Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
18 Ғинуар 2023, 16:55

ИЗГЕЛЕК

Эштән ҡайтышлай подъезд ишегендә яҙыу күреп ҡалдым. Унда оло йәштә яңғыҙ йәшәүсе яратҡан күршебеҙҙең исем-фамилияһы яҙылған: «Хөрмәтле күршеләр! Бөгөн, иртәнге сәғәт 10-дарҙа, подъезд янында көшөлөктө юғалттым. Эсендә 1500 һум аҡсам бар ине (пенсиям 12000). Кемегеҙҙер тапһа, индерегеҙ, зинһар. Светлана Павловна.» 1500 һум аҡса алдым да күршемә ыңғайланым. Шаҡыйым. Алъяпҡыс кейгән инәй ишеген асты. Аҡсаны һуҙғайным, ҡосаҡлап алды, күҙе йәшләнде. —Он алырға барғайным. Кеҫәмдән асҡысты сығарҙым. Шул саҡта төшөргәнмендер инде,—тине. Әммә аҡсаны алманы. Сөнки мин — өсөнсө аҡса килтереүсе күрше инем. Бөтәбеҙ ҙә инәйҙең аҡсаһын «тапҡанбыҙ» булып сыҡты. Яратам изге күңелле кешеләрҙе!

ИЗГЕЛЕК
ИЗГЕЛЕК

Сөнки мин — өсөнсө аҡса килтереүсе күрше инем. Бөтәбеҙ ҙә инәйҙең аҡсаһын «тапҡанбыҙ» булып сыҡты.

Яратам изге күңелле кешеләрҙе!

Автор:Резеда Валиева