АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
26 Ноябрь 2022, 19:05

Яңылыш аҙым (булған хәл)

-Атай, туй һынлы туйға быйма кейеп бармайһың инде! Бынамын тигән ботинкаң барҙа! Былай ҙа бейегәндә итек кейгән булһаң да быйма тауышы килә,—тип көлә-көлә туй мәжлесенә йыйынған атаһы менән әсәһенә кейем һайлашты Рәшиҙә.-Ҡуй, тышта һыуыҡ бит, аяғым өшөр. Инеп-сығып йөрөгәндә ҡапыл кейеүгә уңайлы булыр быйма,--тип атаһы ҡырталашһа ла, ул көсләп ҡәҙерлеһенә ҡалын табанлы, ҡап-ҡара, ауыр, лакауай ботинкаһын кейергә күндерҙе.

Яңылыш аҙым (булған хәл)
Яңылыш аҙым (булған хәл)

Их, белһә ине ҡыҙ шул ваҡытта тап ошо ботинкалар уның бер ғазапһыҙ тормошон аҫтын-өҫкә әйләндерәсәген. Ул ваҡытта атаһының аяғына быймаларын йүгертеп алып килеп кейҙерер ине лә бит...Их, терһәкте тешләп булмай шул!

...Рәшиҙә төпкөл ауылдарҙың береһендә 9 балалы ишле ғаиләлә тәрбиәләнә. Үҙенән ике йәшкә өлкән бер ағайы бар. Ҡалған 7 туғаны үҙенән бәләкәс. Ҡыҙ ауылда 9-сы класты бөткәс Ырымбур өлкәһендә штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерә. Практикала Ырымбур менән Ҡаҙағстан сигендә төҙөлгән заводтарҙа эшләп тәжрибә туплай. Ҙур ерҙә, бөтә илдән комсомол төҙөлөшөнә йыйылған йәштәр, эргәлә генә булған хәрби часть һалдаттары менән аралашып йәшәй һәм эшләй улар. Шулай ҙа ауылын, яҡындарын өҙөлөп һағына ҡыҙ. Артынан бер һалдат бер тотам ҡалмай, дембеле еткәс тә тыуған яғына алып ҡайтам, тип ныҡышҡас, Рәшиҙә барыһына ла ҡул һелтәп, ҡаса ла ҡайта. Тыуған ерендә лә уҡыу йорто бар, шунда ул тағы тегенсе һөнәрен үҙләштерә башлай. Ялдарҙа ауылына ҡайта. Шул ваҡытта атаһының эсеп, бола ҡуптарыуын, әсәһенә ҡул күтәреүҙәренә бер нисә тапҡыр шаһит була. Туғандарын йәлләй ҡыҙ, алай ҙа ситтә ҡалмауына ҡыуана. Йәш ҡыҙға бында ла егеттәр табыла. Райондың икенсе башындағы ауылдан берәү уға күҙ һала. Йәштәр дуҫлашып китә, егеттең рус милләтенән булыуына ата-әсәһе лә күнә. Етмәһә, уныһы тиҙҙән яусы ебәрәсәген дә белгертә.

-Бөтә кешенең дә берәр рус кейәүе бар. Беҙ кешенән кәмме ни? Урыҫ булһа ни булған? Уларҙың аш-һыуын бешерергә өйрәнәм инде.Туғанымдың туйын имен-аман үткәрешеп ебәрәйек тә, февралдә үҙеңә ҡоҙа килһә лә була,--тип әсәһе ҡыҙға ризалығын бирә.

Тап шул туғанының туйында сыға ла инде янъял. Рәшиҙә лә ағайы менән ул туйҙа йәштәр яғында ҡатнаша. Мәжлес ҡыҙған мәлдә берәү йүгереп килеп инеп:

-Рәшиҙә, Афзал! Клуб артында атайығыҙ әсәйегеҙҙе туҡмай!—тип һөрән һала.

Йәштәр сығып йүгерә. Барһалар, уҫлаптай ботинкалары менән атаһы ҡарҙа йомарланып ҡына ыңғырышып ятҡан әсәһен эсенә тибә генә!?

Күмәкләшеп саҡ һалдырып алалар меҫкенкәйҙе. Туҡмалған әсәйҙәрен балалары өйгә алып ҡайта алмай, ҡоҙалары бирмәй, атаһы ла бит туйҙы дауам итергә икенсе йортҡа китеп барышлай ҡатынын ҡыҙғанып ошо эште эшләй.

Иртәгеһен иртәнсәк Рәшиҙә йорт эштәрен бөтөрә, малды ҡарай, һыйырҙы һауа. Ата-әсәһе һаман ҡайтмағас, уларҙы ҡоҙаларының өйөнә эҙләп бара. Әсәһе ята, атаһы уны дауаханаға алып барыр өсөн трактор эҙләп киткән икән. Хужабикә әсәһенең кесе ярау итә алмауын, төнө буйы эсе ауыртып һыҡтауын әйтә. Район дауаханаһында ял мәлендә табип булмай сыға, ҡалаға алып барғансы әсәйе йән бирә. Ире уның бәүел ҡыуығын яра типкән икән. Атаһын шунда уҡ ҡулға алалар. 22 йәшлек Афзал ағаһы менән 20 йәшлек Рәшиҙәнең ҡулында береһенән-береһе ваҡ 7 бала тороп ҡала. Иң кесе һеңлеләренә 2 генә йәш була. Уныһы бер туҡтауһыҙ әсәйен таптыра. Милиция атайын ҡулға алырға килгәндә уларға яҡынының ҡулына бығау кейҙермәгеҙ, тип яу һала. Был криминаль хәл тураһында хәбәр эргә-тирәгә йәшен тиҙлегендә тарала. Ул Рәшиҙәнең егетенә лә барып етә. Ҡыҙ янына ул башҡа ваҡыттағыса ашҡынып түгел, яурындары төшөп, меҫкен хәлендә килә.

-Һөйөклөм! Әйҙә ҡасып китәйек! Атай-әсәйем һиңә өйләнергә ҡушмай, мине апайым йәшәгән сит өлкә ҡалаһына ҡыуалар. Тыңламай булдыра алмайым. Киттек минең менән!—тип ялбара.

-Нисек барайым!? Ҡусты-һеңлелерәмде кемгә ҡалдырайым? Хәҙер уларҙы төрлө балалар йорттарына таратып бөтәсәктәр. Былай ҙа ауыл хакимиәтенән әллә күпме килделәр, туғандарыңды ҡарай алмайһың, алабыҙ, тип. Юҡ, бармайым,--тип түгелеп илай ҡыҙ.

-Ныҡ үкенәсәкһең,--тип егет ҡайтып китә һәм зым-зыя юҡҡа сыға.

Әсәй үлде, атай төрмәлә, егет ташлап китте, ҡулда ете бала...Шулай ҙа үҙен ҡулға ала йәш ҡыҙ. Бер көндө ике туған апайы, әсәһенең һеңлеһе менән мунса төшөп ултырһа, апайы уның тәнендәге үҙгәрештәргә ныҡ иғтибар итә.

-Ааа, эсең сығып тора, түштәрең тирткән, егетең менән йоҡлап йөрөнөңмө әллә?—тип һорай аптырап.

-Өйләнәм тип ант иткәс, таҫма теленә алданғайным шул. Ә нимә?—тип һорай ҡыҙ.

-Ауырлыһың да баһа! Ҡасан һуңғы тапҡыр күремең килде?

-Ике ай тирәһе юҡ,--ти ҡыҙ.

Апайы район үҙәге дауаханаһына күпме алып барһа ла табиптар уға аборт эшләмәй. Был хәлде белгән ағаһы ла бала менән өйгә индермәйәсәген әйтә. Даны сыҡҡас ҡыҙ баш ҡалала эшләп йөрөгән ауылдаштары янына китә. Улары көндөҙ эшкә бара, ә Рәшиҙә көн дә дауаханаға йүнәлеп балаһын алыуҙарын һорай. Уның был теләген берәү ҙә үтәмәй, әлбиттә. Тыуһын, ҡарарбыҙ, тиҙәр. Һуңынан инде көнө етә килә лә шунда урала. Йәнәһе, тулғағы башлана ла , таба ла сабыйын шунда ҡалдыра. Ә бәпес тыуымға килмәй ҙә, килмәй. Уның тиҙерәк баланан ҡотолоп, туғандары янына ҡайтаһы, уларҙы ҡарағыһы килә. Әмәлгә ҡалғандай, бер көндө ауылдан әхирәте килә. Рәшиҙә ни булһа ла булһын, ти ҙә, уға эйәреп ҡайтырға сыға. Баш ҡаланан поезда ҡайта улар. Таңға ҡыҙҙың тулғағы башлана. Әхирәте бөтә поезды аяҡҡа баҫтыра. Таусылар ҡалаһына килеп еткәндә уны тиҙ ярҙам хеҙмәте көтөп тора. Туп шикелле малай таба ул. Быны уға табиптар әйтә. Ә ул сабыйына әйләнеп ҡарамай, алмайым тигәс, алмайым, кәрәкмәй, имеҙмәйем дә, тип ҡырт киҫә. Барыһы ла уны был уйынан баш тартырға өндәй, шул тиклем матур малайың бар, тип көнө-төнө йәнен ҡыйнай. Тик Рәшиҙә генә ипкә килмәй. -Ҡайҙа барам мин бала менән? Ағайым уйнаштан тыуған балаңды алып килеп йөрөмә, тине. Миңә бит бәләкәс туғандарымды кеше итергә кәрәк. Быны ни балаһыҙ ғаиләгә бирерҙәр, үҫер әле шунда ситтә,--тип уйлай ул.

Иртәгә бала табыу йортонан сығам тигәндә уның янына ҡаланың уҡыу йорттарының береһендә белем алған ике туған һеңлеләре хәлен белергә килә. Рәшиҙә уларға бәпәйҙән баш тартыуын әйтә. Иртәгеһен иртәнсәк уны баш табип саҡырта һәм уны алырға килеүҙәрен әйтә.

-Кем?—тип аптырай ҡыҙ.-Минең бында бер кемем дә юҡ. Ҡустыларым интернатта уҡый, улар бәләкәс.

Баҡтиһәң, студент һеңлеләре яҡын инәйҙәренә барып хәлде һөйләгән. Шул килгән икән Рәшиҙә менән бәпесте алырға. Дорфа ҡылынып, бәпесен имеҙмәй, баш тартып ултырған туғанын инәйе бала ташлап, тоҡомда булмағынды ҡыланап һыҙыра һуғып әрләп, тип табиптарҙан баланы таптырып алып, дауахананан алдына төшөрөп алып ҡайта. Шулай итеп бишенсе көндә генә улы менән таныша Рәшиҙә. Ҡурҡышынан сабыйын имеҙә, ҡарай. Шулай итеп уға эҫенеп китә. Шулай ҙа көнө-төнө эсе боша. Бында бит ул оҙаҡҡа ҡала алмай, ҡайтырға кәрәк бит! Туғандары тип йән ата. Ағайы ни тиер бала менән ҡайтып инһә?!

Алтын көҙҙөң йылы бер көнөндә ул ауылына ҡайтырға автобусҡа билет ала. Бер ҡулына сабыйын, икенсеһенә ҙур пакет тотҡан йәш әсәгә бер ҡатын автобусҡа ингәс тә иғтибар итә. Сөнки, уның күҙҙәре тулы йәш була. Мөлдөрәп үҙенән-үҙе ҡойолоп бара улар. Баҡтиһәң, ул ҡатын алыҫ туғандары булып сыға. Үҙ туғанының төҫөн танып та текләгән булған икән. Хәлде һөйләп биргәс, юлаусы Рәшиҙәне өйөнә алып ҡайта. Ашатып, эсергәс, баланың аҫтын алыштырып алғас, теге ҡатын ауылға Афзал ағайыңа шылтыратып киләм тип, ауыл хакимиәтенә китә. Шул мәлдәрҙә ниҙәр уйлап, ниҙәр кисереүен Рәшиҙә үҙе генә белә! Ағаһы килмәһә, алмаһа, ҡайҙа барам?—тип өҙгәләнә. Бер аҙҙан ағаһының матайының таныш тауышын ишетә. Үҙе түгелеп илай. Матайҙы бит атаһына алдынғы эшсе булараҡ колхоз бүләк иткәйне! Алдынғы эшсе күрмәгәнде күрһәтте, бер мәлдә бөтә тормоштарын емерҙе!

Ағаһы һеңлеһен ғәфү итә, балаһы менән ҡуша толопҡа төрөп өйҙәренә алып ҡайтып китә. Ҡапҡалары шар асыҡ, өйҙәрендә тәмле аш еҫе сыға, түргә сәңгелдәк эленгән...

Шулайтып 7 бала өҫтөнә тағы бер малай өҫтәлә. Туғандарын да, бәпесен дә яҡшы ҡарай Рәшиҙә. Атаһын төрмәнән иртәрәк сығарып алыу өсөн дә бөтә тырышлығын һала. Әсәйҙе кире ҡайтарып булмай, атайҙы була, тип адвокат яллайҙар. Йәнә бөтә район атайҙарын яҡлап сыға, алдынғы эшсе, был аҙымды яңылыш яһаны тип, уны аҡлайҙар. Шул арала Рәшиҙә Афзал ағаһын өйләндерә, ике һеңлеһен кейәүгә бирә. Ысынлап та, сабыйына 5 йәш булғанда атайҙары балалары янына ҡайта. Шунда уҡ өйләнә. Әммә апайҙары менән йәшәп өйрәнгән балалары уның менән икенсе ҡатын янына барырға теләмәй. Үгәй әсәһе әллә нисә тапҡыр килеп, балаңды ал да кит, беҙгә туғандарыңды бер урынға йыйырға ҡамасаулайһың тигәс, аптырап ауылдан сығып китә. Район үҙәгендә эш таба, йәш әсәгә бер бүлмәле фатир бирәләр. Төҙөлөштә бер егет менән танышып, дуҫлашып китәләр. Улы тыуған ҡалаға ул инде кейәүгә сығып оҙатылып килә. Башта матур ғына йәшәп китәләр, улдары тыуа. Йорт һалалар. Тик ире эскегә бирелә. Шулай ҙа ул тормош иптәшенә асыу һаҡламай, өлкән улын үҙенеке кеүек ҡабул иткәне, малайҙарын ысын-ир егет итеп тәрбиәләгәне, эшкә өйрәткәне өсөн ҙур рәхмәтле хатта.

Рәшиҙә ҡалаға килгәне бирле дауаханала эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, шулай булһа ла әлеге көндә лә эшләүен дауам итә. Улдарының уңыштарына һөйөнөп бөтә алмай. Баш балаһы эшҡыуар уның, ҡалала туҡланыу селтәре тота. Кинйәһе лә ошо арала үҙ ояһын ҡорорға йыйына. Бала көйөнсә генә әсә наҙынан мәхрүм ҡалған ғәзиз туғандары барыһы ла матур итеп донъя көтә, 9 баланан берәүҙәре ауырып донъя ҡуйған. Йәше 90-ға етеп килгән атайҙары ла бар.

Күптән түгел өлкән улының ғаиләһе менән диңгеҙҙә ял итеп ҡайтҡандар.-Юл буйы туҡтамай руль борған улыма ҡарап, күңелем тулып барҙы. Мин бит унан тыуғас та баш тартҡайным. Ә уным әсәй, тип өҙөлөп тора. Ҡайһылай алйот булғанмын. Инәйем килеп беҙҙе дауахананан алмаһа, ошо бәхетле көндәрҙе күрмәҫ инем бит!—тип йөрәгем сығып бара. -Әсәй, йоҡлама, хәбәр һөйлә,--ти улым. Ә үҙе салондың артҡы яғында бер ни белмәй тәгәрәшеп йоҡлап барған кәләшенә, ҡыҙы, улына бер туҡтауһыҙ күҙ һала. Шул тиклем ғаиләһен, мине, ҡустыһын ярата. Хәҙер инде мәрхүм булған үгәй атаһына ла һүҙ тигеҙмәй. Уны ул баштан атай тине.-Әсәй, алай ҙа ауылдан ваҡытында сығып киткәнһең. Шуның өсөн һиңә ҙур рәхмәтлемен!—ти.

-Ә мин уға рәхмәтлемен! Бер ваҡытта ла минән үҙ атайым ҡайҙа тип һорамауына рәхмәтлемен!

-Ысынлап та, уның атаһына эйәреп китмәгәнеңә үкенмәнегеҙме?—тип һорайым әңгәмәсемдән.

-Юҡ! Үкенмәнем. Тик уға улы барлығын ғына әйтә алманым. Инде әйтергә тиеп уҡталып, эҙләп эҙенә төшкәс ике ай элек гүр эйәһе булыуын хәбәр иттеләр. Шундай шәп улы барлығын белмәй үлеп киткәненә генә үкенәм. Сит ҡалала ҡаҙаҡ ҡыҙына өйләнеүен, унда ике балаһы барлығын белдем. Мине ҡалдырып киткәндән бирле тыуған яғына ике тапҡыр ғына ҡайтып ураған, бисараҡай. Тормош юлдары шулай бормалы-бормалы, ҡатмарлы шул...

Автор:Гульдар Кадаева