АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
26 Апрель 2022, 13:40

Наурыз байрамы гөрләне

Сибай ҡалаһының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында үҫеп килеүсе быуынды милли рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Халҡыбыҙҙың төрлө йолаларына, байрамдарына, уйындарына һәм дә быйылғы мәҙәни мираҫ йылына арнап мауыҡтырғыс саралар, бәйгеләр үткәрелә. Яңыраҡ икенсе бәләкәй төркөм тәрбиәләнеүселәре “Ҡолонсаҡтар” Наурыз байрамын сәхнәләштерҙе. Байрамдан ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы. Улар балаларға милли кейемдәр хәстәрләне.

Наурыз байрамы гөрләне
Наурыз байрамы гөрләне

Кескәйҙәр яҙ тураһында йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләне. Наурызбикә урынына яңылыш килеп ингән Мәскәй әбейҙе арытҡансы бейетеп, йомаҡтарын сисеп, наказдарын үтәнеләр. “Ҡара ҡарғалар” уйыны байрамға йәм генә өҫтәне. Яҙһылыуҙың ҡыҙы Наурызбикә лә балаларға ярыштар ойошторҙо. Малайҙар атта сабышһа, ҡыҙҙар һыу ташып ярышты. Сара һуңында кескәйҙәр бауырһаҡ менән тәмле сәй эсеп кинәнде. Бер үтенесте лә кире ҡаҡмаған ата-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт!

Нурзиә Аҙнағолова, Гөлнара Бикбирҙина.

Автор:Гульдар Кадаева