АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
11 Май 2022, 21:50

Аллаһ һине күпме язаға тарттырҙы?

Хәсән әл-Басри тигән ғалимға берәү килгән дә: “Һәр бер гонаһ өсөн кеше яза ала тиҙәр. Мин күп тапҡыр гонаһ эшләнем. Әммә Аллаһ мине ошоғаса берҙе лә язаға тарттырғаны юҡ,” – тигән. Хәсән әл-Басри уға: “Аллаһ Тәғәләнең һине күпме язаға тарттырғанын күҙ алдына ла килтерә алмайһың бит, улым. Һин быны һиҙмәй генә йөрөйһең,” – тип яуап биргән. “Нисек инде?” – тип һораған тегенеһе. Хәсән әл-Басри былай тип яуап биргән:

Аллаһ һине күпме язаға тарттырҙы?
Аллаһ һине күпме язаға тарттырҙы?

“Нисек инде?” – тип һораған тегенеһе. Хәсән әл-Басри былай тип яуап биргән:
- Аллаһҡа доға ҡылыр өсөн рәхәтлек тойғоһонан мәхрүм ителмәнеңме ни?
- Ҡөрьәнде тотоп та ҡарамғанлығыңды аңлап ҡалғанда, хәтһеҙ көндәр үтеп китмәгән инеме ни?
- Төнгө намаҙҙарҙан мәхрүм ителеүеңә әллә күпме төндәр үтеп китмәнеме ни?
- Телең Аллаһты иҫкә алыуҙан мәхрүм ителмәгәнме ни?
- Матди байлыҡҡа, вазифаға һәм дә нәфсең теләктәрен ҡандырыуға булған һөйөү менән һынамайҙармы ни һине?
- Аллаһ ҡушҡан нәмәләрҙе үтәүҙе ауыр тип тапмайһыңмы ни?
- Ғәйбәт һөйләү, яла яғыу һәм дә алдау һиңә еңел генә бирелмәйме ни?
- Әхирәткә ғәмһеҙ ҡарап, был донъяны төп маҡсатың итеп алмағанһыңмы ни?
- Эргәңдән генә Рамаҙан айы, Шәүүәл айының алты көнө, Зөлхизәнең тәүге ун көнө үтеп китмәнеме ни? Шул ваҡытта изге ғәмәлдәр эшләп ҡала ала инең. Әммә һинең мөмкинлегең булманы .
Быларҙың барыһы ла - ислам өммәтенең ғәрлеге һәм кәмһетелеүе. Аллаһ Тәғәләнең шундай язаһы бар, һин уны аңламай ҙа ҡалаһың.

Кеше аңлай,һиҙә ала торған яза – иң еңел яза. Ул балаға, байлыҡҡа йәки һаулыҡҡа бәйле булырға мөмкин. Әммә Аллаһтың иң ауыр язаһы – кешенең ғәмһеҙ сағында ала торған язаһы (кеше, барыһы ла яҡшы тип уйлап, быны аңламай, һиҙмәй).

Аллаһтың язаһы һинең аңлауыңдан һәм һиҙеүеңдән юғарыраҡ. Ҡайһы ваҡыт Аллаһ, Әхирәтте онотторор өсөн, кешегә был донъяның рәхәтлектәрен еңел генә итеп бирә. Ҡайһы саҡта Аллаһ Тәғәлә был донъяға бәйле ғилемде кемгәлер еңеләйтә. Шулай итеп кеше шәриғәт фәндәренән һәм дини ғилем алыуҙан иғтибарын ситкә йүнәлтә. Аллаһ һиңә был донъяның күп төрлө ниғмәттәрен бирә лә, Уға ғибәҙәт ҡылыуҙан рәхәтлек тойғоһо табыуҙан мәхрүм итә.

Мин һанап үткән бөтә нәмәләр ҙә - Аллаһтың язаһы. Аллаһ һине күпме язаға тарттырҙы, ә һин быны һиҙмәнең дә...

Нәркәс Алсынбаева.

Автор:Гульдар Кадаева