АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
17 Апрель 2023, 12:00

Кемгәлер аҡса биреп доға уҡытыу дөрөҫмө?

Аҡса биреп, бына минең мәрхүм булған атай-әсәйем, башҡа туғаным өсөн доға ҡыл әле тип әйтеү бөтөнләй ярамаған эш. Һеҙҙең яҡындарығыҙға ҡарата булған тойғоларығыҙҙы һеҙҙән башҡа бер кем дә Аллаһ Тәғәләгә ихлас итеп еткерә алмай. Шуға күрә, үҙегеҙ Аллаһ Тәғәләгә ниндәй телдә теләйһегеҙ, шул телдә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Был доға тип атала. Аллаһ Тәғәлә бөтә телдәрҙе лә аңлай. Ул бит ул телдәрҙе үҙе яралтҡан. Руссамы, инглизсәме йәки бөтөнләй башҡа телдә доға ҡылаһығыҙмы, уны Аллаһ Тәғәлә ҡабул итә. Ул бит һеҙҙең мөрәжәтегеҙгә түгел, ниәтегеҙгә ҡарай. Ә һеҙҙең ниәт әрүахтар рухына үҙ телегеҙҙә доға ҡылыу. Әруахтар доғаға беҙ һауаға, һыуға мохтаж кеүек, мохтаж.

Кемгәлер аҡса биреп доға уҡытыу дөрөҫмө?
Кемгәлер аҡса биреп доға уҡытыу дөрөҫмө?

Кемгәлер аҡса биреп доға уҡытыу тураһында

Ишморат хәҙрәт Хәйбуллин:

-Ҡайһы ваҡыт ҡәрҙәштәр шундай ҡыҙыҡ һорау бирә: үлгәндәр рухына ҡояш байығандан һуң мәсеткә килеп доға уҡытырға яраймы?

Ни өсөн ҡыҙыҡ тием, сөнки был һорауҙы бер нисә өлөшкә бүлә башлаһаҡ, ҡыҙыҡ яуаптар булыр ине. Беҙ, мосолмандар, мәсеткә ҡояш байығандан һуң да, ҡараңғы төшкәс тә барабыҙ. Ҡояш байығандан һуң киске намаҙҙы ҡылырға, ә ҡараңғы төшкәндән һуң һуңғы намаҙ - йәстүне уҡырға барабыҙ. Тимәк, мәсеткә ҡояш байығанда ла, байығас та барырға ярай.

Тағы шул: ҡәрҙәштәр, һеҙ бер нәмәне аңлағыҙ! Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итер өсөн һеҙгә ниндәйҙер кеше кәрәкмәй. Етмәһә, аҡса биреп, бына минең мәрхүм булған атай-әсәйем, башҡа туғаным өсөн доға ҡыл әле тип әйтеү бөтөнләй ярамаған эш. Һеҙҙең яҡындарығыҙға ҡарата булған тойғоларығыҙҙы һеҙҙән башҡа бер кем дә Аллаһ Тәғәләгә ихлас итеп еткерә алмай. Шуға күрә, үҙегеҙ Аллаһ Тәғәләгә ниндәй телдә теләйһегеҙ, шул телдә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Был доға тип атала. Аллаһ Тәғәлә бөтә телдәрҙе лә аңлай. Ул бит ул телдәрҙе үҙе яралтҡан. Руссамы, инглизсәме йәки бөтөнләй башҡа телдә доға ҡылаһығыҙмы, уны Аллаһ Тәғәлә ҡабул итә. Ул бит һеҙҙең мөрәжәтегеҙгә түгел, ниәтегеҙгә ҡарай. Ә һеҙҙең ниәт әрүахтар рухына үҙ телегеҙҙә доға ҡылыу. Әруахтар доғаға беҙ һауаға, һыуға мохтаж кеүек, мохтаж. Белегеҙ, Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең телегеҙҙе генә түгел, күңелегеҙҙә нимә ята шуны аңлай. Ҡыҫҡаһы, доға тигән нәмәне аңламағанлыҡтан, ошондай һорауҙар тыуа. Яҡшы итеп доға тураһында тағы берҙе дини китаптарҙан, интернет селтәренән табып уҡығыҙ.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: