АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
20 Май 2022, 09:55

Нәҫел ебен барланылар

Сибай ҡалаһының "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә "Шәжәрә" байрам үтте. Сараға ҡалабыҙҙың һәр яҡтан һәләтле, туған телдә һөйләшкән балалар үҫтергән иң күркәм ғаиләләр саҡырылды. Тәүгеһе--Юлиә һәм Замир Йәнтүриндар. Ғаилә башлығы Замир Таһир улы сәнғәт колледжын етәкләй, ә Юлиә Хәсән ҡыҙы шул уҡ колледжда уҡытыусы булып эшләй. Ҡыҙҙары Риана балалар беҙҙең баҡсаһына йөрөй. Йәнтүриндар икеһе лә сәнғәткә ғашиҡ. Замир Таһир улы баянда һыҙҙырһа, ә Юлиә Хәсән ҡыҙы өҙҙөрөп бейей. Гөлнар һәм Булат Шәриповтар ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Ғаилә башлығы Булат Буранбай улы Сибай тау-байыҡтырыу комбинатында иретеп йәбештереүсе булып эшләһә, Гөлнар Рафиҡ ҡыҙы шәхси эшҡыуар.

Нәҫел ебен барланылар
Нәҫел ебен барланылар

Ҡыҙҙары Рушана 2-се класта уҡый. Ул бәләкәйҙән йыр-бейеүгә маһир. "Яҙғы тамсылар" конкурсы еңеүсеһе. Улдары Ғайсар ҡала кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып гел алдынғы урын яулай. Ул тағы ла бик матур йырлай, каратэ менән шөғөлләнә. Бәләкәй Ғәфүргә 3 йәш кенә. Апаһынан, ағаһынан ҡалышмай, ул да матур итеп шиғыр ятлай, йырлай.

Ғаиләләр үҙҙәренең шәжәрәһе менән таныштырҙы. Башҡортҡа хас йола буйынса барыһы ла йырлы-бейеүле күстәнәстәр менән килгән. Тап бына ошондай ныҡлы, татыу ғаиләләр милләтебеҙҙең йөҙөн, данын, рухын һаҡлай ҙа инде.

Байрамда уртансы, өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөм балалары бик әүҙем ҡатнашты. Уларҙың сағыу сығыштары саҡырылған ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.

Байрамдың ҡунаҡтары--ҡала мәғариф бүлеге методисы Лилиә Янбаева, балалар баҡсаларының башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе тәрбиәселәр ҙә сараны юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.

" Баҙлауыҡ " балалар баҡсаһы мөдире Альбина Әсмәндиярова матур ғаиләләргә изге теләктәрен еткерҙе һәм Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Лилиә Йортбәкова.

"Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

 

Нәҫел ебен барланылар
Нәҫел ебен барланылар
Нәҫел ебен барланылар
Автор:Гульдар Кадаева