Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
27 Декабрь 2022, 20:35

МАТУРЛЫҠ ДОНЪЯНЫ ҠОТҠАРЫР

Матурлыҡҡа ынтылған, матурлыҡтың ҡәҙерен белгән кеше насар уйлы булмайҙыр. Матурлыҡ һөйгәндең күңеле нескә, ул хисле, рухы таҙа. Шуға ла уҡыусыларҙы ошо юҫыҡта тәрбиәләү мөһим, тип иҫәпләй хәйбуллалар...

МАТУРЛЫҠ ДОНЪЯНЫ ҠОТҠАРЫР
МАТУРЛЫҠ ДОНЪЯНЫ ҠОТҠАРЫР
"Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр!" - тип бушҡа ғына яҙмаған бөйөк рус яҙыусыһы Федор Достоевский.
Әбүбәкер дөйөм белем биреү мәктәбендә “Ижади калейдоскоп”  тип исемләнгән сара уҙҙы. Сөнки матурлыҡты күрә, уны тыуҙыра белгән кеше бер ҡасан да енәйәт ҡылмаҫ, кеше хеҙмәтен хөрмәт итә белер. Беҙ ысын матурлыҡтың һәр ваҡыт кешелекле булыуына ышанабыҙ. Гүзәллек кешене нәфисләндерә, яҡшырта, рухи һәм әхлаҡи сафландыра. Был сараның маҡсаттары булып һәләтле балаларҙың ижади эштәре менән танышыу, өҫтәмә белем биреү ойошмалары менән хеҙмәттәшлек төҙөү торҙо. Был көндө байрамса биҙәлгән мәктәп ысын балалар ижади үҙәгенә әйләнде, сөнки Әбеш, Ғәлиәхмәт, Акъюл, Йәнтеш, Әтингән мәктәптәренән йыр моңға маһир, һынлы сәнғәткә һәм дә ҡул эштәренә оҫта уҡыусылар йыйылған ине. Уларға район үҙәге мәҙәниәт йортонан Таһирова Ғәлиә Әхмәт ҡыҙы, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенән Иманова Гөлназ Фәрит ҡыҙы, Аҡъяр ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейынан Баймырҙина Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы, Әбүбәкер мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Билалова Лилиә Салауат ҡыҙы һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Билалова Нәйлә Рәхимйән ҡыҙы тарафынан бик матур йөкмәткеле оҫталыҡ дәрестәре булып утте. Һәр уҡыусы үҙен төрлө яҡтан һынап ҡараны. Бейене, йырланы, һүрәт төшөрҙө һәм дә тарихҡа күҙ һалды. Зөһрә Хәсән ҡыҙы 7-8 класс уҡыусылары менән килгән ҡунаҡтарға мәктәп музейында экскурсия үткәрҙе. Артабан уҡыусылар үҙҙәренең күҙ яуын алып торған ҡул эштәренән кургәҙмә ҡуйып һәм уны тиҫтерҙәре менән эш тәжрибәләрен бүлешеп һөйләп бирҙеләр. Сара барыһына ла оҡшаны, һәр кем үҙенә дәрт, илһам алып киләсәккә план ҡороп, рәхмәттәр әйтеп таралыштылар.
Балаларҙың эстетик үҫеше өсөн районда берҙәм белем биреү киңлеге, мәктәп түңәрәктәрен һәм өҫтәмә белем биреү берекмәләрен берләштереү - балалар ижады йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, мәҙәниәт учреждениелары булдырылған.
 
Гөлназ Ибраһимова.
Хәйбулла районы.
Автор:Резеда Валиева