Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
13 Май 2022, 17:15

Шәүүәл айындағы ураҙа

Рамаҙан айы тамамланғас, Шәүүәл айы башланды. Ошо айҙа тота торған алты көнлөк нәфел ураҙаһы бар. Быны башҡарған кешегә - оло сауап. Аллаһ Рәсүле (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Кем Рамаҙан айындағы ураҙаны тамамлап, шуға Шәүүәл айында алты көнлөк ураҙаһын өҫтәй, шул йыл буйы ураҙа тотҡан кеүек сауап алыр,” – тип әйткән (Мөслим, Тирмиҙи). Ниндәй көндәрҙә тоторға?

Шәүүәл айындағы ураҙа
Шәүүәл айындағы ураҙа

Был ураҙаны Шәүүәл айының бөтә көндәрендә лә тиерлек тоторға була. Бары тик тәүге көнөндә генә ярамай. Сөнки был көн – Ураҙа байрамы көнө. Байрам ваҡытында мосолман ҡыуанырға, дуҫ-иштәре, туғандары янында булып, ашап-эсергә тейеш. Байрам үткәс тә, Шәүүәл айының алты көн ураҙаһын башларға була.

Был ураҙаны туҡтамаҫтан алты көн буйы тоторға мөмкин. Ай дауамында, тәнәфес яһап, бүлә-бүлә яйлап тотһаң да була. Мәҫәлән, бер көн тотаһың да бер нисә көн ял итәһең, аҙаҡ тағы дауам итәһең. Мөһим шарт – ураҙа тотҡан көндәрҙең алты булыуы.

Билдәле булыуынса, дүшәмбе һәм кесаҙна – сөннәт ураҙа көндәре. Шәүүәл айының алты көнлөк ураҙаһын бүлеп-бүлеп, тап шул көндәрҙә тоторға мөмкин. Был осраҡта, ғалимдар фекеренсә, мосолман Шәүүәл айы өсөн дә, дүшәмбе һәм кесаҙна көндәре өсөн дә сауап аласаҡ.


❓Рамаҙан айының бурыстары ҡалһа, ни эшләргә?

Шәүүәл айының ураҙаһын тота башлау өсөн, Рамаҙан айында тота алмай ҡалған көндәрҙе тамамлап ҡуйырға кәрәк. Сөнки ул – ислам нигеҙҙәренең береһе һәм фарыз ғәмәл. Ә Шәүүәл айы ураҙаһы нәфел ғәмәлдәргә инә. Фарызды үтәү һәр ваҡыт алдараҡ килә.

Үрҙә атап үтелгән хәҙистән аңлашылыуынса, иң тәүҙә Рамаҙанды тамамлап ҡуйырға кәрәк. Йәғни, башта был айҙың бөтә көндәрен дә тотоп ҡуяһың, шунан Шәүүәл айы ураҙаһына күсәһең. Был – киң таралған, дөрөҫөрәк тип һаналған фекер.

❓Рамаҙандағы бурыстарымды Шәүүәл айында тотоп өлгөрмәһәм, ни эшләргә?

Һәр бер айҙың көндәре һанаулы ғына. Ә бер йылға торошло сауапты алыу өсөн алты көнлөк ураҙаны тап Шәүүәл айында тоторға кәрәк. Ҡайһы бер осраҡта кеше Рамаҙандан ҡалған бурыстарын ҡаплап өлгөрмәҫкә лә мөмкин. Мәҫәлән, күрем күргән ҡатын-ҡыҙҙың, уның ай һайын ҡабатланыуы арҡаһында, бөтә көндәрҙе лә тотоп өлгөрә алмауы ла бар.

Беренсенән, Рамаҙан айында ураҙаны ҡалдырыу өсөн етди сәбәп булырға тейеш. Күрем килеү, алыҫ сәфәргә сығыу, ауырыу. Тота килеп, хәл бөткән өсөн генә ураҙаны ҡалдырырға ярамай. Икенсенән, ислам ғалимдары араһында икенсе төрлө фекер ҙә бар.

Әбү Сәләмә (радыйаЛлаһу ғәнһү) былай тип хәбәр иткән:
“Мин Ғәйшәнең (радыйаЛлаһу ғәнһә) ошо һүҙҙәрен ишеттем: “Рамаҙан айында тота алмай ҡалған көндәрем булды. Уларҙы Шәғбән айында ғына тотоп ҡуя инем” (Бохари, Мөслим).

Ошо хәҙистән сығып, ҡайһы бер ғалимдар Рамаҙан айынан ҡалған ураҙа көндәрен йыл дауамында тотоп ҡуйырға рөхсәт итә. Ә Шәүүәл айында иһә, тейешле алты көндө генә тоторға ла була. Ҡайҙан сыҡҡан бындай фекер? Мөьминдәр инәһе Ғәйшәнең (радыйаЛлаһу ғәнһә) Шәүүәл айындағы ураҙаны тотмай ҡалыуы мөмкин түгел. Әгәр ҙә ул Рамаҙан бурысын Шәғбән айына (Рамаҙандан алда килгән ай) тиклем һуҙған икән, тимәк, шулай рөхсәт ителә.

Нәркәс Алсынбаева.

Автор:Гульдар Кадаева