АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
13 Апрель 2022, 20:55

ҠАЙЫН ҺЫУЫ - МЕҢ СИРГӘ ДАУА

Хәйбулла районының Йәнтҽш мәҙәниәт йортоно хҽҙмәткәрҙәрҽ "Ҡайын һыуы"на барыу йолаһын күрһәттҽ.

ҠАЙЫН ҺЫУЫ - МЕҢ СИРГӘ ДАУА
ҠАЙЫН ҺЫУЫ - МЕҢ СИРГӘ ДАУА

 



Яҙ – тәбиғәттең оҙайлы ҡышҡы йоҡонан уянған үҙенсәлекле мәле. Бөтә тереклек – йәнлектәр ҙә, бөжәктәр ҙә, үлән-ҡыяҡтар ҙа, хатта ағастар ҙа йылы ҡояш нурҙарын тойоп, уяна, терелә, теремекләнә.Ҡар иреп, көндәр ныҡлап йылыта башлау менән ағас олондарына һут йүгерә. Уның иң шифалыһы – ҡайын һыуы.

Хәйбулла районының Йәнтҽш мәҙәниәт йортоно хҽҙмәткәрҙәрҽ тарафынан ойошторолған "Ҡайын һыуы"на барыу йолаһын күрһәттҽ. Яҙғыһын кеше организмы, ғәҙәттә, витаминдарға ҡытлыҡ кисерә. Шунлыҡтан йоҡо килеп, баҫылып, дөйөм хәлһеҙлектән йонсота. Тәбиғәткә һоҡланып, илдәр тыныслығы һәм мул уңыш, ямғырҙар тҽләп аят бағышлап үттҽк. ҠАЙЫН ҺЫУЫнан ауыҙ иттҽк. Тҽләктәр тҽләнҽк.

Ә ҡайын һыуында организмға кәрәкле, еңел үҙләштерелеүсе В6, В12 витаминдары, кальций, калий, магний, марганец, фруктоза бар. Ҡайын һыуы иммунитетты күтәрә, ҡанды таҙарта, йөрәк, бөйөр кеүек ағзаларҙың эшмәкәрлеген көйләй, мейелә ҡан әйләнешен яҡшырта, аҡыл эшмәкәрлегенә лә ыңғай тәьҫир итә, ҡан баҫымын тигеҙләй. Ҡайын һыуы йүткереүҙе дауалау өсөн дә ҡулланыла.

Ҡайын һыуын апрель урталары- май баштарында ҡартыраҡ ағастан (олоно 20-30 см диаметрлы) йыялар. Көндөҙ йыйыу яҡшыраҡ, сөнки төндә һыу яй аға. Уны алыуҙың да үҙ тәртиптәре бар. Кәрәкле ағасты һайлағас, уны һаҡ ҡына бер урындан 2-3 см тәрәнлектә тишәһең. Һыу һарҡып ағырлып улаҡ яһап, уны һауыт менән (ғәҙәттә быяла банкалар ҡулланалар) тоташтыралар. Бер ағастан 1 литрҙан да күп һыу алырға ярамай. Һыуҙы алып бөткәс, тишелгән урынды пластилин, балауыҙ, мүк йә балсыҡ менән йәбештереп ҡуйырға кәрәк. Шулай ҙа иң һыналған ысул – ағас сөй ҡағып ҡуйыу. Шунһыҙ ағастың ҡороуы бар.

Ҡайын һыуын ҡояшлы көндә йыялар. Һыуытҡыста уны ике көндән дә артыҡ һаҡларға ярамай, тиҙ боҙола, әсей. Банкала һаҡлар өсөн ҡайын һыуын 80 градусҡа ҡәҙәр эҫетеп, быяла һауыттарға тултыралар ҙа, 15-20 минут самаһы стерилизациялайҙар. Һыуытҡыста туңдырып та һаҡларға була.

Ҡайындың бөрөләре лә ифрат файҙалы. Медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Варис Ғүмәровтың “Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре” тигән китапта бөтә дарыу үләндәре тураһында ла бай мәғлүмәттәр тупланған. Ҡайын тураһында былай тип яҙылған.

“Ҡайын бөрөләре апрелдең тәүге яртыһында бүртеп тулышҡан, әммә япраҡ ярырға өлгөрмәгән мәлендә өҙөлә, ә япраҡтары май аҙағында һәм июнь баштарында әҙерләнә. Был дауалар күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. Һаҡлау ҡәҙимгесә. Дөрөҫ һаҡлағанда яҡшы киптерелгән ҡайын бөрөләре ике йыл, ә япраҡтары бер йыл буйы шифаһын юғалтмай. Ҡайын бөрөләре төнәтмәһен тын алыу юлдары, үт ҡыуығы һәм үт юлдары, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы шешкәндә, ашҡаҙандың гастрит, сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, ревматизм, подагра кеүек сирҙәр, экзема, нейродермит һымаҡ тире ауырыуы башланғанда ҡулланырға кәңәш ителә.

Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ас ҡарынға, 1 аш ҡалағы эсергә.Ҡайын япрағы төнәтмәһен бәүел юлдары шешкәндә, эсәктәрҙә, үт ҡыуығы һәм үт юлдарына “лямблий” исемле микроскопик зат эйәләшкәндә эсеү файҙалы. Төнәтмәне әҙерләү: 2 аш ҡалағы киптереп ваҡланған ҡайын япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 2-3 сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә. Ҡайын япрағы төнәтмәһе эселмәй торған дауа булараҡ та ҡулланыла. Мәҫәлән, баш ҡысытҡанда, ҡауаҡлағанда, сәс насар үҫкәндә халыҡ медицинаһында башты йыуғандан һуң был төнәтмә менән сайҡарға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: бер-ике ус кипкән ҡайын япрағын 1-1,5 литр ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Ошо төнәтмә менән экзема, дерматит кеүек тире ауырыуҙарынан сылатҡыс та яһап була.

Ҡайын туҙынан яһалған дегет шифалы, унан әҙерләнгән дарыу майын экзема, ҡысынма, бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланырға мөмкин. Дарыу майын әҙерләү: 1 балғалаҡ дегетте һарыҡтың 3-4 аш ҡалағы туң майына (аҡ майға, вазелинға) ҡушып бутарға кәрәк. Дарыуханаларҙа ҡайын күмеренән яһалған «карболен» исемле препарат һатыла. Ул ағыуланғанда, эстә газ йыйылғанда тәғәйенләнә.
Ҡайын дауалары бик көслө, һәр кемгә лә килешмәҫкә мөмкин. Мәҫәлән, бөйөрө сирле булғандарға файҙаланырға ярамай. Шуға күрә дауаланыу мотлаҡ врач билдәләүе буйынса ғына үтергә тейеш”.

Хоҙай һәр ауырыуҙан дауаны үҙе үк биргән. Ә беҙгә, кешеләргә, уларҙың ҡәҙерен, самаһын белеп файҙаланырға, дауаланырға ғына кәрәк.

#ҠАЙЫНҺЫУЫМЕҢСИРГӘДАУА
#2022 #УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #Хайбуллинскийрайон #КультураХайбуллы #ЯнтышевскийСДК #Йәнтҽшмәҙәниәтйорто

 

ҠАЙЫН ҺЫУЫ - МЕҢ СИРГӘ ДАУА
ҠАЙЫН ҺЫУЫ - МЕҢ СИРГӘ ДАУА
ҠАЙЫН ҺЫУЫ - МЕҢ СИРГӘ ДАУА
Автор:Гульдар Кадаева