Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
31 Март 2023, 16:05

Бул әле яныбыҙҙа, оҙағыраҡ бул...

Хәҙер беҙҙең өйҙә йылға яҡын инде ҡарт ҡына ҡыҙыҡай йәшәй. Үҙе ябыҡ, яшыҡ ҡына, сал сәстәре үрелгән, ойоғо шайтанашығы тәңгәлендә йыйылып төшөп тора. Ул өй буйлап йөрөй, тупһа янында туҡталып аяғын өҫкә күтәреп үтә, уйнап йөрөгән бесәй балаларына оҙаҡ итеп көлөп ҡарап тора. Күренмәгән кешеләрҙе ишетә һәм улар тураһында һөйләй. Кеше инһә ояла, күберәк ята, йоҡлай...

Бул әле яныбыҙҙа, оҙағыраҡ бул...
Бул әле яныбыҙҙа, оҙағыраҡ бул...

Әсәйемде үҙебеҙгә йәшәргә алдыҡ. Алдан уйламайынса, бер көн барҙыҡ та, бер пакет менән алып ҡайтып киттек. Пакетында – ойоғо, ейәндәре бүләк иткән “Иң яҡшы өләсәйгә” тип яҙылған тапочкиһы, йылы халаты һәм нишләптер яҫтыҡ тышы. Әсәй төйөнсәген үҙе йыйғайны.

Хәҙер беҙҙең өйҙә йылға яҡын инде ҡарт ҡына ҡыҙыҡай йәшәй. Үҙе ябыҡ, яшыҡ ҡына, сал сәстәре үрелгән, ойоғо шайтанашығы тәңгәлендә йыйылып төшөп тора. Ул өй буйлап йөрөй, тупһа янында туҡталып аяғын өҫкә күтәреп үтә, уйнап йөрөгән бесәй балаларына оҙаҡ итеп көлөп ҡарап тора.

Күренмәгән кешеләрҙе ишетә һәм улар тураһында һөйләй. Кеше инһә ояла, күберәк ята, йоҡлай. Шоколадты ипләп кенә киртеп ашай (тумбочкаһына гел шоколад һалып ҡуябыҙ), сынаяғын ике ҡуллап тотоп, тәмләп сәй эсә. Нәҙек кенә бармағындағы көмөш балдағын юғалтырға ҡурҡа һәм һәр ваҡыт уның барлығын тикшерә. Мин уның ныҡ олоғайып китеүен һәм ярҙамға мохтаж булыуын шәйләйем.

Ул үҙ-үҙен хәҙер тулыһынса миңә тапшырған. Уның өсөн иң мөһиме – минең өйҙә булыуым. Мин өйгә килеп инһәм йөҙө яҡтырып китә, шуға ла уны оҙаҡҡа ҡалдырып китмәҫкә тырышам.

Көн һайын ул бала саҡта беҙгә әҙерләгән кеүек, хәҙер мин уға бутҡа бешереп ашатам, өҫтәлдә уның өсөн генә йомшаҡ печеньелар тотабыҙ.

Ниндәй тәьҫораттар кисерәм? Башта ҡурҡтым. Ул бит атайым үлгәндән һуң үҙаллы, яңғыҙ донъя көттө. Ни теләһә шуны эшләне, ҡайҙа теләне шунда барҙы. Әммә һуңғы осорҙа уға анау ҡороғор вирус эләкте һәм уның сәләмәтлеген генә түгел, психикаһын да ҡаҡшатты. Хәҙер мин уны йәлләйем, хәстәрләйем һәм төрлө яҡлап ҡурсалайым, яратам.

Мин уны яҡшы аңлайым, ғүмер юлының ҡайҙа табан тәгәрәүен дә беләм. Был юлдың уның өсөн бәхетле булыуын теләйем, ҡыҙы янында, өй йылы, яҡты, бөтә шарттар ҙа бар. Йылы аш, ризыҡ етерлек. Башҡаһы әсәй өсөн мөһим түгел

Өйҙә йәше 80-ндән үткән ҡыҙыҡайым бар. Бәхетлемен, сөнки Аллаһ Тәғәлә әсәйемдең ғүмере байышын бәхетле итеү мөмкинлеге тыуҙырҙы, ә минең тормошомдо тыныс һәм әсәйем өсөн өҙгөләнеүҙәрҙән азат итте. Әсәй, һинең барлығың өсөн ҙур рәхмәт! Бул әле яныбыҙҙа, оҙағыраҡ бул...

Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе.

Текст һәм фото интернет селтәренән алынды.

Бул әле яныбыҙҙа, оҙағыраҡ бул...
Бул әле яныбыҙҙа, оҙағыраҡ бул...
Автор:Гульдар Кадаева