Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
21 Апрель 2022, 12:35

Кейемдәре бигерәк матур

Билдәле булыуынса, апрель һәм сентябрь айҙарында - Милли кейем көнө үткәрелә. Ул беҙҙең төбәктә 2020 йылдан алып билдәләнә һәм халыҡ тарафынан да ҙур ҡыҙыҡһыныу, хуплау тапты. Ошо көнгә арналған байрамдарҙа халыҡтың ихлас ҡатнашыуы ла быға дәлил. Сибайҙар ҙа был көнгә һәр ваҡыт ентекле әҙерләнә.

Был көндө айырыуса Сибай гимназия-интернат мәктәбендә милли кейемдәргә өҫтөнлөк бирелде. Көн дауамында төрлө саралар уҙғарылды. Уҡытыусылар дәрескә милли кейемдә килде, уҡыусылар ҙа төрлө милли биҙәүестәр тағып теләктәшлек күрһәтте. Балалар төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәренә арналған класс сәғәттәрендә үҙҙәре өсөн кәрәкле мәғлүмәт алды. Ысынлап та кейемдәрҙә халыҡтарҙың үҙенсәлеге, милли рухы сағылыуына төшөндө.
Белем усағы фойеһында ҡул эштәре оҫталарының күргәҙмәләре эшләне, ундағы биҙәүестәрҙән күҙҙәр ҡамашты. Теләге булғандар алҡа, беләҙек, муйынсыҡтар һатып алды. Тегеү буйынса оҫталыҡ класында ҡыҙҙар-малайҙар башҡорт милли кейеменең ҡайһы бер элементтарын тегеп тә ҡараны. Бынан тыш уҡыусылар бейеүҙәр ҡабатланы, әкиәттәр һөйләне һәм пазлдар теҙҙе.

Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙенең тарихы, йолалары, милли кейемдәре. Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә, үҫеп килгән быуынға йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата. Милли костюм – ябай ғына кейем түгел, оҙон тарихи юл һөҙөмтәһе. Ул - халыҡтың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырыусы быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы.

Автор:Гульдар Кадаева