Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
30 Март 2023, 08:45

Ураҙам ҡабул булһын, тиһәң...

Ураҙа ҡабул булһын өсөн, ашамай- эсмәй тороуға өҫтәп, ҡайһы бер нәмәләргә иғтибар итергә кәрәк:1. Боҙоҡ, яман һүҙҙәрҙән, ғәйбәттән тыйылырға! Йәғни, тел дә ураҙала булырға тейеш.Ауыҙҙан сыҡҡан һәр бер һүҙҙе ике яҡтағы фәрештәләр яҙып барғанын һәр саҡ иҫтә тотайыҡ. Иманы зәғиф кеше, Аллаһтан ҡурҡмағанға күрә, телмәрендә яман һүҙҙәр ҡуллана, һүгенеү һүҙҙәрен дә ҡушып ебәрергә мөмкин. Ундай һүҙҙәр менән ул үҙ башына ҙур бәләләр алыуын, ғәмәл дәфтәренә гонаһ итеп яҙҙырыуын уйламай ҙа. Һәр беребеҙ һүҙҙәребеҙгә иғтибар итәйек, гонаһ эштән алыҫ торайыҡ!2. Аллаһты күп тапҡыр зекер итергә.

Ураҙам ҡабул булһын, тиһәң...
Ураҙам ҡабул булһын, тиһәң...


Был ғәмәл алдағы ғәмәлде юҡҡа сығарырға ярҙам итә.
Аллаһу Тәғәләне иҫкә алыу һүҙҙәре бик күп.
Мәҫәлән, "Сөбханаллаһ", "Әлхәмдүлилләһ ", " Аллаһу әкбәр", "Ләә хәүлә, үә ләә ҡүәтә иллә билләһ"те телдән төшөрмәйенсә һәр ваҡыт әйтеп йөрөп була.
3. Ғаилә ағзаларыңды Ураҙа тоторға өндәргә.
Һис юғында, бала- сағаларың, ейән- ейәнсәрҙәреңде тәмле ризыҡ әҙерләп
сәхәргә уятырға, ифтарҙарға саҡырырға ла була. Үҙебеҙ ҙә бит өләсәйҙәр әҙерләгән ризыҡ тәмен иҫтә һаҡлаған кеүек, улар ҙа, йылдар уҙғас, тәмле һыйығыҙҙы, беренсе тотҡан ураҙаларын иҫкә алырҙар, өйрәтеүсе, оло үрнәк булған һеҙгә доға ҡылырҙар,
ин шәә Аллаһ!
4. Саҙаҡалар бирергә.
Пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән:" Ярты финик биреп булһа ла, йәһәннәм утынан һаҡлан! "
5. Әлегә тиклем үтәмәгәнһең икән, фарыз ғибәҙәт- намаҙ уҡырға. Уҡыйһың икән, уларҙың һанын, сифатын арттырырға.
6. Доғалар ятларға.
Тормошта һәр осраҡҡа пәйғәмбәрҙәрҙән килгән доға бар. Шуларҙы ятларға, ҡулланырға һәм башҡаларҙы ла өйрәтергә була.
7. Тәүбә итергә.
Беҙ- кәмселектәрҙән азат түгелбеҙ, аҙым һайын хаталанабыҙ. Шуларҙы танып, ғәфү һорау- тәндең, күңелдең төрлө сирҙәрҙән таҙарыныуына сәбәп булырға мөмкин.
8. Күркәм әхлаҡ булдырырға.
Холоҡтоң яҡшы булыуы өйҙә, эштә, йәмғиәттә булһынмы тирә- яҡтағыларға һәр ваҡыт тыныслыҡ, рәхәтлек бирә. Холҡо насар булғандың үҙенә лә, яҡындарына ла тыныслыҡ юҡ.
Ураҙа ҡабул булыуға ярҙам итеүсе ғәмәлдәрҙе тағы ла дауам итеп булыр ине. Улар туранан- тура ураҙаға бәйле булмаһалар ҙа, ҙур әһәмиәткә эйә булып торалар. Был ғәмәлдәр бер- береһенә бәйләнеп, эйәреп киләләр.
Ҡайһыһынан башларға? Уныһын инде һәр беребеҙ үҙе һайлай.
Раббыбыҙ Аллаһ үҙ- үҙебеҙҙе тәрбиәләүҙә ярҙамын бирһен! Тотҡан ураҙаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын! Әмин!

мәғлүмәт һәм фото интернет селтәренән алынды

Автор:Гульдар Кадаева