Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
5 Сентябрь 2022, 13:11

Һөйөнөп, ҡыуанып йәшәр өсөн мең сәбәп!

 Иртә менән тороп аяҡҡа баҫтың, шунан йөрөп киттеңме? Һөйөн - донъяла күпме кеше: "Эх, бер генә тороп баҫырға ине лә, йөрөп китергә ине!" - тип хыялланып ята…


Тәҙрәнән донъяның матурлығын: аҡ бәҫкә төрөнгән ағастарҙы, сәскәгә күмелгән хозурлыҡты, күктең зәңгәрлеген, нурлы ҡояшты күрҙеңме?
Тағы һөйөн: донъяла көн яҡтылығын күрә алмаусы һуҡырҙар күпме?!

Ҡәҙерле кешеңдең наҙлы тауышын, яратҡан көйөңдө, ел һыҙғырыуын, табала ҡоймаҡ шыжлауын ишетеп кинәндеңме?
Һөйөнөр өсөн тағы бер сәбәп: был донъяла күпме кеше ишетмәй…

 Һөйләшә алаһыңмы?
📌Һөйөн - бынан мәхрүм булғандар ҙа күп!

🏡 Яҡты, матур өйөгөҙ бармы? Һеҙ бик бай! Донъяла йортһоҙ-ерһеҙ зарығып йөрөүселәр күпме?!

🫖 🥧☕ Табын янына ултырып икмәк, тәмле, татлы ризыҡтар менән һыйландыңмы?
📌Аллаға шөкөр ит: Ер йөҙөндә астар бик күп!
💧Беҙгә яп-ябай тойолған һыуға ла шөкөр итеү кәрәк. Һыуға туймаусы илдәр, халыҡтар күпме?!

📝Яҙылғандарҙы уҡып сыҡтыңмы?
📌Тағы бер һөйөн: донъяла уҡый-яҙа белмәүселәр ҙә бик күп!
💖 Һөйөнөп, шөкөр итеп йәшәйек, дуҫтар!
🍃🌹🍃🌹🍃🌹

БАРЫһЫ ЛА ЯҠШЫ БУЛАСАҠ!

Нәсимә Садиҡ,
"Фатиха" китап-календарынан алынды.

ә һеҙ шөкөр итәһегеҙме?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева