АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
2 Июнь 2023, 12:29

Ни өсөн Аллаһ Тәғәлә был донъяны һыуға оҡшатҡан?

Имам әл- Куртуби رحمه الله , әйткән : "Ни өсөн Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә үҙенең һүҙҙәрендә был донъяны һыуға оҡшатҡан. "Уларға донъялыҡтағы тормош тураһында миҫал килтер. Ул, күктән төшкән һыу кеүек" (Ҡөръән 18:45).


Аҡыл эйәләре әйткән :

1. Һыу үҙенең даими формаһын һаҡламай. Шулай уҡ, был донъя ла һәр саҡ бер торошта булмай.

2. Һыу китә һәм ҡалмай. Шулай уҡ был тормош та тиҙ үтеүсән һәм ул да ҡалмай.

3. Бер кем дә һыуға инеп ҡоро ҡалмай. Шулай уҡ был донъяла ла: бер кем дә бәләләрҙән һәм һынауҙарҙан ҡотолмаған.

4. Һыу етәрлек булһа, ул файҙалы һәм үҫемлектәргә үҫергә сәбәпсе була, әммә һыу күп булһа, ул зыянлы һәм һәләкәтле була. Шулай уҡ был донъяла ла : етәрлек әҙ күләмдәге мөлкәт ( аҡса, муллыҡ, байлыҡ) файҙа килтерә, ә күплеге зыян килтерә.

(Ислам цивилизацияһы)
«Иманлы ғаилә» төркөмөнән

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА