Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
20 Ғинуар 2023, 08:15

Ҡышҡы уйындар күңелле

Баймаҡ районының Бөрйән Йылға башланғыс мәктәбе уҡыусылары әсәй, өләсәйҙәре, ағайҙары менән бергәләп «Ҡышҡы уйындар» уҙғарған.Сәләмәтлек йәшәү рәүешен пропагандалаған был сараны улар беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған.«Төрлө спорт ярыштарында уҙыштыҡ. Донъяла барған хәлдәр, янылыҡтар менән ветеран уҡытыусыбыҙ Зимфира Хөрмәт ҡыҙы таныштырҙы.Үҙебеҙҙең бала саҡта ҡар—өҫтәлдәр яһап уйнағанды иҫкә төшөрөп,ҡайын төбөндә ҡар—диван һәм ҡар—өҫтәлдә Альбина Памир ҡыҙы әҙерләгән фитосәй менән, өләсәйҙәрҙең тәмле бәлештәре менән һыйландыҡ», - тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Гөлназ Камил ҡыҙы Хәсәнова.

Ҡышҡы уйындар күңелле
Ҡышҡы уйындар күңелле

Афарин!

 

Автор:Гульдар Кадаева