Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
28 Август 2022, 14:25

Донъяның ете сере

Донъяның ете сере нимә һуң? Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ әле...

БЕРЕНСЕҺЕ: Минең хаҡта башҡалар нимә уйлай икән, тип борсолмау. Был - АЗАТЛЫҠ сере.

ИКЕНСЕҺЕ: Дөрөҫ итеп теләй белгән һәр теләгебеҙ Аллаһтың рәхмәте менән тормошҡа асасаҡ, тип уйлау. Был - ХӘҠИКӘТ сере.

ӨСӨНСӨҺӨ: Тышҡы күренештең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡабул итеп һөйөү. Был - МАТУРЛЫҠ сере.

ДҮРТЕНСЕҺЕ: Үҙеңде һәм башҡаларҙы тәнҡитләмәү. Был - ДУҪЛЫҠ сере.

БИШЕНСЕҺЕ: Яратыу, һөйөү һәм һөйгән кешеләрҙе үҙгәртергә тырышмау. Был - МӨХӘББӘТ сере.

АЛТЫНСЫҺЫ: Алдан бирергә, һуңынан алырға өйрәнеү. Был - БАЙЛЫҠ сере.

ЕТЕНСЕҺЕ: Кешеләрҙең дәрәжәләренә, байлыҡтарына, матурлыҡтарына ҡыҙыҡмау. Был - КЕШЕЛӘР МЕНӘН УРТАҠ ТЕЛ ТАБЫУ сере

*

 

Автор:гульдар кадаева