Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
15 Сентябрь 2022, 08:31

Һөйөнсө!

 Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы #ЧитайНеОдин волонтер проекттары республика конкурсында «Ирәндек гәүһәрҙәре» проекты менән еңеп сыҡты.

Проекттың маҡсаты - «Ирәндек гәүһәрҙәре-2» йыйынтығын сығарыу, Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһен пропагандалау аша Баймаҡ районының рухи мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу, поэзия һәм проза өлкәһендә йәш ҡәләм оҫталарының яңы быуынын барлыҡҡа килтереүгә һәм яңы исемдәрҙе асыуға булышлыҡ итеү. Ошо проектҡа ярашлы Сибай типографияһында түҙемһеҙләнеп көткән "Ирәндек гәүһәрҙәре-2" китабы донъя күрҙе. Унда 42 авторҙың ижад емештәре тупланған.

Автор:гульдар кадаева