Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
5 Ғинуар 2023, 11:15

ӘСӘЛӘРҘЕ ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ

«Аллаһ хөкөм итте һәм әмер бирҙе, фәҡәт Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылырға һәм ата-әсәгә изгелек итергә. Әгәр һин иҫән саҡта, уларҙың береһе йәки икеһе лә ҡартлыҡҡа ирешһә, һин уларға «Уф» тимә, кәйефтәрен ебәрмә, уларға һәр ваҡыт йомшаҡ һәм мөләйем һүҙҙәр һөйлә».Әсәләргә ҡағылышлы хәҙистәр сайтыбыҙҙа.

ӘСӘЛӘРҘЕ ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ
ӘСӘЛӘРҘЕ ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ

«Аллаһ хөкөм итте һәм әмер бирҙе, фәҡәт Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылырға һәм ата-әсәгә изгелек итергә. Әгәр һин иҫән саҡта, уларҙың береһе йәки икеһе лә ҡартлыҡҡа ирешһә, һин уларға «Уф» тимә, кәйефтәрен ебәрмә, уларға һәр ваҡыт йомшаҡ һәм мөләйем һүҙҙәр һөйлә» (Исраъ сүрәһе, 23-сө аят).
«Кешегә Беҙ ата-әсәһенә яҡшы булырға әмер иттек, баланы әсәһе зәғифлек өҫтөнә зәғифлек менән күтәрҙе, йәғни ҡорһағында ауырлыҡ менән күтәрҙе, ауырлыҡ менән тыуҙырҙы, уның балаһын имеҙеүе ике йылдыр һәм кешегә Миңә һәм ата-әсәңә шөкөр ит, тип бойорҙоҡ, һуңынан бит Миңә ҡайтаһығыҙ” (Лоҡман сүрәһе, 14-се аят).
«Беҙ кешегә ата-әсәһенә изгелек итергән бойорҙоҡ, уны әсәһе мәшәҡәт менән ҡорһағында күтәрҙе һәм мәшәҡәт менән тыуҙырҙы ...» (әл-Әхҡаф сүрәһе, 15-се аят).
«Аллаһҡа тиңдәш ҡуйыу; ата-әсәне тыңламау; кеше үлтереү; ялған ант итеү иң оло гонаһтарҙан һанала».
«Ата-әсә йәннәт ишектә-ренең береһе, ул ишектәрҙе һаҡлау кәрәк һәм хөрмәткә иң лайығы—әсә кеше».
«Йәннәт-әсәләрҙең аяғы аҫтындалыр».
«Бала тапҡан әсә етмеш йыл намаҙ уҡыған һәм етмеш йыл ураҙа тотҡан, ә бер тулғаҡ ауыртыуы өсөн бер хаж ҡылған сауабын алыр».
«Аллаһҡа яҡын итеүсе ғәмәл—әсәгә яҡшы мөғәмәлә ҡылыуҙыр».
«Ата-әсәне өлкәнәйгәс ҡарау, ярҙам итеү, хөрмәт итеү жиһадтың (тырышыу) бер төрө».
«Аллаһ ҡаршыһында иң һөйөклө ғәмәл: ваҡытында уҡылған намаҙ; ата-әсәне хөрмәт итеү; Аллаһ юлында тырышыу».
«Аллаһтың ниғмәте ата-әсәнең ниғмәтендә булыр. Уларҙы рәнйетеү Аллаһтың асыуын килтерер».
«Аллаһү Тәғәлә өс кешенең доғаһын һис ҡаршылыҡһыҙ ҡабул итә: ата-әсәнең балаһына ҡарата ҡылған доғаһын ...».
«Йәннәткә инмәүселәр: ата-әсәһен хөрмәт итмәүсе; араҡы эсеүсе; күрһәткән изгелеккә аҙһыныусы; сихырсыларға ышаныусы; тәҡдирҙе инҡар итеүсе».
Материалдарҙы Сибай «Тәҡүә» мәсете мөғәллимәһе
Ә. Ноғоманова әҙерләне.

Автор:Резеда Валиева