мөхәббәт хистәре нигеҙендә барлыҡҡа килтерә. Хистәргә нигеҙләнеп ҡоролған ғаилә ныҡлы булһын өсөн уны планлаштырыу мөһим. Шуға ла беҙ иң беренсе нәүбәттә никахҡа ингән йәштәргә ғаиләне плашлаштырырға һәм ата-әсә яуаплылығының мөһимлеген аңлатабыҙ.

-Һеҙгә башлыса кемдәр мөрәжәғәт итә?

-Ҡыҙғанысҡа күрә, балаһыҙ ғаиләләр беҙгә күпләп килә. Түлһеҙлек менән яфаланыусылар артаҡандан-арта.

Һәр кеше үҙенең физик, аҡыл һәм социаль именлекте үҙ эсенә алған репродуктив сәләмәтлеген һаҡларға тейеш тейеш тә бит, тик күптәр быны аңлап етмәй. Күптәр йәш саҡтарында кәйеф-сафа ҡороп, күңелле йәшәп, бәйһеҙ енси мөнәсәббәттәргә инеп, сәләмәтлеген ҡаҡшата. Ғаилә ҡороп, бала табыр мәлдәре етһә, сирҙәре, түлһеҙлектәре өҫкә ҡалҡып сыға.

Һәр яңы йәндең яралыуы ата менән әсәнең һаулығы торошона бәйле. 100 ғаилә парының 40-60 проценты ир-егеттең түлһеҙлеге арҡаһында балаһыҙ интегеүе иҫбатланған. Был иң беренсе нәүбәттә енси юл менән күскән инфекциялар арҡаһында килеп сыға. Ир-егеттең дә, ҡатын-ҡыҙҙың да репродуктив сәләмәтлегенә алама ғәҙәттәр, насар экология, ултырып эшләү рәүеше лә ныҡ йоғонто яһай.

-Репродуктив функцияны тағы нимәләр ҡаҡшата?

-Теләмәгән йөклөлөктән ҡотолоу. Күп кенә осраҡта йөккә уҙған ҡатын-ҡыҙҙы баланы табырғамы, әллә аборт эшләтергәме тигән һорау борсой. Айырыуса үҫмер ҡыҙ теләмәйенсә ауырға ҡалғанда был хәл ныҡ ауыр.

Аборт сәләмәтлеккә етди психологик йәрәхәт һала, репродуктив торошто ныҡ боҙа. Беренсе йөклөлөктө был юл менән өҙҙөрөү уғата хәүефле. Бындай хәл проблеманы тәрәндән өйрәнеп айырым, һаҡ ҡына хәл итеүҙе талап итә. Аборт тыуымды көйләүсе яҡшы алым түгел. Хәҙерге заманда төрлө контрацепция алымдары ҡулланып, интим тормошто гармониялы итеп, абортһыҙ ҙа йәшәп була.

Йәштәргә шуны әйтәм: ниндәй алымдар менән теләмәгән йөклөлөктән һаҡланырға теләһәгеҙ ҙә, белгес менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

-Хәҙер йәштәр өйләнешеп өлгөрмәй, характерҙар тап килмәне, тип айырылыша башлай. Никахтарҙың тиҙ тарҡалыуының сәбәбе ниҙә тип уйлайһығыҙ?

-Сәбәптәре күп һәм төрлө-төрлө. Бөгөн Рәсәйҙә 6,2 миллионға яҡын бала тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнә, был күрһәткес һуңғы йылдарҙа 30 процентҡа артҡан. Яңғыҙ әсәләр һаны 5,6 миллион тәшкил итә, ҡалған 634,5 меңен яңғыҙ атайҙар ҡарай. Һәр өсөнсө ата-әсә үҙ балаларына алимент түләмәй. 27,3 миллион баланың 5,6 миллионы (21 проценты) атай тәрбиәһен күрмәй үҫә. Эш хаҡының түбән булыуы ғаилә тормошонда насар эҙемтәгә килтерә.

Айырылышыуҙың күпселеге ҡатындарҙан башлана. Уртаса 68-75 процент осраҡта айырылышыу мәсьәләһен улар ҡуҙғата. Белгестәр быны төрлө сәбәп менән аңлата. Ҡатын кеше айырылышыуҙы еңелерәк һәм тиҙерәк кисерә. Был хәлгә күнегеү өсөн ирҙәргә уртаса 1,5-2 йыл кәрәк булһа, ҡатын-ҡыҙ ике тапҡырға тиҙерәк стрестан арына. Әлбиттә, икенсе ҡатынға әүрәп, ғаиләләрен ташлап киткән ир-егеттәр ҙә күп.

-Ҡунаҡ никахы, һынау никахы, граждан никахына ҡарашығыҙ нисек?

-Уларҙың береһен дә ғаилә тип әйтеп булмай--был никах репетицияһы булып күренһә лә, ысынында ғаиләнән ҡасыуҙы аңлата. Ошондай мөнәсәбәткә инеү--кеше һүҙенән ҡурҡып, ғаилә йораты төҙөп, унан ҡотолоу юлы ғына. Модаға инеп барған никах килешеүен дә ғаиләгә һанап булмай. Бында ғәйеп башлыса ир-атта тора, тигән фекер йәшәй йәмғиәттә. Ул, йәнәһе, ғәмһеҙ--үҙ балаһын ташлап китеү уға бер ни тормай. Шунлыҡтандыр инде, яңғыҙ әсәләр өсөн дәүләт байтаҡ ташламар булдырҙы, төрлө сетерекле мәлдәрҙә ул тик ошо әсәнең мәнфәғәтен яҡлай.

-Йәштәргә теләктәрегеҙ...

-Атай-әсәй--ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар--көҙгөһө. Тотҡа һынмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-берегеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк.

Гөлдәр Ҡадаева яҙып алды.

 

Автор:Гульдар Кадаева