АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
7 Ғинуар 2023, 10:05

СӘЛӘМЛӘШӘ БЕЛӘҺЕҢМЕ?

Кеше уның сәләмен кемдер ишетмәне тип уйлай икән, ул сәләмде ике һәм өс тапҡыр ҡабатлай ала, ләкин өстән артырға тейеш түгел. Берәй кешегә сәләм биреп, уның яуап биреүенә шик булһа ла, барыбер уға сәләм биреү тейеш.

СӘЛӘМЛӘШӘ БЕЛӘҺЕҢМЕ?
СӘЛӘМЛӘШӘ БЕЛӘҺЕҢМЕ?

Биш сауаплы эш мосолман өсөн бурыстыр, шуларҙың береһе сәләм биреүҙер. Иң беренсе булып Әҙәм пәйғәмбәр фәрештәләрҙе сәләмләгән. Мосолман кешеһенә тулы сәләм һүҙҙәрен әйтеү сауаплы: «Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллааһи үә бәрәкәәтүһ» (Һеҙгә тыныслыҡ, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте һәм бәрәкәте насип булһын). Сәләмгә яуап итеп: «Үә ғәләйкүмүс-сәләәм үә рахмәтуллааһи үә бәрәкәәтүһ» (Һеҙгә лә тыныслыҡ, Аллаһү Тәғәләнең рәхмәте һәм бәрәкәте насип булһын) тип яуап биреү тейеш.

Сәләмгә яуап ҡайтырыу-фарыҙ-кифәйә (йәмәғәттең бер өлөшө генә булһа ла йыйылып ҡылыу тейешле фарыз эш. Был фарыз-кифәйә эштәрен йәмәғәттәге бер генә кеше үтәһә лә, башҡалырҙың өҫтөнән гонаһ төшә. Әгәр йәмәғәттәге булған кешеләрҙең береһе лә үтәмәһә, гонаһы йәмәғәттәге бар кешегә була).
Сәләм биргәндә бер-береңдең ҡулын ҡыҫып йәки ҡосаҡлашып күрешеү кеше аураһына бик яҡшы йоғонто яһай, ти Исламда мосолмандарҙың бер-береһенең ҡулдарын ҡыҫышып күрешеүен тикшергән швед ғалимы. Ғалим Роберт Кензи төрлө энергетикалы ике кеше ҡул ҡыҫышып йәки ҡосаҡлашып күрешһә, көсһөҙ ауралы кешенең аураһы ҡеүәтләнә, ә көслөнөкө кәмемәй тигән асыш эшләгән.
Пәйғәмбәр ҡатын-ҡыҙ төркөмөн тел менән генә сәләмләгән, сөнки шәриғәт буйынса ир-егет сит ҡатын-ҡыҙҙың, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ сит ир-егеттең ҡулын ҡыҫып, шулай уҡ бер-береһе менән ҡосаҡлашып күрешә алмай, был ҙур гонаһ, йәғни ҡул зинаһына инә тигән пәйғәмбәр үҙенең хәҙистәрендә.
Ҡатын-ҡыҙ үҙенә мәхрәм (кейәүгә сығыу тыйылған) булған төркөмгә ингән ир-егеттәр менән генә ҡул биреп күрешә ала: атаһы, бер туған ағаһы (ҡустыһы), ире, улы, атаһы йәки әсәһенең бер туған ағалары (ҡустылары), олатаһы (ҡартатай), ейәне, бер туған ағаһының (ҡустыһы) йәки апайының (һеңлеһе) ир балалары, үгәй атаһы, ҡыҙының кейәүе, ҡайныһы, шулай уҡ үгәй һәм күкрәк һөтөн имеҙгән улы.
Кеше уның сәләмен кемдер ишетмәне тип уйлай икән, ул сәләмде ике һәм өс тапҡыр ҡабатлай ала, ләкин өстән артырға тейеш түгел. Берәй кешегә сәләм биреп, уның яуап биреүенә шик булһа ла, барыбер уға сәләм биреү тейеш. Әгәр ара алыҫ булыу сәбәпле йәки кеше һаңғырау булһа, һүҙ менән хәрәкәтте бергә үтәргә кәрәк, йәғни ҡулды күтәреп «Әссәләмү ғәләйкүм» тип тел менән әйтеү.
Балаларҙың йәше буйынса беренсе булып сәләмләүе талап ителһә лә, пәйғәмбәр уларҙы тәү башлап үҙе сәләмләгән, «Мин пәйғәмбәр, дәрәжәм ҙур» тип тәкәбберләнмәгән. Балаларҙы өлкән кешенең үҙе башлап сәләмләүендә бер ниндәй ҙә зыян юҡ, сөнки баланың белмәү, оялыу, ҡурҡыу йәки башҡа сәбәпле башлап сәләмләмәүе мөмкин. Башлап сәләм бирмәгән баланы: «Әҙәпһеҙ, ата-әсәйең өйрәтмәнеме һ.б.» һүҙҙәр менән уны һәм уның ата-әсәһен әрләү ярамай, бындай миҫалдар тормошобоҙҙа бик күп.
Хәҙерге заман кешеһе таныш булған кешеһен генә сәләмләй, ә Ислам дине киреһенсә, таныш булмаған мосолмандарға ла сәләм биреүҙе әмер итә.
Пәйғәмбәр үҙенең хәҙистәрен-дә сәләм биреү тәртибендә бик яҡшы аңлатып ҡалдырған: баҫып торған кеше йәки йәйәүле—ултырған кешегә; һыбайлы—йәйәүлегә; кескәй төркөмдәге кешеләр—ҙур төркөмдәге кеше-ләргә; йәш кеше—олоға. Әгәр йәштәштәр осрашһа, тәүҙә башлап сәләм биреүсе сауапты күберәк аласаҡ, ә инде хөрмәтле, тәҡүә һәм оло кешене, ғалимды йәки алыҫ сәфәрҙән ҡайтҡан кеше менән баҫып күрешеү әҙәплелек һанала, тигән пәйғәмбәр.
Шулай уҡ мосолман кешеһенең мәсеткә йәки йортҡа ингәндә, хатта мәсеттә йәки йортта кеше булмаһа ла, сәләм биреүе һәм үҙенә үҙе яуап ҡайтарыуы зарур. Ә инде был кешеләргә: намаҙ уҡып тороусыға; Ҡөрьән Кәрим уҡыусыға; вәғәз (хөтбә) һөйләп торған имамға; иҫереккә; ҡомарлы уйын уйнаусыға; бәҙрәфтә ултырыусыға сәләм бирелмәҫ, тигән пәйғәмбәр.
Материалды
Сибай «Тәҡүә» мәсете мөғәллимәһе
Ә. Ноғоманова әҙерләне.
*Аят һәм хәҙистәр яҙылған гәзит биттәрен бысраҡ урындарҙа ҡулланыу ярамай.

Автор:Резеда Валиева