АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
22 Ғинуар 2023, 13:05

САРА ӘҘИБӘГӘ АРНАЛДЫ

«Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыған дәүерҙә Зәйнәб Биишева менән  әҙәби осрашыу үтте. Ул бәләкәй генә буйлы, хәтәр яғымлы, ихлас күңелле, теремек булып иҫтә ҡалған. Телен, халҡын, илен шул хәтлем ныҡ яратыуы, патриотик рухлы булыуы һоҡландырҙы. Уның төрлө быуын кешеләре өсөн яҙылған әҫәрҙәре уҡымлы, һутлы телле. Тап һеҙҙең өсөн яҙылған дуҫлыҡты, берҙәмлекте ҡәҙерләргә өйрәткән «Дуҫ булайыҡ» повесын уҡып сығырға тәҡдим итер инем»,  - тине М.Бохарбаева.

САРА ӘҘИБӘГӘ АРНАЛДЫ
САРА ӘҘИБӘГӘ АРНАЛДЫ

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙы

19 февраль үҙәк район китапханаһында 1-се Аҡъяр урта мәктәбенең 5а класс уҡыусылары өсөн (класс етәксеһе Гөлшат Иштимер ҡыҙы Ишбулатова) Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, прозаик, драматург, тәржемәсе Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған «Илһамлы ижад емештәре» исемле әҙәби кисә ойошторолдо.

Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе (Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы) Туйөмбәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһенән бик иртә етем ҡала. Зирәк ҡыҙ бәләкәй саҡтан белемгә ынтылып үҫә. Әммә тормош ауырлығы арҡаһында 4-се класты фәҡәт 1924 йылда 16 йәшендә генә тамамлай. Мәктәп йылдарында уҡ шиғырҙар яҙа башлай, ҡулына килеп эләккән һәр китапты рәхәтләнеп уҡый.

Зәйнәб Биишева үҙенең бала сағы тураһында хәтирәләр китабында былай тип яҙа: «Өйҙә үгәй әсәйҙең ҡатылығы, урамға сыҡһаң «килмешәк», «ерһеҙ» тип ситләтеүҙәре арҡаһындалыр инде мин бик моңһоу, ҡырыҫ булып үҫтем... Беҙҙең өйҙә бер нәмә булмаһа ла, китап тулып ята торғайны. Атайым һатып ала мин йәшенеп кенә уҡыйым, ул минең уҡый белгәнемде белмәне. Бер ваҡыт ут яҡтыһында ғына «Таһир менән Зөһрә»неме, әллә «Йософ менән Зөләйха»нымы уҡып ултырһам, күрҙе лә: «Ҡараңғыла шуны уҡып ултыраһыңмы? һиңә иртә әле!», — тине лә китапты утҡа ырғытты.

1924 йылдың йәйендә Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Ырымбур өлкәһенең Ташлы ауылына әҙерлек курсында, аҙаҡтан Ырымбурҙа башҡорт педагогия техникумында уҡый. Ырымбур педагогия техникумын тамамлағас, Зәйнәб Биишева Баймаҡ районының Билал мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә килә. «Бәләкәс кенә булһа ла, ут бөрсәһе һымаҡ булды. Бөтә кешене ауыҙына ҡаратып һөйләр ҙә, арымай-талмай эшләр ине. Йәш кенә булһа ла, ныҡ белемле, һәләтле ҡыҙ булды», - тип иҫкә ала Зәйнәб Биишеваны ауыл кешеләре.

Зәйнәб Биишеваның тәүге «Гөрләүектәр араһында» исемле хикәйәһе 1930 йылда «Пионер» журналында баҫыла. Ә тәүге «Партизан малай» тигән китабы 1942 йылда сыға. Унда үҫмерҙәрҙең һуғыш яландарында күрһәткән батырлыҡтары һүрәтләнә.

Арҙаҡлы яҙыусыбыҙҙың иң күләмле, иң уҡымлы әҫәрҙәренең береһе «Яҡтыға» трилогияһы. «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш» романдарынан торған халҡыбыҙҙың тарихын, синфи көрәшен, ауыр яҙмышын сағылдырған был китаптарҙы халҡыбыҙ һаман да ҡулдан төшөрмәй яратып уҡый.

Әҙәби кисәлә ҡатнашыусы һәр кем үҙендә илһөйәрлек, төлһөйәрлек сифаттарын тойҙо, илһам сығанағы, рух ныҡлығы менән ҡеүәтләнде. Йәш ярымлыҡ сағынан әсәйҙән ҡалып, тормоштоң бар ауырлығын үҙ иңендә татыған Зәйнәб Биишеваның тормош юлы ысын мәғәнәһендә  барабыҙ өсөн дә өлгө. Сара барышында  мәшһүр яҙыусының тормош юлы һәм ижады тулайым кимәлдә яҡтыртыла барҙы, Башҡортостан ижад телевидениеһының «ХАЗИНА» ижад берекмәһе төшөргән видеояҙма күрһәтелде,  «Кәмһетелгәндәр» романынан өҙөк сәхнәләштерелде, «Яҡты хистәр донъяһы» исемле китап күргәҙмәһенә төплө байҡау яһалды 

Зәйнәб Биишеваның һәр әҫәре изгелеккә, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәй. 5а класс уҡыусыларының яҙыусының «Яҡшы һәм яман» шиғырын ятлауҙары, әҙәби кисәгә йәм өҫтәне. Шулай уҡ, арҙаҡлы яҙыусының телебеҙҙе яратырға, һаҡларға, яҡларға өндәгән «Башҡорт теле» шиғырын уҡыусыларҙың  яттан белеүе үҙе ҙур ғорурлыҡ, телебеҙ өсөн оло баһа. Мәғариф хеҙмәте ветераны Гөлбәҙән Фазылйән ҡыҙы Моталова «Һөнәрсе һәм өйрәнсек» хикәйәтен һөйләп, уҡыусыларға фәһемле кәңәштәрен бирҙе.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф хеҙмәте ветераны Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева Зәйнәб Биишеваға ҡағылышлы хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның әҫәрҙәрен уҡырға өндәне: «Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыған дәүерҙә Зәйнәб Биишева менән  әҙәби осрашыу үтте. Ул бәләкәй генә буйлы, хәтәр яғымлы, ихлас күңелле, теремек булып иҫтә ҡалған. Телен, халҡын, илен шул хәтлем ныҡ яратыуы, патриотик рухлы булыуы һоҡландырҙы. Уның төрлө быуын кешеләре өсөн яҙылған әҫәрҙәре уҡымлы, һутлы телле. Тап һеҙҙең өсөн яҙылған дуҫлыҡты, берҙәмлекте ҡәҙерләргә өйрәткән «Дуҫ булайыҡ» повесын уҡып сығырға тәҡдим итер инем»,  - тип һүҙен йомғаҡланы.

Бәләкәйҙән үк хеҙмәт һөйөп үҫкән, тынғыһыҙ йәнле, тура һүҙле, ҡурҡыу белмәҫ батыр йөрәкле, ҙур ихтыяр көсөнә эйә булған талантлы яҙыусы Зәйнәб Биишева туған халҡына тоғро хеҙмәт итеүҙе бөтәһенән дә өҫтөн күрҙе. Талантлы оло әҙибә халҡыбыҙҙың мәҙәниәт, әҙәбиәт тормошонда ижады, йәшәү рәүеше менән үлемһеҙ ҡаһарманлыҡ символона әйләнде. 

 

Лира Такалова, Аҡъяр ауылы, үҙәк район китапханасыһы.

Автор:Резеда Валиева