Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
5 Май 2023, 08:45

ҠУРМАС ТӘМЛЕРӘКМЕ, ПОПКОРНМЫ?

Бөгөнгө балалар пицца, попкорн, роллы һәм башҡаһын белә, тик милли аҙыҡты һанламай. Ни өсөн? Йәш ғаиләлә ҡорот, талҡан, ҡурмас, ҡаҡ һәм башҡаһына иғтибар бирелмәйме, әллә “заманса”ларына реклама көслөмө?

ҠУРМАС ТӘМЛЕРӘКМЕ, ПОПКОРНМЫ?
ҠУРМАС ТӘМЛЕРӘКМЕ, ПОПКОРНМЫ?

Бөгөнгө балалар пицца, попкорн, роллы һәм башҡаһын белә, тик милли аҙыҡты һанламай. Ни өсөн? Йәш ғаиләлә ҡорот, талҡан, ҡурмас, ҡаҡ һәм башҡаһына иғтибар бирелмәйме, әллә “заманса”ларына реклама көслөмө? Тәү ҡарауға ябай күренгән, әммә көнүҙәк булған ошо мәсьәлә Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһында уртаға һалынды.

Башҡорт төркөмө тәрбиәсеһе Әлфиә Ғаяз ҡыҙы Вилданова бындай “түңәрәк өҫтәл”де тәү тапҡыр уҙғармай. Тәүгеһендә бары тик атайҙарҙы саҡырып “Ғаиләлә, йәмғиәттә атай роле” темаһына һөйләшеү уҙғарғайны. Быға ҡәҙәр балалар баҡсаһына аҙ йөрөүсе ир-егеттәр дәррәү килеп, атай абруйын үҫтереү, балаға, айырыуса малайҙарға атай тәрбиәһе кәрәклеген билдәләп, ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорғайны. Был юлы иһә башлыса әсәйҙәр килде һәм улар “Милли аш-һыу” темаһына аралашты. “Түңәрәк өҫтәл”гә йыйылған әсәйҙәргә тәүҙә “Ғаиләлә нимәгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Нимәләр бешерәһегеҙ?” тигән кеүегерәк һорауҙар бирелде. Һәр береһе бишбармаҡ, ит, бәлеш, бөйөрөк бешерергә яратыуын әйтте. Унан һуң сара ҡунағы—Сибай ҡалаһының “Яугүл” фольклор ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, имсе Дилара апай Рафиҡоваға һүҙ бирелде. Ул өләсәйҙәрҙән ҡалған милли аштар хаҡында, уларҙың файҙаһы хаҡында бәйән итте. Ҡорот, талҡан, сөсө икмәктең шифаһы хаҡында һөйләне. Унан эшҡыуар, психология һәм психогенетика хаҡында тренингтар үткәреүсе, “Атайсал” гәзитендә һәр төрлө темаларға мәҡәләләр менән сығыш яһаусы Айбулат Алик улы Уразбахтин һүҙ алды. Ул туҡланыу серҙәре хаҡында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе. Әйткәндәй, был хаҡта гәзитебеҙҙең 15-се һанында йөкмәткеле мәҡәлә донъя күргәйне. Айбулат Алик улы әйтеүенсә, кешегә ит ашау ярамай, ит агрессия тыуҙыра (был хаҡта гәзиттә сыҡҡан мәҡәләлә аңлатып яҙылды). Әммә “түңәрәк өҫтәл”гә килеүселәр уның менән ризалашманы. Табип-терапевт Гөлнара Сөләймәнова һәр нәмәлә сама булырға тейеш тип билдәләне. Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина ит ризыҡтары элек-электән халҡыбыҙҙа булған тигән ҡарашты алға этте. Айбулат Алик улы иһә һуңғы быуаттарҙа ғына беҙҙең рационға ингәнлеген иҫбат итеү өсөн “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе миҫалға килтерҙе. Ҡыҙыу ғына бәхәс барҙы.

Эйе, йылдар, быуаттар үтә. Нимәлер ҡулланыштан төшөп ҡала, нимәлер өҫтәлә. Киләсәктә балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ талҡандың, ҡороттоң, айрандың, ҡатыҡтың, ҡымыҙҙың, буҙаның нимә икәнен белмәй ултырмаһын өсөн бөгөн уларҙы пропагандалау зарур. Кафеларға барып, тыуған көндәр үткәреп, балаларыбыҙҙы пиццаға, роллыға өйрәтмәҫкә ине. Үҙебеҙҙең милли ризыҡ күпкә файҙалыраҡ та, яҡшыраҡ та икәнен аңдарына һеңдерәйек. Әйткәндәй, Сибай ҡалаһында башҡа милләттәрҙең аш-һыуы һатылған нөктәләр, кафелар бар, ә бына башҡорт милли ризығына өҫтөнлөк биргәндәре юҡ. Был хаҡта ла бошоноп фекер белдереҙеләр.

Сара һуңында ҡунаҡтар тәрбиәселәр тарафынан әҙерләнгән табынға йыйылды. Бында яңы ғына баш ҡалҡытҡан йыуаны, әсеткеһеҙ, ҡомалаҡ ҡушып бешерелгән икмәкте, эремсектән әҙерләнгән бәлеште, ҡоротто, талҡанды, буҙаны күреп, үҙебеҙҙең милли ризыҡтан ғына ла бынамын тигән һый әҙерләп булғанына инанды.

Автор:Резеда Валиева