-3 °С
Болотло
Итте ҡамырға төрөп тә, картуфҡа ҡушып та ашамайҙар. Иткә гарнир — тик йәшелсә генә.
Колбаса һәм майонездан ғүмерлеккә баш тартығыҙ.
Йыш ашағыҙ (көнөнә 4-5 тапҡыр), әмма бәләкәй порциялар менән.
Йоҡлар алдынан ашамайҙар.
Организм торошона ҡарап, аҙнаһына бер көн тик эремсек (творог) ашап, йәшел сәй генә эсеп, таҙарынып алырға кәңәш ителә.
Көндөҙ ятырға тырышмағыҙ. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булығыҙ. Ял итеү ваҡыты — төн.
🌼 Ашаған ваҡытта сәй ҙә, һыу ҙа эсмәҫкә. 40 минуттан һуң йәшел сәй эсергә мөмкин.
🌺 Йоҡонан торғас та бер аш ҡалағы етен майы эсеү файҙалы.
🌼Иртәнге аш туҡлыҡлы булырға тейеш.
🌺Ҡамыр аштарын йәшелсә, еләк-емеш менән алыштырырға.
🌼Иртәле-кисле физик күнекмәләр яһағыҙ.