АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
20 Апрель 2023, 14:40

Йәш сәсәндәр эпос ятланы

Сибай ҡалаһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһе ойошторолдо. Башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә һаҡсыл ҡараш, милли рух, илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән сарала ҡыҙҙар-майлайҙар бик теләп ҡатнашты. «Урал батыр” эпосы башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған.

Йәш сәсәндәр эпос ятланы
Йәш сәсәндәр эпос ятланы

Йәш сәсәндәр бәйгеһе ҡалабыҙҙа йыл да ойошторола һәм ул эпосты популярлаштырыуҙы, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Сарала 1-се кластан алып 11-се класс уҡыусылары ла әүҙем ҡатнаша. Быйыл йәмғеһе 100-ҙән ашыу уҡыусы эпосты яттан һөйләп ярышты.

Конкурста йәш сәсәндәрҙең башҡарыу оҫталығынан тыш, жюрилар кейемдәренә, үҙҙәрен сәхнәлә тотоштарына ла иғтибар итте. Музыкаль инструментта уйнау ҙа хупланды. Эпосты балалар төрлө телдәрҙә ятлауы ла маҡтауға лайыҡ.

Конкурсты ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты берлектә ойошторҙо. Бәйгелә еңеп сыҡҡан йәш сәсәндәр республика конкурсында үҙ көстәрен һынап ҡараясаҡ.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: