АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
25 Август 2022, 12:38

Яланғас күңел

Бер аҡыл эйәһенә илауҙан шешенеп бөткән ҡыҙ мөрәжәғәт итә: — Мин кешеләргә изгелекле, ярҙамсыл, яҡшы мөғәләмәлә булырға, рәнйетмәҫкә тырышам. Ләкин рәхмәт урынына тик мыҫҡыллау һүҙҙәре генә ишетәм. Хатта ҡайһы берәүҙәре дошман итеп күрә. Нимә эшләргә миңә?

Аҡһаҡал ҡыҙға бер аҙ ҡарап торғандан һуң:
— Сыр яланғас итеп сисен дә ҡала урамы буйлап шулай йөрө, - тигән.
— Һеҙ нимә, ул саҡта мине бөтөнләй өҙгөсләп ташлаясаҡтар бит! Хоҙай ҙа өнәмәйәсәк был ҡылығымды, - тигән ҡыҙ ҡурҡышынан.

Шул саҡ аҡыл эйәһе:
— Бына, күрәһеңме, халыҡ алдында кейемһеҙ йөрөргә ҡурҡаһың. Ә ниңә улайһа күңелеңде яланғасландырып йөрөтәһең? Күңел ишегең һәр кемгә лә шар асыҡ бит. Шуға ла теләһә кем рөхсәт тә һорап тормай килеп инә. Улар һиндә үҙҙәрендә булмаған сифаттарҙы күрә, шунлыҡтан көлөргә, мыҫҡыл итергә тотона. Берәү ҙә үҙ етешһеҙлеген танырға һәм бөтөрөргә ынтылмай. Шуға күрә лә яҡшы күңелле кеше менән бәхәскә инергә тырыша.
—Улайһа ҡалай итәйем?..

Аҡыл эйәһе ҡыҙҙы сәскәләр үҫкән ергә алып килә.
— Ошо гүзәл сәскәләрҙе күп йылдар буйы үҫтерәм. Тик бер ҡасан да уларҙың тажын асҡан саҡтарын күргәнем булманы. Һин дә ана шул сәскәләр кеүек бул. Күңелеңде барыһына ла белдермәй, һиҙҙермәй генә ас. Кемгәлер асылыр алдынан уның яҡшымы, изгелеклеме, һиңә лайыҡлымы икәнлеген белергә тырыш. Ә инде күңелеңдең иң нескә ебен өҙөргә, ергә һалып тапарға әҙер торғандарҙан ҡас! Тормошоңа һәр кемде лә индерергә тырышма. Тупаҫ, изгелекһеҙҙәрҙе ябыҡ ишек артында тотоу хәйерле.

*

аҡһаҡалдың һүҙҙәре оҡшанымы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева