Ысынбарлыҡта, мин үҙем ундай хәлгә шаһит булдым.
Ә бына ундай кешене был тормошта ла, үҙе үлгәс тә тағын да ниҙәр көткәнен дин әһелдәре былай ти:
- Аллаһ Тәғәлә ҡомһоҙ хәким ебәрер, малын тартып алыр;
- башына ҙур мәшәҡәт, ҡайғылар килер ( янғын, ҡараҡ , һыу баҫыу...);
- үҙе боҙоҡлоҡ юлына керер һәм бөтә малын шунда туҙҙырыр;
- ҡурҡыныс сиргә юлығыр, бөтә байлығын дарыуға тотонор;
- башына бәрәкәтһеҙ пландар керер, малһыҙ ҡалыр;
- малын шул хәтле ныҡ йәшерер, ахырҙа үҙе лә онотор, хәйерселеккә төшөр.
- уның аҡсаһы, малы үҙе үлгәс насар бәндәләргә мираҫ булып ҡалыр.Тегеләр харамға туҙҙырыр.
Хәдистәр:
«Мәрхәмәтле,шәфҡәтле, миһырбанлы, йомшаҡ күңелле кешеләрҙе Аллаһ Тәғәлә үҙ рәхмәтенә лайыҡ ҡылыр. Ерҙә булғандарға рәхмәт, шәфҡәт күрһәтегеҙ, Аллаһ Тәғәлә һеҙгә мәрхәмәт ҡылыр».
«Ас кешегә ризыҡ бирегеҙ, тамағын туйҙырығыҙ, ҡоллоҡҡа эләккән кешегә, ҡоллоҡтан ҡотолорға ярҙам итегеҙ, ауырыу – сырхауҙарҙың барып хәлен белегеҙ».