АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
29 Март 2023, 16:00

Намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул буламы?

Рамаҙан айы етһә, ҡыҙыҡһына башлайбыҙ: намаҙ уҡымаһаң ураҙа тоторға яраймы, намаҙ уҡымаусы кешенең ураҙаһы ҡабул буламы һәм башҡалар.Иң беренсе ураҙаның һәм намаҙҙың бәйләнеше хаҡында.Ураҙа Ислам динендә ниндәй урын биләй?

Намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул буламы?
Намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул буламы?


Ислам дине биш төп нәмәнән тора:

Беренсеһе - иман килтереү,

Икенсеһе - намаҙ уҡыу,

Өсөнсөһө - Рамаҙан айында ураҙа тотоу,

Дүртенсеһе - бай кешеләрҙең заҡәт түләүе (заҡәт – саҙаҡаның мотлаҡ төрө)

Бишенсеһе - мөмкинлеге булған кешегә хаж ҡылыу.

Күреүебеҙсә, ураҙа да, намаҙ ҙа, ислам нигеҙҙәренең береһе, ләкин УЛАР БЕР-БЕРЕҺЕ МЕНӘН БӘЙЛӘНМӘГӘН. Намаҙ үҙенә айырым, ураҙа үҙенә, зәҡәт үҙенә айырым һ.б.
Шуға күрә, әлегә намаҙға баҫмаған кешенең дә ураҙа тотоуы дөрөҫ һәм ул Аллаһ тарафынан һанала. Ләкин кешенең киләсәктә намаҙға баҫырға ниәте булырға тейеш, сөнки намаҙ уҡыу һәр мосолманға фарыз (мотлаҡ).

Автор:Гульдар Кадаева