Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
5 Июнь 2023, 11:53

Шәп малайҙар эштән ҡурҡмай

Йылайыр районының Байғужа ауылы балалары йәйге каникулдарын ата - әсәләренә шәхси хужалыҡтарында ярҙам итеп үткәрә.


Йылайыр гимназияһында белем алған Айтуған, Фәрүәз, Әлим; Баймаҡ ҡалаһы лицейында уҡыған Харис, Руслан, Рифат; Матрай мәктәбендә белем алған Ильяс; Хәйбулла районы Юлбарыҫ мәктәбендә уҡыған кескәй Ирхан ярҙамға мохтаж Солтанова Хәмдениса инәйҙәренә утынын ташып, өйөп биргән.
Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған Хәмдениса инәйҙәре сикһеҙ ҡыуанып, фатихаларын биреп ҡалды.
Балаларының ялдары файҙалы ла, күңелле лә үтһен өсөн тырышҡан ата - әсәләргә тәртипле, ярҙамсыл, эшһөйәр улдар үҫтергәндәре өсөн ҙур рәхмәт!
Зилә Солтанова диуарынан.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА