Саҙаҡаны тәү сиратта үҙ ғаиләңә, һинән хәстәр өмөт иткән яҡындарыңа бир (Мөслим).
Йәғни саҙаҡа өләшеүҙе һинең яуаплылығыңда булған ғаиләңдән башлау хәйерле.
Аҙашҡанға ярҙам итеү.
"Ташландыҡ урында аҙашҡан бәндәгә дөрөҫ юл-йүнәлеш әйтеп ебәреү — саҙаҡа".
⚜ Мохтаждарға ярҙам.
"Ауыр хәлдә ҡалғандарға, кәмһетелгәндәргә ярҙам ит" (әл-Бохари, Мөслим).
⚜ Кемделер ашатыу, туйындырыу.
"Кешеләрҙе һыйлау, шулай уҡ белгән дә, белмәгән дә кешеләр араһында сәләм таратыу", — тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ саҙаҡа төрҙәре хаҡында (әл-Бохари, Мөслим).
⚜ Ағас ултыртыу.
"Әгәр ҙә мосолман ағас ултыртып, йә нимәлер сәсеп, уның емеше менән ҡош, кеше йәиһә йәнлек туҡлана икән, был да мәрхәмәт йөҙөнән сарыф ителгән саҙаҡа кеүек ҡабул ителә".
⚜ Ғәҙеллек яҡлы булыу.
"Ике кеше араһындағы бәхәсте ғәҙел хәл итеү — саҙаҡа" (әл-Бохари, Мөслим).
⚜ Физик ярҙам күрһәтеү.
"Кемдеңдер йөгөн юл йөрөү малҡайына тейәп биреү ҙә — саҙаҡа" (әл-Бохари, Мөслим).
⚜ Тыйылғандан тыйылыу.
"Рөхсәт ителмәгәндән йырағыраҡ йөрөгөҙ, был да һеҙҙән саҙаҡа булыр" (әл-Бохари, Мөслим