АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
22 Сентябрь 2022, 13:50

Егерме бәрәкәт сүрәһе - «Йәсин»

Рәсүл Әкрам саллаллаһү ғәләйһи үәс сәлләм: «Әй, Ғәли! «Йәсин» сүрәһен дауамлы хәлдә уҡып тор!


 Хаҡлыҡта, унда егерме төрлө бәрәкәт барҙыр! Уны ас кеше уҡыһа — туйыр, һыуһаған кеше уҡыһа — һыуһауы баҫылыр, яланғас уҡыһа — кейенә алыр, өйләнмәгән уҡыһа — өйләнер, ҡурҡҡан кеше ҡурҡыуынан ҡотолор, ауырыу — шифа табыр, зиндандағы кеше иреккә сығыр, мосафир уҡыһа — сәфәрендә ярҙамға ирешер; юғалған әйбер табылыр; хәсрәтле кеше уҡыһа — хәсрәтенән арыныр...» — тигән. Һис шикһеҙ, инанып, ышанып, шик тотмайынса уҡыған кеше генә ниәтенә, күңеленә ҡарата мораҙына ирешер.
Бөгөн илдә тыныслыҡ булмағанда бөтә кеше ҡурҡыуға ҡалды, һәр кемебеҙҙе шом баҫты. «Йәсин» сүрәһен уҡып, Хаҡ Тәғәләбеҙҙән ихлас итеп донъяла тыныслыҡ урынлашыуын һорайыҡ🤲 Амин🤲

Автор:гульдар кадаева