+21 °С
Болотло
Быйыл да , Аллаға шөкөр, тәбиғәт беҙҙе һыйындырып, туйындырғаны өсөн рәхмәттәр әйтеп, доға ҡылып шифалы үләндәрҙән "Иҫке ҡорһаҡ, яңы аш, ауырыуҙар менән ҡас!"-тип, ризыҡ ауыҙ итергә насип булды. Батлырған, көпшә, кесерткән, ҡуҙғалаҡ, оҫкон, әсертке, йыуа үләндере кеше өсөн бик шифалы уләндәр. Бындай ашты йыл эсендә өс тапҡыр ашау кәрәк. Тәмле аш ашап, самауыр сәйенән һуң төрлө халыҡ уйындары, әйтеш, йомаҡ ҡойшоп ярыштыҡ. Һуңынан Вәзәм йылғаһы буйында бит- ҡулдарҙы сайып, һыу һибешеп ямғыр теләнек. Тәбиғәт ҡосағында булып тәнгә сихәт, күңелгә рәхәтлек алып, ял итеп ҡайттыҡ. Алла бирһә икенсе йылда ла ошо урынға сығып тәбиғәт менән аралашып, таҙарынып, арынып ҡайтырға яҙһын, донъялар имен булһын!»