АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
19 Апрель 2023, 09:00

"Салауат вариҫтары" һынатмай

Сибай ҡалаһының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тормош юлына бағышланған "Салауат вариҫтары" проектты тормошҡа ашырған. Илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында уның ижадын өйрәнгәндәр, ҡалалағы балалар китапханаһына, Салауат батырҙың бюсына маҡсатлы экскурсия ойошторғандар.

"Салауат вариҫтары" һынатмай
"Салауат вариҫтары" һынатмай

Кесе йәштән үк балаларҙы тыуған илгә һөйөү уятыу, уның батырҙары менән таныштырыу, арҙаҡлы кешеләренә ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү мөһим. Был йәһәттән Сибай ҡалаһының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында бик күп проект эштәре алып барыла. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев менән таныштырыу, уның тормош юлына, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, батыр рухы менән илһамландырыу маҡсатында балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә "Салауат вариҫтары" тип исемләнгән проект эше алынды. Йыл буйына ата - әсәләр, тәрбиәләнеүселәр, менән берлектә проект өҫтөндә бик күп эштәр эшләнелде. Проектты тормошҡа ашырыу осоронда балалар менән Салауат Юлаевтың ижады, уның тормош юлы менән яҡындан таныштыҡ. Төрлө әңгәмәләр: "Кем ул Салауат Юлаев?", "Батырҙы данлай рәссамдар", нәфис әҙәбиәт М.Ғәли "Салауат батыр", Ш. Бабич "Салауат батыр", видеояҙма ҡарау, күңел асыу саралары, ҡалалағы балалар китапханаһына, Салауат батырҙың бюсына маҡсатлы экскурсия, белем биреү эшмәкәрлектәре ойошторолдо.
Ошо проект эшен йомғаҡлау сараһы итеп "Салауат вариҫтары" исемле Салауат Юлаевтың үҙе ижад иткән шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсы үтте. Сараға абруйлы ҡунаҡтар саҡырылды, Сибай ҡалаһының Ҡоролтай ағзалары Таңғатарова Таңһылыу Хәләф ҡыҙы, Ғәйнуллина Алсу Хәйбулла ҡыҙы һәм бик күп ата - әсәләр йыйылды.
С.Юлаев үҙенең шундай ҡыҫҡа ғына ғүмерендә бик күп мәғәнәле, тыуған иленә, теленә, халҡына, тәбиғәткә бәйле шиғырҙарҙарын балалар яттан һөйләп кескәй йөрәктәре аша үткәрҙе. Бәйгелә бөтәһе 26 бала көс һынашты һәм мәртәбәле жюри ағзалары тарафынан еңеүселәр билдәләнде:
Арсланбаев Арслан Гран - при,
Алтынбаева Ая -1 урын, Исламова Регина, Кулембетова Наҙгөл - 2 урын,
Ишкинин Илназ, Янтилина Имилия, Янгулова Залина, Ташбулатов Самир - 3 урын яуланылар!!!
Афарин, балалар!!! Һеҙҙә шулай Салауат кеүек батыр, көслө, үҙ халҡығыҙға файҙалы кешеләр булып үҫеүегеҙҙе теләйбеҙ!

Әлфиә Ташбулатова, Әлфиә Хәсәнова, "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәселәре

"Салауат вариҫтары" һынатмай
"Салауат вариҫтары" һынатмай
Автор:Гульдар Кадаева