АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
25 Февраль , 18:15

Дошманыңды ҡыуандырма

...Ике юлаусы төрлө мәлдә ҡараңғы урман аша үтеп барған. Уларҙың икеһенең дә артынан юлбаҫарҙар ҡыуа төшкән. Юлаусылар барса хәленә уларҙан ҡасырға тотонған. Баҫтырыш ҡырҡыныс фильмдарҙағы кеүек, оҙаҡ дауам иткән. Әммә ҡарурманда ҡотолоуға ышаныс та булған. Бер юлаусы хәле бөтөп барыуын тойоп:”Мине ҡотҡарығыҙ! Ярҙам итегеҙ! Мине юлбаҫарҙар баҫтыра!” - тип, һөрән һалған. Уның ҡысҡырыуын юлбаҫарҙар ишеткән һәм шундуҡ тотоп та алған. Икенсе юлаусы хәле бөткәнсе ҡасҡан да, бер соҡорға инеп йәшенгән. Ул баҫтырыусылар уны шәйләп кенә ҡалмаһын, тип хатта тын алырға ла ҡурҡып ултырған. Уны, ысынлап та, юлбаҫарҙар таба алмаған. Юлаусы таң атҡас соҡорҙан сыҡҡан да, юл табып, дошмандарынан ҡотолған.

Дошманыңды ҡыуандырма
Дошманыңды ҡыуандырма

Ҡайһы берҙә иңеңә төшкән хәсрәтте ҡысҡырып һөйләп, ярҙам һорау кәрәк. Аңлап торам. Тик таяҡтың ике осо булған кеүек, бындай хәл хәүефте арттыра һәм хәлде тағы ла көсөргәнешле итеүе лә бар. Бер ҡыҫҡа ғына риүәйәт һөйләйем әле:

-Ике юлаусы төрлө мәлдә ҡараңғы урман аша үтеп барған. Уларҙың икеһенең дә артынан юлбаҫарҙар ҡыуа төшкән. Юлаусылар барса хәленә уларҙан ҡасырға тотонған. Баҫтырыш ҡырҡыныс фильмдарҙағы кеүек, оҙаҡ дауам иткән. Әммә ҡарурманда ҡотолоуға ышаныс та булған.

Бер юлаусы хәле бөтөп барыуын тойоп:”Мине ҡотҡарығыҙ! Ярҙам итегеҙ! Мине юлбаҫарҙар баҫтыра!” - тип, һөрән һалған. Уның ҡысҡырыуын юлбаҫарҙар ишеткән һәм шундуҡ тотоп та алған.

Икенсе юлаусы хәле бөткәнсе ҡасҡан да, бер соҡорға инеп йәшенгән. Ул баҫтырыусылар уны шәйләп кенә ҡалмаһын, тип хатта тын алырға ла ҡурҡып ултырған. Уны, ысынлап та, юлбаҫарҙар таба алмаған. Юлаусы таң атҡас соҡорҙан сыҡҡан да, юл табып, дошмандарынан ҡотолған.

Хәүеф-хәтәр янағанда, баҫтырғандарында ҡысҡырырға, ярҙам һорарға була. Әгәр ыңғай килеп сыҡһа, ярҙам итерҙәр. Ыңғай булмаһа инде, һине баҫтырыусыны эҙеңә үҙең төшөрөүең дә ихтимал. Ул мәлдә хәлең тағы ла ҡатмарлашасаҡ.

Ҡайғы-хәсрәтебеҙ хаҡында ҡысҡырып, бөтә ғәм алдында һөйләгәндә, яҡшы кешеләрҙең иғтибарын ғына йәлеп итмәйбеҙ шул. Әгәр дошмандарың бар икән, улар был хәлде шундуҡ эләктереп ала һәм һөжүм итә. Улар бит хәлең булмауын белеп тора. Һәм ошо хәл менән оҫта ҡуллана. Иң ауыртҡан ереңә баҫыуҙары бар.

Шуға күрә лә иң башта ярҙам һорар, хәлеңде ҡысҡырып һөйләр алдынан эргә-тирәне байҡап алырға кәрәк. Ярҙамға өмөт итеп буламы, юҡмы икәнән асыҡлау зарур. Ярҙам кәрәкме, юҡмы? Мәғәнәһеҙ кәңәштәргә тонсоғорға була. Күптәр һүҙ менән генә ярҙам итә. Ә ҡоро һүҙ менән хәлдең яҡшы яҡҡа үҙгәреп китмәҫе билдәле. Ҡысҡырып һөйләп, хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрмәҫһеңме? Дошмандарҙы ҡыуандырмаҫһыңмы?

Иң беренсе ошо һорауҙарға яуап табығыҙ. Шунан ғына теге риүәйәттәге юлсыларҙың ҡайһыһы булырға хәл итегеҙ. Был яҡшы һәм тормошсан кәңәш. Һәм тормош тураһында яҡшы риүәйәт.

Анна Кирьянова.

Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе.

Фото интернет селтәренән.

Автор:Гульдар Кадаева