АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
21 Апрель 2022, 12:30

Балаҫ һуғырға өйрәнделәр

Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында культуралогия кандидаты Гөлнара Фәрүәз ҡыҙы Тажетдинова балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Унда ҡатын -ҡыҙҙар бик ҡыҙыҡһынып ҡатнашты, оҫтаға эйәреп үҙҙәре ла балаҫ һуғырға тырышты.

Балаҫ һуғырға өйрәнделәр
Балаҫ һуғырға өйрәнделәр

Шуныһы ҡыуаныслы, арабыҙҙа буй, аҫалы балаҫтар эшләү менән ҡыҙыҡһыныусылар артҡандан арта. Сибай һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, ағастан әйберҙәр яһау оҫтаһы Әнүәр Игебаев хатта станок эшләп өлгөрмәй. Заказдар уға бөтә төбәктәрҙән дә килә.
Культуралогия кандидаты Гөлнара Фәрүәз ҡыҙы Тажетдинованың оҫталыҡ дәресен ҡатын -ҡыҙҙар ныҡ оҡшатты, үҙҙәре өсөн бик күп фәһемле һабаҡ алды.
Сараға әсәйҙәренә эйәреп килгән бәләкәй ҡыҙҙар ҙа хатта станокта үҙҙәре эшләп ҡарарға ынтылып торҙо.
Гөлнара Фәрүәз ҡыҙы станокта эшләргә өйрәтер алдынан балаҫтарҙың төрө хаҡында һөйләне, буй һәм арҡау ептәрҙе урынлаштырыу серҙәрен ентекле аңлатты.
Киләсәктә балаҫ һуғыусылар һаны артыр, оҫталыҡ класында яңы һөнәр үҙләштергән гүзәл заттар милли мираҫыбыҙҙы быуындан - быуынға еткерер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Балаҫ һуғырға өйрәнделәр
Балаҫ һуғырға өйрәнделәр
Автор:Гульдар Кадаева